Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.12.2013
ҒАИЛӘ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ―КҮП БАЛАЛЫ ӘСӘНЕҢ ЭШ УРЫНЫ
Untitled document

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мѳрәжәғәтнамәһендә балалар баҡсаларында урындар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә саҡырҙы. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, бѳтә ил буйынса 1 млн 684 бала баҡсаға сиратта тора. Был проблема беҙҙең республика ѳсѳн дә кѳнүҙәк. Беҙҙә бѳгѳн 50 меңгә яҡын кескәй кеше балалар баҡсаһында урын кѳтә. Мәсьәләне хәл итеү ѳсѳн 2014 йылда республика  бюджетынан 2,5 миллиард һум самаһы аҡса бүлергә планлаштыралар.

Балалар баҡсаларында урын етмәй проблемаһын республика Президенты Рѳстәм Хәмитов та даими иғтибар үҙәгендә тота. Дѳйѳм алғанда, яҡындағы ѳс йылда Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениелар тѳҙѳүгә һәм реконструкциялауға 9 млрд һум самаһы аҡса бүлеү планлаштырыла.

Был проблема, әлбиттә, Сибай ҡалаһын да урап үтмәй. Беҙҙә 2357 бала баҡсаға сираты етеүен кѳтә. Ошоларҙан сығып, һәр әсә балаһын урынлаштырыуҙы үҙенсә хәл итергә тырыша. Кемдәрҙер бала ҡараусы яллай, икенселәр ѳләсәйҙәрен эшкә егә, ә ѳсѳнсѳләр, мәҫәлән, беҙҙең геройыбыҙ Зѳлфиә Хәтип ҡыҙы Маннапова кеүектәр, ғаилә балалар баҡсаһы асып ебәрә.

2010 йылда ѳсѳнсѳ улы тыуғас та Зѳлфиә «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһына сиратҡа яҙыла һәм һағайып та, аптырап та эшкә сығыу мәлен кѳтә башлай. Баланы Алтын ҡасабаһынан ҡалаға йѳрѳтѳргә кәрәк, уҡытыусының бѳтмәҫ мәшәҡәттәре, ѳлкән балалар, йорт, хужалыҡ... Шулай уйланып йѳрѳгәндә, «Баҙлауыҡ»тың ул саҡтағы мѳдире Нәйлә Әфтәх ҡыҙы Гәрәева ғаилә балалар баҡсаһы асыу мѳмкинлеге хаҡында мәғлүмәт бирә. Идея менән ҡыҙығып киткән ҡатын Интернет аша был ѳлкәләге башҡа яңылыҡтар менән таныша ла, ҡала мәғариф бүлеге белгестәре менән кәңәшләшеп, етәкселәрҙән рѳхсәт ала. Хәл ителгәс, махсус комиссия Маннаповтарҙың йортон килеп тикшерә. Ғаиләнең Алтында ике ҡатлы яңы ѳй бѳтѳрѳп ингән генә мәле. Тикшереүселәр тейеш булған талаптарҙы башҡарыуға тағы ла бер ай ваҡыт бирә һәм күп тә үтмәй ғаилә балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер була.

Бѳгѳн Зѳлфиә Хәтип ҡыҙының ғаилә балалар баҡсаһында ике йәш ярымдан ѳс йәш ярымғаса ѳс бала тәрбиәләнә. Баҡса «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһының ѳй тѳркѳмѳ булып иҫәпләнә. Эш кѳнѳ бында иртәнге һигеҙҙән, башҡа баҡсаларҙағы кеүек үк, зарядка яһауҙан башлана һәм ашау, уҡыу, уйындар, күнекмәләр, саф һауала йѳрѳү, йоҡо сәғәте, музыка, спорт дәрестәре һ.б. менән байытылып, киске алтығаса дауам итә. Әсәй кеше бында тәрбиәсе лә, ашнаҡсы ла, социаль педагог та, педагог-психолог та, музыкант та, физик тәрбиәсе лә, логопед та, кәрәк саҡта шәфҡәт туташы ла булып хеҙмәт итә. Кѳн оҙоно ѳс бала араһында орсоҡ кеүек ѳйрѳлѳүенең ыңғай яҡтары ла етерлек, әлбиттә. Беренсенән, үҙеңдең балаң ҡараулы була. Күп балалы әсәләр ѳсѳн был бигерәк тә уңайлы. Ғаилә балалар баҡсаларында ѳс йәки биш баланың да бер ғаиләнеке булған осраҡтар ҙа байтаҡ. Икенсенән, эш хаҡы алаһың. Балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәселәр кеүек үк тулы хеҙмәт кѳнѳ иҫәпләнә. Ѳсѳнсѳнән, педагогик стаж бара.

Байрамдарҙы, тѳрлѳ мәҙәни сараларҙы ғаилә баҡсаһы балалары «Баҙлауыҡ» тәрбиәләнеүселәре менән бергә үткәрә. «Мѳдиребеҙ Альбина Риф ҡыҙы һәм методистар, психологтар, шулай уҡ башҡа тәжрибәле тәрбиәселәр һәр яҡтан ярҙам итеп тора. Дѳйѳм баҡса Уставы менән эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ»,—тип һѳйләй Зѳлфиә Хәтип ҡыҙы.

Ғаилә баҡсаһына балаларын алып килергә теләүселәр һаны кѳндән-кѳн арта ғына икән. Зѳлфиә Хәтип ҡыҙы әйтеүенсә, ундайҙар әленән-әле шылтыратып йәки килеп китә, сабыйҙарын ҡабул итеүҙе үтенә. Әммә тѳркѳмдѳң әлегә яңы бала ҡабул итеү мѳмкинлеге сикле. Һәр балаға тейешле биләмә, ашау, уйнау, йоҡлау урындары булыуы шарт.

Зѳлфиә Маннапованың был алымы педагогик белеме булған күп балалы әсәләргә үрнәк булып торорлоҡтор. Эҙләнеүсән тырыш ханым балаһына ла, үҙенә уңайлы урын тапҡан һәм тағы ла ике балаға—баҡсаға, уларҙың ата-әсәләренә тыныс күңел менән эшкә йѳрѳү мѳмкинлеге биргән. Был йүнәлеш беҙҙең ҡалала яңы башланғыс ала ғына, яҡын киләсәктә ул күп балалы әсәләр тарафынан уңышлы ҡулланылыр, тип ышанабыҙ.

М.Сәйғәфәрова.

Һүрәттә:

Зѳлфиә Хәтип ҡыҙы тәрбиәләнеүселәре менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap