Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
19.12.2013
БАЙРАМ ТѲНѲНДӘ БУЛҒАН МАЖАРАЛАР
Untitled document

Яңы йыл яҡынлашҡан мәлдә бынан бер нисә йыл элек минең менән булған байрам тѳнѳ гел иҫкә тѳшә. Ул йылдың декабрендә ҡаты сатнама һыуыҡтар торҙо. Әсе ел күҙҙән йәштәр сығарып торған саҡ. Эҫе мунсала сабынып-сабынып, толопҡа уранып йылы ѳйгә инеп, тирләп-бешеп мәтрүшкәле сәй эсеп (йәшерен-батырыны юҡ: бер-ике рүмкә градуслыһын да ѳҫтәп, был кѳндә саҡ ҡына кәйеф күтәреп алыуҙың гонаһы юҡ), телевизор ҡаршыһына барып ултырҙым. Был юлы Яңы йылды яңғыҙ ғына ҡаршыларға уйлағайным. Туғандар, дуҫтар, таныштарға табынға ла, мәҙәни сараларға ла барырға теләгем булманы.

Телевизорҙың бѳтә каналдарында ла күңелле байрам концерты күрһәтәләр. Бына, ниһайәт, Яңы йыл минуттары яҡынлашты. Президенттар ҡотлай башланы. Шампанскиҙы шартлатып асып, фужерға шарап ҡойҙом. «Яңы йыл менән, иптәш!»—тип үҙемде-үҙем ҡотлап, бокалды күтәреүем булды, тәҙрә шаҡынылар. Бер кемде лә кѳтмәй инем, аптырап киттем, асыуым килде. Мунсанан һуң яҡшылап һыуынып та ѳлгѳрмәйенсә, һыуыҡҡа сыҡсы әле?!

Ишекте асып ебәрһәм, тупһала Ҡарһылыу кейемендә мѳләйем йѳҙлѳ, үтә лә һылыу йәш кенә ҡыҙ баҫып тора. Донъяла һылыу ҡыҙҙар күп, әммә бының кеүек сибәр башҡа юҡтыр, моғайын. Минең шул минуттағы хәл-торошомдо бер Аллаһы Тәғәлә генә белгәндер. Ѳйгә инергә тәҡдим иттем. Ҡарһылыу бик ныҡ ѳшѳ-гән, йѳҙѳ борсоулы күренә. Бер генә сынаяҡ сәй эсте, «Мин эш урынындамын»,—тип, шарап эсеүҙән баш тартты. «Ни булды, нишләп бик борсоулыһың?»—тип ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң, был ҡыҙ күптән түгел генә Аҡъярға килеп эшкә урынлашҡан икән. Почта хужаһы бер хеҙмәткәрен Ҡыш бабай, ә ошо ҡыҙҙы Ҡарһылыу итеп, ҡотлау телеграммаларын, открыткалар һәм адреслы бүләктәрҙе йѳрѳп таратырға ҡушҡан. Кѳтмәгәндә, Ҡыш бабай булаһы хеҙмәткәр мѳһим сәбәп менән был сарала ҡатнашмаған. Аптырағас, урамдан үткенсе бер ирҙе табып, инәлеп-ялбарып, аванслата аҡса түләп, Ҡыш бабай булырға күндергәндәр икән. «Ярай, улай бик ныҡ инәлгәсһегеҙ, булам. Бер юлы тамағым да туйып ҡалыр, башым да тѳҙәлер»,—тип Ҡыш бабай костюмын кейеп, бүләктәр һалынған тоҡто йѳкмәп, Ҡарһылыуҙы етәкләп адрестарға юллана. Урамда осраған әшнәләре: «Үәт әй, везет же дуракам!»—тип кѳнләшеп ҡала икән. Һәр ѳйҙә лә байрам мәжлесенең геүләп торған мәленә эләгеп, Ҡыш бабай яҡшы ғына һыйлана. Ҡарһылыу һѳйләүенсә, бер мәл Ҡыш бабай исемлектә булмаған бер ханымдың ѳйѳнә инеп китә лә, сыҡмай ҙа ҡуя. Кемдер берәү ҡыҙҙы йәлләп: «Ярҙам итһә, һиңә шул кеше генә ярҙам итә алыр»,—тип минең ѳйҙѳ күрһәтеп ебәргән. Ҡарһылыу минең тәҙрәмде шаҡырға мәжбүр була. «Ағай, зинһар ѳсѳн, ярҙам итегеҙ инде. Ҡотлауҙарҙы таратып бѳтмәһәм, мине эштән ҡыуасаҡтар»,—тип илай башлағас, ярҙам итергә булдым. Ҡыш бабай кейемдәрен алыр ѳсѳн теге яңғыҙ ханымдың йортона йүнәлдек.

«…Һѳйѳүҙәрең ысын булһа,

Ғәлиәбаныу, һылыуым-иркәм,

Мунса яғып ҡаршы ал», тип теге ирҙең йырлауы тышҡа уҡ ишетелеп тора. «Ах, ҡәһәр һуҡҡыры, хәҙер мин һине мунсала сабындырам»,—тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһаҡ, тегенең ҡатыны ирен эҙләп килеп еткән. Ѳйҙән елтерәтеп алып сығып, Ҡыш бабай кейемен тирә-яҡҡа ырғытып, иренә «ѳлѳш ашата-ашата» алып ҡайтып китте.

Һуңғы йылдарҙа Аҡъярҙа урамдар күбәйҙе шул. Тѳндә адрестарҙы табыуы ҡыйынға тѳштѳ. Етмәһә, был тѳндә эттәр ҡоторған, тиерһең. Күпме генә ҡыҫтаһалар ҙа, адресаттарҙың мәжлесенә ҡушылманыҡ. Эште тамамлап, арып-талып, ѳйгә ҡайтып йығылдым. Ә Ҡарһылыу Ҡыш бабай костюмын күтәреп, фатирына юлланды. Ҡулында таяғы булғас, бирешмәҫ тип, оҙатып торманым. Әллә ишегемде бикләргә онотҡанмын, әллә әмәлен табып, келәне үҙе асып индеме икән, тертләп уянып китһәм, эргәмдә бер әтәсте ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ауылдың «Челкаш» ҡушаматлы атаҡлы ҡарағы баҫып тора. Шул тиклем ҡурҡтым.

—Яңы йыл менән, абзый! Бына һиңә сувенир. Күп һорамайым, бер яртылыҡ аҡса бирһәң, етә,—ти.

—Кәрәкмәй миңә һинең әтәсең!—тип әйтеп тә ѳлгѳрмәнем, ҡулына ҡомған тотҡан бер әбей менән участковый килеп тә инде. Елғыуар әтәсте ырғытты ла сығып ҡасыу яғына ыңғайланы. Әммә участковый тегенең ҡулын бығаулап, ишек тотҡаһына эләктереп тә ҡуйҙы. Әбей ҙә тик тормай: ҡомғаны менән ҡараҡҡа һуғып-һуғып ала: «Ләғнәт һуҡҡыры, тәһәрәтемде бүлде»,—тип тә ѳҫтәй.

«Челкаш» әтәсте урлаған ваҡытта, әбей ихатала тәһәрәтләнеп ултырған булған икән. Участковый протокол яҙа башланы. Әбейҙе—зыян күреүсе, мине—шаһит, ә «Челкаш»ты енәйәтсе, тип иғлан итте.

Әбей әтәсен тотоп алырға булғайны, бына башланды бит ғауға. Әтәс тоттормай, шифоньер, сервант башына осоп менеп, ундағы нәмәләрҙе тѳшѳрѳп бѳттѳ. Ѳҫтәлгә ҡунып, шампан шешәһе менән фужерҙы иҙәнгә бәреп тѳшѳрҙѳ, салаттың йәшел борсағын сүпләп ашай башланы. Участковый әтәсте эләктереп алып, әбейгә тотторҙо, «Челкаш»ты бүлексәгә алып китте. Ѳйѳмдѳ тәртипкә килтереп, ятыуым булды, тағы ишек шаҡыйҙар. Асыуымдан шартларҙай булып ишекте асып ебәргәйнем, бер тѳркѳм ҡыҙмаса йәштәр килеп инеп: «Ҡыҙҙы ҡайҙа йәшерҙең?!»—тип, минән ҡыҙ таптыра башламаһындармы? Аптырап киттем. «Бер ниндәй ҙә ҡыҙ йәшермәнем. Ҡарһылыуым фатирына ҡайтып китте. Һеҙ инер алдынан ғына ҡомғанлы әбей генә булды»,—тип яуабымды ҡабартып ебәрҙем. Былар шарҡылдап кѳлѳшә башланы. Баҡтиһәң, ѳйҙә ут булыуын күреп, туйҙа йәшерелгән ҡыҙ ошондалыр тип, килеп ингәндәр икән. Ѳй буш икәнен күргәс, ғәфү үтенеп сығып киттеләр. Ошоноң менән был тѳндәге мажараларым бѳткәндер инде, тип йоҡоға талдым.

Бер аҙҙан тағы ла ишек шаҡыу. Шаҡыу ғынамы, хатта емерерҙәй булып типкеләйҙәр! Сәғәт иртәнге етеләр самаһы. Эй Хоҙайым, ниндәй тѳн булды был! Ишекте асып ебәрһәм, миңә тиклем Ҡыш бабай ролен үтәүсе ир заты баҫып тора. «Костюмды бир! Кисәге ѳйҙәргә йѳрѳп, баш тѳҙәтеп сығыр кәрәк!»—ти. Сығырымдан сыҡтым был юлы, елкәһенән эләктереп, урамға сығарып ырғыттым.

Бер-бер артлы йылдар үтте. Ҡарһылыу хәҙер ҙур ғына яуаплы урынға күтәрелде. Бик дәрәжәле, абруйлы эшҡыуарға кейәүгә сыҡты. Йыл һайын 31 декабрҙә, тѳш ваҡытында, минең ѳйѳм янына иномарка килеп туҡтай. Ҡарһылыу менән иптәше бүләктәр, күстәнәстәр алып килеп, мине Яңы йыл менән ҡотлап китәләр.

Яңы йыл яҡшы башланып, яҡшы тамамланһын, тигән теләктәремде еткереп, тамамла-йым яҙмамды.

Айҙар Ҡоҙабаев.

Аҡъяр ауылы,

Хәйбулла районы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap