Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
24.12.2013
ЕР УЛЫ
Untitled document

Ергә шул ҡәҙәрем дә бәйләнгән кешеләр була икән! Тыуған ергә. Уның йылыһын, тын алышын, сарсауын, иҙрәүен йә иңрәүен һиҙеп-тойоп йәшәгән, уның менән бергә сәскә атҡан һәм ҡороған, уянған һәм тынған, һутынан һәм утынан кѳс алған кешеләр. Һүҙем ҡалалашыбыҙ Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов хаҡында. Яҡынлашып килгән түңәрәк ғүмер байрамы айҡанлы һѳйләшеүгә саҡырғайным, һүҙебеҙ ҡалай итһәк тә ана шул ер темаһына килде лә бәйләнде, килде лә бәйләнде. Ер проблемаһы, шул ерҙә кѳн итеүсе ауыл халҡы, уларҙың хужалығы, малсылыҡ, ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, ауылдарҙың кѳнитмеше, яҙмышы һәм башҡа мәсьәләләр Ирек Ниғәмәт улының үҙ яҙмышына әүерелгәндәй. Ул был хаҡта ҡоро зар итеп кенә һѳйләмәй, ә шуларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итерҙәй тѳрлѳ программалар, республика етәкселегенә мѳрәжәғәттәре, комплекслы йүнәлештәре хаҡында ла мауығып китеп әңгәмә ҡорҙо. Юбиляр менән аралашҡандан һуң мин мәҡәләмде «Ер улы» тип атаным, бының сәбәбен һеҙ түбәндән уҡып тѳшѳнѳрһѳгѳҙ, тип уйлайым.

—Ирек Ниғәмәт улы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ, бѳгѳнгѳ кѳндә һеҙҙе иң борсоған мәсьәлә ниндәй?

—Ер мәсьәләһе. Ауылдарҙа ерҙәрҙең ташландыҡҡа әйләнеүе, эшкәртелмәүе, урмандарҙың, күлдәрҙең ят ҡулдарға күсеүе, халыҡтың ергә хужа булыу тойғоһон юғалта барыуы. Ә бит бѳтә донъя буйынса һѳрѳнтѳ ерҙәрҙең 11 проценты, ҡара ерҙең 50 проценты беҙҙә. Беҙҙең тупраҡ сифаты буйынса заманында Парижда алтын миҙал менән билдәләнгән.

—Ауыл хужалығы күтәрелеп китә алырмы икән?..

—Илебеҙҙең ауыл хужалығы ҡабаттан күтәрелеп китәсәк. Ерһеҙ илдәргә эйәреп химикат, яһалма аҙыҡтар ашап йәшәп ҡараныҡ, хәҙер бѳтә донъя буйынса тәбиғи ризыҡҡа күсеү ағымы килә. Ҙур ҡалаларҙа хәллеләр тик тәбиғи аҙыҡҡа ғына ынтыла, уларҙың хаҡы ла артты. Шул хәл беҙгә лә яйлап килеп етәсәк һәм ауыл халҡы етештергән продукцияның баҙары үҫәсәк. Халыҡ үҙе лә быны аңлай башланы инде.

—Халыҡ яңынан коллективлашыу кисерәсәк тимәксеһегеҙме?

—Юҡ, коллективлашыу булмаҫ, ә бына шәхси хужалыҡтар күбәйер. Был тәңгәлдә беҙҙең БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы бик әүҙем эштәр алып бара. Ауылдарҙа шәхси хужалыҡ асырға теләгәндәргә йәки хужалығы булған кешеләргә комплекслы белем бирәбеҙ, йәғни уларҙы нисек итеп шәхси хужалыҡтың документтарын тѳҙѳргә, бизнес-план эшләргә, шул план буйынса хатаһыҙ эшмәкәрлек итергә, кредит алыу һәм түләүҙең хәүефһеҙ юлдарын һайларға, отчеттарҙы тапшырырға, һалымдарҙы түләргә һәм башҡа юридик ҡағыҙҙар менән идара итергә ѳйрәтәбеҙ. Шуларға ѳҫтәп ерҙе дѳрѳҫ эшкәртеү, унан күберәк уңыш алыу, малды зоотехния күҙлегенән дѳрѳҫ тәрбиәләү, үрсетеү, файҙалы туҡландырыу, етештергән продукцияны отошло һатыу йәки алмаштырыу кеүек һорауҙарҙы ла ситтә ҡалдырмайбыҙ. Үҙебеҙҙә курс үткәндәр менән бәйләнештә торабыҙ һәм уларҙың эштәрен күҙәтеп барабыҙ. Ауыл хужалығы ѳлкәһендә бындай комплекслы белем биреү республикабыҙҙа әлегә башҡа бер ерҙә лә юҡ.

—Һѳнәрегеҙ ауыл хужалығына бәйле, күрәһең...

—Мин зоотехник бит, ауыл хужалығында ябай зоотехниктан колхоз рәйесенә тиклем хеҙмәт юлы үттем. Шунлыҡтан был ѳлкә минең ҡаныма һеңгән. Баймаҡ районының «Таналыҡ», Салауат исемендәге колхоздарын етәкләнем, һуғыш йылдарында ошо уҡ хужалыҡтарҙа минең атайым рәйес булған.

—Тимәк, ергә яҡынлыҡ нәҫелдән килә?

—Шулай тиергә лә була. Ошо тәңгәлдә тағы ла ерҙә эшләүселәргә, йәғни шәхси хужалыҡ тотоусыларға бѳгѳн тѳрлѳ хѳкүмәт ярҙамдары булыуын да әйтеп үткем килә. Ҡыҙыҡһынһындар, белешһендәр ине. Бына, мәҫәлән, ерҙе дѳрѳҫ файҙаланып, юғары уңышлы картуф үҫтереү йәки башҡорт тоҡомло ат үрсетеү, шулай уҡ ҡортсолоҡ буйынса бизнес-пландар тәҡдим итеп, гранттар алыу юлын беләбеҙ. Ергә һәм малсылыҡҡа бәйле башҡа программалар ҙа бар. Уларға ярашлы субсидиялар, бәләкәй процентлы кредиттар, займдар аҙ түгел, беҙҙең халыҡ шуларҙы белһен һәм файҙаланһын ине.

—Һеҙ етәкләгән ҡоролтайҙың маҡсаты үҙегеҙ янып йәшәгән уй-хыялдар менән тап киләме?

—Тап килгәнгә лә мин ундамын. Бѳгѳн беҙҙең маҡсат—милләтте һаҡлап һәм яҡлап алып ҡалыу. Был тәңгәлгә сит милләттәр баҫымы ла, эскеселек, наркомания ла, хоҡуҡи мәсьәләләр ҙә, сәйәси һорауҙар ҙа инә. Ә был афәттәргә ҡаршы тороу ѳсѳн халыҡтың матди базаһы ныҡлы булырға тейеш. Йәғни, ерле, эшле һәм ашлы булыуы, үҙен үҙе туйындырып йәшәй алыуы мѳһим.

—Ҡоролтай—ул ижтимағи ойошма, шулай бит. Ниндәйҙер ерле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә кѳсѳ етәме?

—Тәҡдимдәребеҙҙе ҡабул итһендәр ѳсѳн йән аямай кѳрәшәбеҙ. Тик бына ойошманың бюджеты булмауы эсте бошора. Мәҫәлән, Татарстан ҡоролтайының йыллыҡ бюджеты 30 миллион һум, ә беҙҙең республиканыҡы 3 миллион һум тәшкил итә. Был бит милләтебеҙҙең уяу булмауын күрһәтә!

—Интернетта ҡайһы бер сайттарҙа «Йѳҙ йылдан башҡорт тигән милләт бѳтәсәк» тип яҙыла…

—Сѳнки беҙ шундай фекерҙәргә юл ҡуябыҙ. Башҡорт—ул бик боронғо халыҡ, грек философы Геродот бынан 2500 йыл әүәл ерҙең иң боронғо ун халҡы иҫәбенә башҡортто ла индерә, шунлыҡтан бында милләттең генетик яҡтан ѳлкәнәйеүен дә иҫәпкә алырға кәрәктер. Ғәрәп илсеһе Ибн-Фаҙландың яҙмаларында «башҡорт Волганан Тоболға тиклем ерҙәрҙең хужаһы булған яугир халыҡ» тип бирелә. Ә беҙҙе тап ана шул ерҙәр ѳсѳн ҡырғандар ҙа язалағандар. Тереләй яндырылыу, ауылдары менән юҡ ителеү, ырыулап ҡоллоҡҡа ҡыуылыуҙар нисәмә быуат дауам иткән һуң? Быуындан-быуынға күсә килгән ҡурҡыу, аһ-зар яугирлек рухын баҫҡан да инде. Тик был милләт бѳтә тигәнде аңлатмай! Яйлап милләттең аңы асыла, ҡаны таҙара бит. Ана, йәштәр күпләп дингә ҡайта, шәхси эшҡыуарҙар күбәйә, эсеү ҙә хатта хәҙер кәмене, сәләмәт тормош алып барыу модаға инде. Былар үҙҙәре лә яҡшы күрһәткес, минеңсә.

—Тимәк, ҡоролтай һәм уның кеүек башҡа ойошмаларҙың хеҙмәте бушҡа түгел.

—Һис шикһеҙ. Нимәгәлер ынтылыу, тырышыу тик ятыу менән бер түгел. Яҡшылыҡтың барыбер емеше буласаҡ, минең быуынға булмаһа, киләсәк балалар быуынына, уларҙан һуң киләһе быуындарға.

—Үҙ халҡын яҡлай алһын ѳсѳн бѳгѳн егет һәм ҡыҙҙарҙы нисек итеп тәрбиәләргә кәрәк, һеҙҙеңсә?

—Патриотик рухта—ир балаларҙы илен һәм ғаиләһен яҡларҙай кѳслѳ, белемле, ә ҡыҙ балаларҙы әсәй, ир ҡатыны булып, ғаилә усағын һаҡларҙай итеп. Йәғни тәбиғәт закондарына ярашлы, шул ғына.

—Яңынан тыуһағыҙ, ошо уҡ юлды һайлар инегеҙме?

—Бындай мѳмкинселек булһа, ошондай заманалар килерен белһәм, был кѳрәште бик күпкә иртәрәк башлаған булыр һәм был юлда мин бер үҙем генә лә булмаҫ инем. Был күп ағай-эненең хыялы ул.

—Юбилейығыҙ айҡанлы үҙегеҙгә ниндәй теләктәр теләр инегеҙ?

—Балаларым, ейәндәрем һау-сәләмәт булһын. Бәләкәйҙән хеҙмәт менән башланған ғүмерем шул ыҙанда дауам итһен. Кешеләргә ярҙам итә алырға, улар мәнфәғәтенә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын. Тормоштоң бар матурлығы ла ана шул кәрәкле, файҙалы булыуҙа бит.

—Бар теләктәрегеҙ ҙә ҡабул булһын. Тағы ла бер тапҡыр юбилейығыҙ менән! Ҡыҙыҡлы әңгәмә ѳсѳн ҙур рәхмәт.

Миләүшә ХАБИЛОВА әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap