Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
03.12.2013
ҮҘ ЕРЕНЕҢ БЕР БИҘӘГЕ УЛ…
Untitled document

Земфира ҒИРФАНОВА

Рәсимә апай Назарованы тәүге тапҡыр бынан туғыҙ йыл элек Баймаҡ мәҙәниәт йортонда үткән халыҡ театрҙары фестивалендә «Шомбай» спектаклендә тѳп ролдә уйнағанын күргәйнем һәм уның профессиональ артистарҙан бер ҙә ҡалышмаған сәхнә оҫталығына хайран ҡалып ултырғайным. Спектакль һуңынан уның менән танышмайынса булдыра алманым. Ауыл ерендә шундай халыҡ театры эшләүе тураһында мотлаҡ яҙырға кәрәк, тип уйланым. Ә йәштәре һуң, ниндәй һоҡланғыс! Бындай дәртле халҡы булған ауыл гѳрләп торалыр, тип фараз иттем. Тик Ярат ауылының халыҡ театры режиссеры Рәсимә Назарова менән туғыҙ йылдан һуң ғына осрашырға насип булды. Әлеге ваҡытта Рәсимә Хәбиб ҡыҙы хаҡлы ялда. Театр эшен дә йәш кешегә—Алмас Дәүләтбаевҡа тапшырған булып сыҡты. Шулай ҙа мәғариф ветераны әле лә ял итеп тик ултырмай икән. Уның менән булған ҡыҙыҡлы әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

—Рәсимә апай, мәшәҡәтле уҡытыусы эше менән бер рәттән театр эшен дә алып барғанһығыҙ. Театрҙа уйнау һеҙҙең хыялығыҙ инеме?

—Шулай тип әйтергә лә була. Бәләкәйҙән театр ене ҡағылған ине миңә. Шулай ҙа Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Ѳфѳлә уҡыған сағымда тик тыуған ауылыма ғына ҡайтып, үҙ тѳйәгемдә йәшәү, эшләү тураһында хыяллана инем. Буласаҡ тормош иптәшем Миннәхәт ошо университеттың математика факультетын тамамланы. Ул да сәнғәт йәнле кеше. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, театр эшен алып барыуҙы һис кенә лә артыҡ ауырлыҡ тип күрмәнем. Йәнә ауылымдың халҡы элек-электән йыр-моңға, сәнғәткә маһирлығы, ихласлығы менән айырылып тора. Ауылдаштарымдың ихласлығы, әүҙемлеге менән театр барлыҡҡа килде. М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау», К.Мәргәндең «Шомбай», Г.Исхаҡовтың «Етеле шәм» әҫәрҙәре ҡуйылды. Һуңғы йылдарҙа Н.Ғәйетбайҙың «Йыһан ҡарсыҡ» спектаклен һәр урында яратып ҡабул иттеләр. Эшмәкәрлегебеҙ юғары баһаланып, халыҡ театры исеменә лайыҡ булды. Бер нисә тапҡыр республиканың башҡа халыҡ театрҙары менән берлектә баш ҡала сәхнәһендә сығыш яһаныҡ.

—Театрығыҙҙың һәүәҫкәр артистары тураһында ла һѳйләп үтегеҙ әле.

—Спектаклдәрҙә ауылдың барлыҡ халҡы уйнаны, тиһәм дә яңылышмамдыр. Ул мәлдәрҙә ауыл гѳрләп торҙо. Хужалыҡ хеҙмәтсәндәре лә, уҡытыусылар ҙа ауыл мәҙәниәт йортона йыйыла. Йәштәр ҙә күп. Репетициялар гѳрләп үтә. Спектакль әҙер булғас, яҡын-тирә ауылдар халҡына күрһәтәбеҙ. Әле ул саҡтарҙы һағынып иҫкә тѳшѳрәбеҙ.

—Рәсимә апай, уҡыусыларығыҙ әйтеүенсә, һеҙ һәр дәресегеҙҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, ғәҙәти булмаған ысулдар менән үткәргәнһегеҙ…

—Уҡыусыларымдың барыһына ла рәхмәтлемен. Ысынлап та, дәресемә балалар етди ҡарай ине. Үҙем дә талапсан булдым. Ауыҙ-тел ижады, фольклор ѳлгѳләре ҡулланыуым уҡыусыларымдың телмәр оҫталығын үҫтерә, белемен киңәйтә. Ғѳмүмән, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы мәктәп программаһы буйынса ғына эшләргә тейеш түгел. Милләтеңдең, тыуған ереңдең киләсәген ҡайғыртып йәшәү, үҙ ереңдең ысын хужаһы булыу тураһындағы тѳшѳнсәләрҙе уҡытыусы бала күңеленә һеңдерергә тейеш. Ә дәрестәрҙең йәнле, ҡыҙыҡлы үтеүенә ана шул театрҙа уйнауым да ярҙам иткәндер инде. Балаларҙа ла театр сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыштым.

—Әле лә театрҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?

—Әгәр ҙә миңә тап килгән роль булһа, баш тартмаҫ инем. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлағандан һуң Алмас Дәүләтбаев исемле егетебеҙ эш башлап тора. Шѳкѳр, ауылыбыҙҙа йәштәр бар. Һуңғы йылдарҙа, әлбиттә, тормош һүнеп ҡалған кеүек булды. Быға ҙур хужалыҡтың тарҡалыуы ла сәбәпсе. Шулай ҙа матур йәшәйем тигәндәр тырыша. Мәҫәлән, малсылыҡ менән шѳғѳлләнгән йәш ғаиләләр бар. Бѳтә республикаға билдәле булған ағинәйҙәребеҙ ҙә ауылдың йәме. Йәштәргә улар һәр яҡлап ѳлгѳ.

—Ғаиләгеҙ менән дә яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине…

—Ҡыҙҙарыбыҙ Гѳлфиә менән Гѳлйѳҙѳм, улыбыҙ Азамат тормошта үҙ урындарын тапҡан. Гѳлфиә—Башҡортостан телевидениеһында «Алтын тирмә» тапшырыуы мѳхәррире, улыбыҙ Ѳфѳ дәүләт опера һәм балет театрында йырланы, хәҙер йырҙарға аранжировкалар эшләү менән шѳғѳлләнә. Гѳлйѳҙѳм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡайны-ҡәйнәһе менән йәшәй, ике бала әсәһе. Балалар үҙ йүндәрен үҙҙәре күрһә лә, беҙ ҙә ярҙамдан ѳҙмәйбеҙ.

Үҙем ҙур, татыу ғаиләлә үҫтем. Беҙгә, 8 балаға, әсәйебеҙ менән атайыбыҙ матур тәрбиә бирҙе. Барыбыҙ ҙа юғары белем алдыҡ. Туғандарым, уларҙың балалары, килен-кейәүҙәр менән татыубыҙ. Туғандар менән аралашып йәшәгәндә, берҙәм булғанда ғына тормош йәмле, бәрәкәтле була.

—Ҡыҙыҡлы әңгәмә ѳсѳн рәхмәт! Һеҙҙең кеүек үҙ еренең бер биҙәге булған, яҡташтарының тормошон йәмләп йәшәгән гүзәл заттарға һоҡланабыҙ. Сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бѳтмәҫ шатлыҡтар теләйбеҙ һеҙгә!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap