Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.01.2014
«ПРЕЗИДЕНТ ШЫРШЫҺЫ КҮҢЕЛЛЕ ҮТТЕ»
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

23 декабрҙә баш ҡалабыҙ Ѳфѳлә республикабыҙҙың иң шәп малай һәм ҡыҙҙары Президент шыршыһына йыйылды. Күңелле сарала 800-ҙән ашыу ҡунаҡ булһа, уларҙы 200-ҙән ашыу йәш артист театрлаштырылған тамаша менән ҡыуандырҙы. Президент шыршыһына барыусылар йыл ағымында яҡшы уҡыу менән генә түгел, ә тѳрлѳ мәҙәни сараларҙа, ярыштарҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, үҙҙәрен һәр ерҙә лә алдынғы тип күрһәткән балалар ине. Байрамда шулай уҡ «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы аша килеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары ла ҡатнашты.

Сибай ҡалаһынан Президент шыршыһына 8 уҡыусы барып ҡайтты. Байрамдан алған тәьҫораттары менән Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Лия Насыпова (һүрәттә) бүлеште:

—Беҙҙе, оло ҡунаҡтар кеүек итеп, әллә нисә машина оҙатыуында алып сығып киттеләр. Уңышлы ғына барып етеп, тәүге кѳн кисен дискотекала бейенек, шунда уҡ йәштәштәребеҙ менән таныштыҡ. Икенсе кѳн иртәнге 11-ҙә байрам башланды. Ундағы шыршының ҙурлығына, костюмдарҙың тѳрлѳлѳгѳнә хайран ҡалдыҡ.

Балаларҙы Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова ҡотланы. «Был залға республикабыҙҙың иң тырыш һәм һәләтле балалары йыйылған. Һеҙ—илебеҙҙең киләсәге, һәр ваҡыт ошо кимәлдә уҡығыҙ һәм хеҙмәт итегеҙ. Яңы йылда барығыҙға ла именлек-һаулыҡ теләйем, ата-әсәйҙәрегеҙҙең ярҙамсыһы, мәктәбегеҙҙең ғорурлығы булып, матур ғаиләләрҙә бәхетле бала саҡ кисерергә яҙһын»,—тигән теләктәр еткерҙе ул беҙгә.

Унан беҙҙе тамаша залына саҡырҙылар һәм «Яңы йыл музейы» тигән музыкаль әкиәт-спектакль күрһәттеләр. Ул бик үҙенсәлекле булды. Ундағы фараондар, мумиялар, боронғо грек аллалары һәм шулар араһындағы Ҡыш бабай кѳтѳлмәгәнсә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды.

Аҙаҡтан шыршы тирәләй бейештек, уйындар уйнаныҡ, һѳнәрҙәребеҙҙе күрһәттек. Тѳрлѳ махсус эффекттар, кино һәм әкиәт геройҙары, уларҙың шаянлыҡтары—шулар араһында үҙеңде мѳғжизәле донъяла йѳрѳгән кеүек һиҙәһең.

Хушлашҡанда һәр беребеҙгә йомшаҡ уйынсыҡ, З.Биишеваның «Һѳнәрсе һәм Ѳйрәнсек» китабын һәм татлы күстәнәстәр бүләк иттеләр. Ошондай матур байрам һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ѳсѳн бѳтәбеҙ исеменән дә уҡытыусыларыбыҙға һәм ата-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт әйткем килә. Тағы ла класташтарымды, мәктәбемде лә байрам менән ҡотлайым: Яңы йыл менән, дуҫтар!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap