Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.01.2014
САБЫЙҘАР ТЫУА, АЛТЫН ТУЙҘАР БИЛДӘЛӘНӘ…
Untitled document

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә йылдың 100-сѳ, 500-сѳ, 1000-се булып тыуған сабыйын тантаналы теркәү матур йолаға әүерелде. Быйылғы йылдың меңенсе балаһы Кирилл Сафонов 4 декабрҙә тыуған. Ѳлѳшлѳ бала—Гѳлшат Айбулат ҡыҙы һәм Евгений Юрьевичтың кѳтѳп алған тәүге бәпесе. Йәш ғаиләне улдары тыуыу айҡанлы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов ҡотлап, велосипед бүләк итте.

—Бала тыуыуы—һәр ғаиләлә оло ваҡиға. Ҡалала кескәйҙәрҙең бала сағы бәхетле, ата-әсәләрҙең күңеле тыныс булһын ѳсѳн барыһы ла эшләнә. Ѳс йылға яҡын башлыҡ булып эшләү дәүеремдә 5-се балалар баҡсаһын тѳҙѳй башланыҡ,—тине Хәлит Хәмзә улы, Сафоновтарға тәбрик һүҙҙәре әйтеп.—Сабыйығыҙ үҙегеҙгә иптәш, һау-сәләмәт булып үҫһен.

ЗАГС бүлеге начальнигы Айгѳл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева ла башлыҡтың һүҙҙәрен ҡеүәтләне һәм былтыр бүлектә йыл аҙағынаса 1077 бала теркәлһә, быйыл был һан ошо кѳнгә 1086 булған. Тимәк, алға китеш бар, балалар тыуа, тормош дауам итә.

Ошонда уҡ 2013 йылда бриллиант туйҙарын билдәләүсе, йәғни 60 йыл бергә ғүмер итеүсе Хѳрмәтулла һәм Рәйсә Хәйбуллиндар, Василий һәм Вера Жердочкиндар, алтын туйға еткән Николай һәм Таиса Бедокуровтар, Владимир һәм Валентина Булгаковтар, Михаил һәм Елизавета Денисовтар, Сѳнәғәт һәм Хәмиә Ибраһимовтар, Вениамин һәм Анастасия Огурцовтар, Риф һәм Нәсимә Шәриповтар тәбрикләнде.

Илебеҙ тарихы менән яҙмыштары үрелеп барған оло быуын вәкилдәренә лә Хәлит Хәмзә улы изге теләктәрен теләне. Ѳлкәндәр һуңғы йылдарҙа ҡалала ҙур күләмле эштәр атҡарылыуын, йәшәйештең яҡшыра барыуын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды.

Риф Ғәбит улы һәм Нәсимә Мирза ҡыҙы Шәриповтар 1963 йылдың июлендә ѳйләнешкән.

—Күҙ асып йомғансы илле йыл ғүмер үткән дә киткән. Тырышып донъя кѳттѳк. Ике ҡыҙ үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ буй еткерҙе. Бѳтә кѳсѳбѳҙҙѳ хеҙмәткә бағышланыҡ, шуға ла мохтажлыҡ кисермәнек,—тиҙәр Шәриповтар. «Ә һеҙ кәләште ҡайҙан таптығыҙ?»—тигән һорауға Риф Ғәбит улы: «8 Март байрамында. Иптәштәрем унда мине һѳйрәп тигәндәй алып барҙы. Бѳрйән ҡыҙына шундуҡ күҙем тѳштѳ. Ул да Әбйәлил килене булыуын һиҙмәй ҙә ҡалды»,—тип шаярыу ҡатыш яуапланы.

Һәр ғаилә парының үҙ мѳхәббәт тарихы бар. Уларҙың һәр ҡайһыһының тормош юлы йәштәргә үрнәк, ѳлгѳ.

Мәҙинә Мансурова.

Һүрәттә: хакимиәт башлығы Х.Х.Сѳләймәнов Шәриповтар ғаиләһенә бүләк тапшыра.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap