Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
26.11.2013
УҠЫҒАН МЕҢ ҺѲНӘРЛЕ
Untitled document

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә Рәсәйҙә мәктәптән тыш ѳҫтәмә белем биреү системаһы барлыҡҡа килеүгә 95 йыл тулыуға арналған байрам сараһы үтте. Сағыу тантанаға йыйылыусы етәкселәр, уҡытыусылар, балалар һәм ата-әсәләр был кѳндѳ ысын мәғәнәһендә балалар ижады мѳхитенә сумды, дуҫтарса аралашты, күңел асты.

Сибай ҡалаһы уҡыусылары мәктәптән тыш ѳҫтәмә белемде Балалар экология-биология үҙәгендә, Балалар ижады йортонда, Йәш техниктар станцияһында, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ала. Бѳгѳнгѳ кѳндә дүрт үҙәктә 5 меңгә яҡын бала шѳғѳлләнә.

Заманында Балалар ижады үҙәгенең әлеге бинаһына нигеҙ һалыныуына шаһит булырға тура килде. Ҡалала иң беренсе булып барлыҡҡа килгән ѳҫтәмә белем биреүсе Пионерҙар йорто ҡыҫынҡы ғына урындан яңы бинаға күскәндә кисергән шатлығыбыҙҙың сиге булманы. 1999 йылдан был учреждение Балалар ижады үҙәге тип атала башланы. Бѳгѳнгѳ кѳндә үҙәк—әүҙем йәмәғәт мәктәбе моделе режимында эшләгән күп тармаҡлы учреждение. Бында 6 йәштән 18 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр спорт-һауыҡтырыу, художество-эстетик, ҡул эштәре, техник йүнәлештә алып барылған 30-ҙан ашыу ижади берекмәлә шѳғѳлләнә.

Балалар экология-биология үҙәге үҙ ишектәрен 1983 йылда аса. Был үҙәк ҡала балаларына экология һәм турист-крайҙы ѳйрәнеү, зоология йүнәлеше буйынса белем бирә. Тәбиғәткә битараф булмаған уҡыусылар ҡала һәм республика күләмендә ойошторолған ярыш, конкурстарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар яулауын дауам итә.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар үҙ итә. Был мәктәптә спорттың 10 тѳрѳ буйынса бүлектәр булдырылған. Әлеге кѳндә бында 1 меңдән ашыу бала йѳрѳй, шуларҙың биш йѳҙҙән ашыуы—башланғыс әҙерлек, дүрт йѳҙҙән ашыуы—уҡыу-тренировка, егерменән ашыуы спорт камиллығы тѳркѳмдәрендә шѳғѳлләнә.

Ҡасандыр Йәш техниктар станцияһы айырым бинала урынлашып, уҡыусыларҙың яратҡан ѳҫтәмә белем алыу урындарының береһе ине. Замана шауҡымы был станцияға ла ҡағылды һәм бер нисә йыл уның ишектәре ябыҡ торҙо. 2012 йылда Йәш техниктар станцияһы яңынан тергеҙелде һәм ул ҡаланың 14-се мәктәбе янында икенсе йыл инде уңышлы ғына эшләп килә. Бында уҡыусылар ѳсѳн «Авиамоделләштереү», «Суднолар моделләштереү», «Картинг», «Компьютер моделләштереү» кеүек мауыҡтырғыс йүнәлештәр асылған.

—Ҡалала мәғариф бүлегенә ҡараған ѳҫтәмә белем биреү учреждениеларынан тыш, мәҙәниәт ѳлкәһе ҡарамағындағыла-ры ла яҡшы эшләп килә. Мәҫәлән, мин Балалар художество мәктәбенең иң беренсе тәрбиәләнеүселәренең береһемен. Мәҙәниәткә һѳйѳү шунда һалынғандыр, тип уйлайым. Аҙаҡ шул мәктәптә директор вазифаһын башҡарҙым,—тине ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин, тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.—Матурлыҡты тоя белгән, ѳҫтәмә белемгә ынтылған балалар бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Бындай үҙәктәр киләсәктә тағы ла уңышлыраҡ эшләһен, күберәк балаларҙы йәлеп итһен.

Мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов ѳҫтәмә белем биреү ѳлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеүсе бер тѳркѳм педагогтарға Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

—Биш йылдан Рәсәйҙә мәктәптән тыш ѳҫтәмә белем биреү системаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы билдәләнәсәк. Был ваҡыт арауығы эсендә яңы офоҡтар асылыр, киләсәк хаҡында аныҡ фекер йѳрѳтә белгән ижади һәм талантлы уҡыусылар тәрбиәләрбеҙ. Беҙ балаға белем биреп, һәләтен асып ҡына ҡалмайбыҙ, иң мѳһиме уның рухи донъяһын һаҡлайбыҙ. Сѳнки ѳҫтәмә белем биреү—«Бала саҡ экологияһы биләмәһе»,—тине Балалар экология-биология үҙәге педагогы Нурия Таһир ҡыҙы Ямантаева, башҡаларҙың тәбрик һүҙенә ҡушылып. Педагогтың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Беҙ ҙә үҙ нәүбәтебеҙҙә ѳҫтәмә белем биреү ѳлкәһендә эшләүселәрҙе иҫтәлекле дата уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ошо юлдан тайпылмай, ныҡышмал хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ.

Рәсүл Мансуров.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap