Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
26.11.2013
«СУЛПАН»ДА―ПРЕМЬЕРА!
Untitled document

Ошо кѳндәрҙә Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сулпан» театрында Шамил Фәрхетдиновтың «Мығырҙаҡ» пьеса-әкиәте буйынса әҙерләнгән сағыу тамаша йәш кескәйҙәр хѳкѳмѳнә сығарылды. Уны йәш режиссер Борис Мәхмүтов сәхнәгә ҡуйҙы, рәссамы—Лүзә Байегетова, композиторы—Юлай Моратов. Бейеүҙәрҙе Йәмил Нурмѳхәмәтов сәхнәләштерҙе.

...Борон-борон заманда ла түгел, нәҡ беҙҙең кѳндәрҙә ябай ауыл ѳйѳндә йәшәгән Йыһангир исемле бабай (Мѳбәрәк Сәлимов) һис кенә лә баш бирмәгән эте Еҫтоймаҫ (Ҡәҙриә Ҡотломбәтова), бесәйе Һыңарғолаҡ (Лилиә Әлибаева) һәм күп ашауҙан килбәтһеҙ һимергән ҡомағы Үткертеште (Рәсимә Хәйбуллина) үҙ-ара татыулыҡҡа, дуҫ йәшәүгә ѳгѳтләүҙән арып һәм аптырап, бик үҙенсәлекле итеп аҡылға ултыртырға була. Үҙҙәре тапҡан хазинаны—дәү еҙ самауырҙы бүлешә алмай зыҡ ҡупҡан ѳс кескәй дуҫы менән уртаҡ фекергә килеп, күмәкләшеп ҡайнар сәй эсмәксе була улар. Тик, бына ғәжәп: һис уйламағанда самауыр телгә килә! Ҡоттары осоп, тауыштың ҡайҙан килгәнлеген аңламай торғандарында, имәнес тауыш ҡуптарып, саң-тѳтѳн борҡотоп, самауыр эсенән сѳскѳрә-бышҡыра Мығырҙаҡ атлы пәрей (Фәһим Сѳнәғәтов) килеп сыҡмаһынмы! Бына шунан башлана ла инде әкиәт-тамашаның иң ҡыҙығы: пәрей иреш-талаштан башҡаны белмәгән Еҫтоймаҫ, Һыңарғолаҡ һәм Үткертеш алдына тѳрлѳ һынауҙар ҡуя, уларҙы, юҡ итеү—йотоп ҡуйыу менән янап, тәүбәләренә ҡайтара...

Сәхнә түренән урын алған дәү еҙ самауыр дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа әйҙәүсе символды һынландырһа, йорт хужаһы Йыһангир бабай «Оло әйткәнен тыңламаған—оролған да бәрелгән»,—тигән халыҡ мәҡәленең мәғәнәһен асып биреүсе изге затты кәүҙәләндерә. Хәйер, йѳҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер күреүең мең артыҡ: әкиәт-тамашаны үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, ундағы мѳғжизәүи ваҡиғаларҙа үҙегеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ, балалар. Һеҙгә күңелле ял теләйбеҙ!

Мотал Рәмов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap