Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
17.04.2012
Ҡоролтай тауышы
Untitled document

 

Башҡортостанда дәүләт телдәре итеп башҡорт һәм рус телдәре һанала. Ике дәүләт телендә матбуғат баҫмалары донъя күрә, тапшырыуҙар әҙерләнә. Шулай ҙа башҡорт халҡын этнос булараҡ артабан үҫтереү, туған телде һаҡлау, уны ижтимағи-сәйәси тормоштоң барлыҡ ѳлкәләрендә лә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү ѳҫтѳндә маҡсатлы эштәр алып барыу талап ителә әле. Быларҙы «Милли аҙсылыҡты яҡлау тураһында конвенция»ға ярашлы башҡарыу зарур. Телебеҙҙе, милли асылыбыҙҙы һаҡлау һәм яҡлау буйынса эш алып барғанда беҙ башҡа закондар-ға ла таяна белергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, «Белем тураһында» закон башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы нығыта. Ләкин асылда бѳгѳн туған телде уҡытыу даирәһе сикле. Туған телгә һѳйѳү, үҙ телеңдә һѳйләшеүгә нигеҙ ғаиләлә һалына. Унан был эш белем һәм тәрбиә учреждениеларында дауам итә.

Һуңғы йылдарҙа ил күләмендә мәғариф системаһында алып барылған реформалар башҡорт телен уҡытыуға ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Берҙәм дәүләт имтихандары индерелеү менән балаларҙа башҡорт телен ѳйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу бермә-бер кәмене. Шуныһы ҡыҙғаныс: уҡыусыларға «Башҡорт телен ѳйрәнеү һиңә киләсәктә кәрәкмәй, уның файҙаһы теймәйәсәк» тигән фекер ата-әсәләр, ҡайһы бер уҡытыусылар, хатта етәкселәр тарафынан һеңдерелә.

Ҡала мѳхитендә үҫкән балаларҙың күбеһе башҡорт телен аҙнаһына ике сәғәт ѳйрәнә. Тимәк, ғаиләһендә, урамда башҡортса һѳйләшмәгән бала башҡорт телендә айына яҡынса 8-9 сәғәт тирәһе генә аралаша. Ғаиләлә башҡортса һѳйләшмәгәс, ата-әсә балаһына тел үҙләштереүҙә ярҙам да итә алмай. Һѳҙѳмтәлә, ата-әсәйҙәр, олатай-ѳләсәйҙәр үҙҙәре үк туған телде юҡҡа сығарыусылар, үҙ балаларын бѳйѳк ҡиммәттән—туған теленән мәхрүм итеүселәр булып тора.

Тағы бер мәсьәлә—ҡатнаш никахтар тураһында быға тиклем сығыш яһағаным булды инде. Гәзиттә бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда үткән йыл Сибайҙа ғаилә ҡороусы башҡорттарҙың 34 проценты башҡа милләт вәкилдәре менән яҙмышын бәйләгән. Әлбиттә, милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ—бик изге тѳшѳнсә, мин уға һис тә ҡаршы түгелмен. Шулай ҙа йәш милләттәштәремдең сит халыҡ вәкилдәре менән ғаилә ҡороуын һис тә ѳнәп етмәйем. Бындай ғаиләлә тыуған балаларҙың милләте кем була? Туған теле ниндәй тел? Һорауҙар асыҡ килеш ҡала…

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә рустар—80 процент, башҡа халыҡтар 20 процентты тәшкил итә, тиҙәр. Шул 20 процент иҫәбендә башҡорттар1,5 млн самаһы. Шуны онотмаһаҡ ине: халыҡты тел йәшәтә. Туған телебеҙҙе һаҡламаһаҡ, халҡыбыҙ йәшәрме? Шуға күрә һәр кем туған телде ѳйрәтеүҙең мѳһимлеген бар тәрәнлегендә аңлаһа ине.

Рәсәйҙең дѳйѳм мәғариф системаһын оптималләштереү бәләкәй башҡорт ауылдары мәктәптәренә, ҡала мәктәптәрендәге аҙ һанлы башҡорт кластарына бик насар йоғонто яһаны. Күп кенә бәләкәй мәктәптәр ябылды, ҡала ерлегендә башҡорт кластарын туплау эше ҡатмарлашты. Сѳнки хәҙерге стандарттар буйынса һәр класта 25-тән кәм бала булырға тейеш түгел. Бындай шарттарҙа башҡорт кластары йыйыусы уҡытыусыларға нисегерәк ярҙам итергә мѳмкин һуң?

Беренсенән, балалар баҡсаларында башҡорт тѳркѳмдәренең һанын арттырыу зарур. Күп кенә ата-әсәләр, урын булмағанлыҡтан, балаһын рус тѳркѳмѳнә бирергә мәжбүр. Һѳҙѳмтәлә баланың теле русса нығына һәм уны ата-әсә башҡорт класына бирергә икеләнә.

Икенсенән, ғаилә—балалар баҡсаһы—мәктәп бәйләнешен нығытыу мотлаҡ.

Ѳсѳнсѳнән, бѳгѳнгѳ башҡорт ғаиләһенең хәленә иғтибарҙы арттырырға кә-рәк. Ярлы, йәшәр мѳйѳшѳ булмаған йәш ғаилә милләтебеҙҙе үҫтереүҙә таяныс була аламы? Эшһеҙлек проблемаһы ла халҡыбыҙ үҫешенә аяҡ сала. Был йәһәттән йәштәр үҙҙәре лә йүнселерәк, әрһеҙерәк булһа ине.

Дүртенсенән, башҡорт йәштәре ѳсѳн аралашыу, танышыу сараларын үткәреүҙе киңәйтеү зарур. Күпме аҫыл егеттәребеҙ, матур ҡыҙҙарыбыҙ ғаилә ҡора алмай ҡаңғырып йѳрѳй. Ә бит араларында бынамын тигән белемле, ипле, әҙәплеләре бихисап. Уларҙан һоҡланғыс ғаилә башлыҡтары, хужабикәләр сығыр, ә иң мѳһиме, милләтебеҙ һанын арттырып сабыйҙар тыуыр ине.

Бишенсенән, етеш тормошта йәшәгән һәр башҡорт ғаиләһендә кәм тигәндә 4-5 бала тәрбиәләнергә тейеш, тип иҫәпләйем. Был йәһәттән беҙгә күрше ҡаҙаҡтарҙан ѳлгѳ алырға кәрәк.

Беҙҙең халыҡҡа уяулыҡ, берҙәмлек етмәй. Битарафбыҙ, вайымһыҙбыҙ. Ул насар ғәҙәттәрҙән арынайыҡ. Берҙәм булайыҡ, бегә булайыҡ. Беҙ бер-беребеҙҙе күтәрмәһәк, яҡламаһаҡ, һаҡламаһаҡ, беҙҙең ѳсѳн быны бер кем дә эшләмәйәсәк.

Рәсимә Айсыуаҡова,

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap