Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
13.06.2012
БАЙ ТАРИХЛЫ АУЫЛ
Untitled document

 

Баймаҡ районы Басай ауылына нигеҙ һалыныуға―200 йыл

Ирәндек битләүенә һыйынып ултырған Басай ауылының барлыҡҡа килеүе 1812 йылғы Ватан һуғышы, йәғни француз яуы менән бәйле.

Рәсәй батшалығы башлыҡтары башҡорт халҡының баш күтәреүҙәренән ҡоттары алынып бѳткәнгә күрә, йыйындар һәм башҡа тѳрлѳ һылтауҙар менән тѳркѳмдәргә тупланыуҙарҙы булдырмау ѳсѳн, ѳйкѳм йәшәгән урындарҙағы халыҡты тарҡатып, ҙур ауылдарҙы күсереп ултыртыу сәйәсәте үткәрә башлай. Француз яуы быға ҙур этәргес кенә була. Кѳнбайыштан француздар, кѳнсығыштан башҡорттар ҡыҫымынан ҡурҡҡан батша Александр I, нисек тә булһа ҙур ауылдарҙа йәшәгән башҡорт халҡын ваҡ ауылдарға бүлеп ултыртып, баш күтәреү мѳмкинселегенән ҡотолоу ниәте менән үҙенең фарманын сығара. Был фарман буйынса эште урынына еткереп ҡуйыуҙы Ырымбур виләйәте түрәләре урындағы ѳйәҙгә ҡараған башҡорт кантондарындағы старшиналарға тапшыра.

Архивта тапҡан халыҡты исемләтә иҫәпкә алыу сығанаҡтарына таянып, уҡыусыларҙы түбәндәге тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырырға булдым.

Алдымда 1816 йылдың декабрь айында уҙғарылған исемләтә иҫәпкә алыу ҡағыҙы ята. Был тарихи мәғлүмәт исемлек булараҡ 40-сы һан менән, ә ведомость булараҡ 29-сы булып теркәлгән.

Бында: «Ревизская сказка 1816 года декабря дня Оренбургской губернии Верхнеуральского уезда 6 башкирского кантона 1-го отделения Бурзянской волос-ти, команды старшины Амангула Исмаилова деревни Муллакаевой о башкирцах мужского и женского пола»,—тип яҙылған. Был мәғлүмәт Башҡортостандың Үҙәк дәүләт архивында һаҡлана.

Иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарынан күренеүенсә, 1812 йылда 41-се һанлы ғаиләнән башлап 3 ғаилә Иҙрис ауылы старшинаһы Ишбирҙе Мѳхәммәтшәрипов командаһына күсерелә. Шул уҡ йылда исемлек буйынса 44-се ғаиләнән башлап 15 ғаилә Басай ауылын нигеҙләп, шунда күсенә. Ә бер ғаилә Муллаҡайҙан Ҡолсора ауылына күсеп китә.

Муллаҡай ауылынан Йәғәфәров Рауил Әхмәҙи улының һѳйләгәндәренән: «Әлеге Басай, Ишбирҙе (Тау Ишбирҙеһе) ауылдары ултырған ерҙәр Муллаҡай ауылына нигеҙ һалыусы Муллаҡай Ибраҡов нәҫеленең ҡышлау ерҙәре булған. Улар малды, бигерәк тә йылҡы малын күпләп тотҡан. Йылҡы тибеп туҡланған ҡар аҫтындағы үләндең ҡалдығын ашап, һыйыр ҙа, ваҡ мал да ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәгән, мал үләте булмаған. Хайран ҡалырлыҡ бит, олатайыбыҙ Ғәбделкәримдең 400-ҙән артыҡ йылҡыһы булған, тип һѳйләй торғайны атайым мәрхүм».

Кемдәр һуң улар Басай ауылына нигеҙ һалыусылар? Архив мәғлүмәттәренә таянып, түбәндәге исемлекте килтерәм.

1. 50 йәштәге йорт старшинаһы Аманғол Исмаилов, Мѳхәммәткәрим, Ғәбделмѳкмин һәм Зѳлҡәрнәй исемле улдары менән.

2. 20 йәштәге Ҡотлогилде Аман-ғолов.

3. 58 йәштәге старшина ярҙамсыһы Басай Исмаилов. Ауылға ошо старшина ярҙамсыһының исемен ҡушалар. Уның 30 йәштәге улы Үтәгәндең Хәбибулла һәм Сәлимйән исемле улдары була. Басайҙың икенсе улы 25 йәшлек йорт старшинаһы Сылташ, уның улы Мѳхәммәтрәхим. Басай Исмаиловтың ѳсѳнсѳ улы Кинйәбулат, дүртенсеһе Ҡарабулат.

4. 60 йәштәге Ҡолсора Исмаилов һәм уның улдары Һатыу, Әйүп һәм Ҡаһарман.

5. 52 йәштәге Иҫәнғол Исмаиловтың ике улы Тәңребирҙе һәм Ҡорбанғәли.

6. Ҡоттоша Аманғолов, 25 йәштә.

7. Улар араһында Муллаҡай ауылына нигеҙ һалыусы Муллаҡай Ибраҡовтың бер туған ҡустыһы, 74 йәшлек Буранғол Ибраҡов, уның 34 йәшлек улы Ғәбделғәфәр, уның улы Сәйфелмѳлѳк, Буранғолдоң тағы ла Илбул, Алтынса, Ғәйнулла исемле улдары ла була.

8. 52 йәштәге Мѳсәт Усманов һәм уның улдары Әхтәм, Ишмырҙа, Күмербулат.

9. 75 йәштәге Моратша Әхмәтов, уның улы Баязит һәм Баязиттың улы Хоҙайбиргән.

10. Әҙербай Назаров, 44 йәштә.

11. 29 йәшлек Дәүләтбай Моратшин.

12. 45 йәштәге Ғәҙел Усманов һәм уның улдары Ҡолмырҙа менән Һарыбулат.

13. 45 йәштәге Әбделғәзе Усманов, улдары Мәзәле, Ырыҫкилде һәм Әбделхалиҡ.

14. 42 йәштәге Хәбибулла Аҫылбаев, уның Хисамитдин һәм Сәғидитдин исемле улдары.

15. 30 йәштәге Байморат Байназаров һәм уның улы Ғәбделсаттар.

Тап бына ошо кешеләрҙән, ғаиләләрҙән башланып китә лә инде Басай ауылы тарихы. 200 йыллыҡ бай тарихҡа эйә ауыл бѳгѳн һәүетемсә тормош менән йәшәй.

Сибай ҡалаһынан Ирәндек һыртына күтәрелгәс тә бер нисә ауылды күрергә була. Күреп хайран ҡалаһың: атай-олатайҙар йәшәү ѳсѳн ер-һыуҙы һайлай белгән. Басай ҙа ошо хозур тәбиғәт мѳйѳшѳндә урынлаш-ҡан матур ауылдарыбыҙҙың береһе. Унда йәшәүселәр, уның киләсәген тәшкил итәсәк йәштәр, балалар бай тарихлы йәнтѳйәгенең ҡәҙерен белһен, киләсәктә лә тѳбәгебеҙ ауылдары гѳрләп йәшәһен, үҫһен, тигән изге теләктә тамамлайым был яҙмамды.

Ғариф хәҙрәт Абдрахманов,

Сибай ҡалаһындағы Ғабдулла Сәйеди ишан исемендәге Йәмиғ мәсет имамы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap