Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.01.2014
АТҠА ХЕҘМӘТ КИЛЕШӘ…
Untitled document

Ярһып-сабып Ат йылы килә. Беҙгә иһә яҡынлашып килгән йылдың һәр нәмәһе ҡыҙыҡлы. Ул ниндәй буласаҡ? Кемдәр был йылда тыуған? «Йылҡылар» ниндәй кешеләр улар? Киләһе йылдан нимәләр кѳтәләр? Үткән йыл нимәләре менән иҫтәлекле булған? Ошо һорауҙар менән беҙ Ат йылында тыуғандарға мѳрәжәғәт иттек һәм улар беҙгә түбәндәгеләрҙе һѳйләне.

Илфат Фазулла улы Сафин, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең сәнәғәт, тѳҙѳлѳш, транспорт һәм элемтә бүлеге етәксеһе:

—Йылан йылы уңышлы һәм емешле йылдарҙың береһе булды, үпкә юҡ уға. Ҡалабыҙҙа йыл ағымында тѳҙѳлѳш, юлдар тѳҙѳкләндереү, электр уты, газ үткәреү буйынса күп эштәр башҡарылғанын үҙегеҙ ҙә күҙәтеп барғанһығыҙҙыр. Халыҡты иҫке йорттарҙан яңыларына күсереү программаһын тормошҡа ашырыу ҙа әүҙем алып барылды. Үҙәк урамдарға асфальт түшәлде, Арҡайым, Кѳньяҡ, Сармат ҡасабаларына газ, һыу үтте. Әлеге кѳндә бер түгел ике балалар баҡсаһы тѳҙѳлә. Былары әле күҙгә күренеп торған ҙур эштәр. Ә тѳҙѳкләндереү, яңыртыу, йылытыу кеүек «ваҡ»тарын иҫәпләп тә тороп булмаҫ. Ҡыҫҡаһы, быйыл эшләргә эш тә етерлек булды, уның емештәре лә халыҡты ҡыуандырҙы.

Шәхси уңыштарға килгәндә, быйыл үҙ йортома индем. Ниһайәт, ғаиләбеҙ менән яңы йортта рәхәтләнеп, иркенләп кѳн итәбеҙ. Барыһына ла ошондай бәхет теләйем.

Ат йылында тыуғандарҙың холҡона килгәндә инде, «ат» икәнемде яңы белдем әле (кѳлә). Мин бит йондоҙнамәләр, һынамыш-юрамыштар менән ҡыҙыҡһынып йѳрѳгән кеше түгел. Ә былай атҡа хеҙмәт килешә инде.

Яңы йылға, әлбиттә, тик яҡты ѳмѳттәр генә бағлайбыҙ. Быйылдан киләһе йылға күсә барған эҙмә-эҙлекле эштәр ҙә күп. Был осраҡта шул уҡ тѳҙѳлѳш кеүек күләмле, киң масштаблы программаларҙы әйтәм инде. Йыл имен, тыныс килеп, беҙҙе шатлыҡлы яңылыҡтары менән һѳйѳндѳрһѳн, ҡалалаштарыбыҙ ѳсѳн тағы ла яҡшыраҡ уңайлыҡтар булдырыуға мѳмкинселектәр бирһен, тигән теләктәмен. Байрам уңайы менән барыһына ла матур киләсәк, рух күтәренкелеге һәм күңелле байрамдар теләйем!

Рәзифә Хѳрмәт ҡыҙы Иҙрисова, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:

—Уҙып барған йыл артыҡ ҙур яңылыҡтары менән иҫтә ҡалмаһа ла, именлектә, бѳтѳнлѳктә үтте. Мул булды был йыл, яуым-тѳшѳмлѳ, уңышлы ла. Бигерәк тә баҡсамда шәп уңыш алыуыма һѳйѳндѳм. Виноград та, абрикос та, башҡа еләк-емеш тә емерелеп уңды, рәхәтләнеп ҡайнатмалар ҡайнаттыҡ, ҡышҡа әҙерләндек.

Эштә лә барыһы ла ыңғай ғына бара, Аллаға шѳкѳр. Кѳҙгѳһѳн юғары категорияға һынауҙы уңышлы үттем. Яратҡан коллективымда үҙем хѳрмәт иткән кешеләр менән эшләп йѳрѳйѳм, яҡты, йылы йортом, арҡа терәр ирем, ике ҡанатым—ике улым бар, туған-тыумасаларым имен-һау—тағы ла ни кәрәк кешегә бәхет ѳсѳн? Һәр бәләкәй генә һѳйѳнѳстѳ лә ҙур итеп ҡабул итә, ҡыуана, ҡәҙерләй белер йәшкә еткәнбеҙ бит инде.

Етеп килгән Ат йылынан да артығын һорамайбыҙ, бары именлектә, ауырлыҡтарһыҙ ғына килһен. Халыҡҡа яҡшы эш хаҡы түләнһен, ир-егеттәребеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға үҙебеҙҙә эш урындары булһын, ситтә интегеп йѳрѳмәһендәр ине. Йәштәргә ғаилә ҡороу, балалар тәрбиәләү ѳсѳн күберәк уңайлыҡтар, мѳмкинлектәр булдырылһын. Беҙ эшләгән баҡсаларҙың йәме булырҙай балалар тыуып, үҫеп торһон. Балалы ил—бай ил ул.

Яңы йылда һәр ѳйгә түңәрәк ѳҫтәл, ѳҫтәл тулы һый-хѳрмәт, шул табын тирәләй бәхетле, бѳтѳн ғаилә һәм ул ғаиләнең яҡты киләсәккә аҡ ѳмѳттәре булыуын теләйем. Яңы йыл менән!

Зилә Ғүмәр ҡыҙы Байморатова, Сибай үҙәк ҡала поликлиникаһының физиотерапия бүлегенең массаж буйынса шәфҡәт туташы:

—Уҙған йыл минең ѳсѳн сәйәхәттәр йылы булып иҫтә ҡаласаҡ. Медицина ѳлкәһендә 29 йыл эшләү дәүерендә тәүге тапҡыр бушлай йүнәлтмә менән Октябрьский ҡалаһындағы шифаханала ял итеп ҡайттым. Бик күп яңы кешеләр менән таныштым, аралаштым, дуҫлаштым. Яңы мѳхит, яңы мѳнәсәбәттәр минең ѳсѳн бик ҡыҙыҡлы булды.

Икенсе сәйәхәтем—Ҡаҙағстан, икенсе тѳрлѳ әйткәндә Тѳркѳстанға булды. Мәңге онотмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайттым. Кемдәрҙер был тарафтарға ниндәйҙер йүнәлеш менән барһа, мин ер-һыу гиҙеү, сит йолалар менән танышыу, асыҡ һауа аҫтындағы музейҙарҙы, изге ҡомартҡыларҙы үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайтыу ѳсѳн юлландым. Ысынлап та, ҡаҙаҡ халҡының боронғо ҡомартҡыларына бик һаҡсыл, ихтирамлы булыуына һоҡланып бѳтә алманым. Ундағы мәсеттәр, нағышлы һарайҙар, һауыт-һаба, балаҫтар, түбәләрендә ҡар болото ятҡан бейек тауҙар, ләлә туғайҙары—күҙҙәр ҡамашырлыҡ тамаша! Ә бит беҙҙә лә шундай иҫтәлекле, изге урындар етерлек һәм улар ҙа ҙурлауға, ихтирамға лайыҡ.

Киләһе йылда ла, Алла бирһә, ял эләгеү менән сәйәхәт итергә сыҡмаҡсымын. Хыялым—Байкал күленә барып ҡайтыу. Яҡынлашып килгән Ат йылы минең хыял елкәндәренә тик ыңғай ғына елдәр ебәрер, тип ышанам, үҙемдең йылым бит. Ғѳмүмән, Ат йылында тыуғандарға бар хеҙмәт емештәре лә, уңыштар ҙа арманһыҙ хеҙмәт аша ғына бирелә ул. Беҙ «аттар»—егелеп эшләп, үҙебеҙҙең кѳскә, таҫыллыҡҡа ышанып йәшәгән кешеләр.

Яңы йыл байрамы алдынан бѳтә коллегаларымды, бүлектә эшләгән ҡыҙҙарымды һәм, әлбиттә, ҡалалаштарымды ҡайнар ҡотлайым, барыһына ла ғаилә именлеге, мѳхәббәтле, бәхетле ғүмер һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Киләһе йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә хѳкүмәтебеҙ тарафынан тейешле иғтибар булыр, хеҙмәт хаҡы кимәле лә күтәрелер, йәшәү, эшләү шарттары ла яҡшырыр, тип ѳмѳтләнәбеҙ. Ат йылы менән, дуҫтар!

«Аттар» менән Миләүшә ХАБИЛОВА һѳйләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap