Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ТЕЛЕН ҺАҠЛАҒАН ХАЛЫҠ―ИЛЕН ҺАҠЛАҒАН ХАЛЫҠ
Untitled document

13 декабрҙә БДУ-ның Сибай институтында «Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында»ғы яңы закон шарттарында мәғариф учреждениеларында туған телдәрҙе ѳйрәнеү» тигән темаға Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә тѳбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция булып үтте.

Фәнни сарала Сибай ҡалаһы етәкселеге, мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Архангель райондары, Стәрлетамаҡ, Ѳфѳ ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Республикабыҙҙың абруйлы уҙамандарынан БДУ-ның Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Йәрмѳхәмәтов, Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Тәлғәт улы Аҙнабаев, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Руслан Таһир улы Хәбибов, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов, Башҡорт дәүләт университетының Рәсәй тарихы кафедраһы мѳдире, тарих фәндәре докторы, профессор, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының тарих һәм демография мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов, БДУ-ның башҡорт теле һәм дѳйѳм тел ғилеме кафедраһы доценты, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының милли мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы рәйесе Фәнзил Бүләк улы Санъяров һәм башҡаларҙың конференцияла ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы сараға мәртәбә ѳҫтәне. Пленар ултырышта тел, тарих белгестәре хәҙерге ваҡытта башҡорт халҡы ѳсѳн актуаль проблемалар, мәғариф учреждениеларында туған телде ѳйрәнеү проблемалары, башҡорт теленә дәүләт теле статусын яулау хәрәкәте тарихы, башҡорт әҙәби теленең дѳрѳҫ әйтелеше мәсьәләләре кеүек темаларға сығыштар яһаны, зал менән әүҙем бәйләнеш булдырҙы.

Артабан ҡатнашыусылар эште биш секцияға бүленеп дауам итте. Беренсе секция «Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә башҡорт теленең хәҙерге торошо һәм үҫеш перспективалары», икенсе секция—«Хәҙерге этапта милли тел сәйәсәтенең тарихи-хоҡуҡи һәм социаль-мәҙәни аспекттары», ѳсѳнсѳһѳ—«Мәғариф учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуҙы камиллаштырыу юлдары», дүртенсеһе—«Туған телде һаҡлауҙа һәм йәш быуында милли рух тәрбиәләүҙә ғаилә, мәғариф учреждениелары, әҙәбиәт, мәҙәниәт, дин һәм киң мәғлүмәт сараларының роле», ә инде бишенсе секция «Йәштәр һәм фән» тигән темаларҙы яҡтыртты. Һәр бүлектә бѳгѳнгѳ кѳн проблемаларынан сығып фәһемле сығыштар тыңланды.

Конференцияла бигерәк тә телде үҫтереү һәм һаҡлауҙа тѳп нигеҙҙе тәшкил иткән мәғариф ѳлкәһе һорауҙары борсоулы яңғыраны. Мәҫәлән, 2009 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, республика буйынса башҡорт телле 145 мәктәп ябылған, күп мәктәптәрҙә башҡорт телен тик дәүләт теле булараҡ ҡына ѳйрәнәләр. Ә бит быларҙың һѳҙѳмтәһе, иң беренсе сиратта, беҙҙең милләт ѳсѳн хәүефле, йәғни үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен белмәгән йәш быуындың үҫеп сығыуына килтерә.

1999 йылда «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәре тураһында» закон ҡабул ителгәйне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп урындарҙа уның үтәлмәүенә шаһит булаһың. Был тәңгәлдә сығыш яһаусылар алтаҡталарҙың, рекламаларҙың һәм башҡа мәғлүмәт белешмәләренең тик русса ғына яҙылыуын, күп магазиндарҙың сит телдәрҙә аталыуын, ер-һыу атамаларының икенсе телдәрҙән ингән ҡушаматтарға күсеп барыуын, уҡыу йорттарында милли мәҙәниәтте үҫтерерҙәй бүлектәрҙең ябылыуға дусар булыуын хәл итеүҙе талап иткән проблемалар итеп күтәрҙе.

Дѳйѳм алып әйткәндә, фәнни-ғәмәли конференция тыуған илгә, тыуған ергә, туған телгә һѳйѳү, үҙ Ватаныңдың тарихын, халҡыңдың ғѳрѳф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү һәм уларҙы хѳрмәт итеү, шул уҡ ваҡытта донъялағы, илдәге, тѳбәктәге дѳйѳм сәйәси ситуацияны, ҡуйылған маҡсат-бурыстарҙы аңлап эш итеү, был тәңгәлдә үҙеңдең патриотик бурысыңды үтәү, Ватандың намыҫын һәм мәнфәғәттәрен һаҡларға һәм яҡларға әҙер булыу һымаҡ күп яҡлы социаль һәм әхлаҡи сифаттарҙы, мораль принциптарҙы һәм ҡануниәттәрҙе үҙ эсенә алды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap