Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
10.01.2014
ҠӘҘЕРЛЕ ЯҠТАШТАР!
Untitled document

Һанаулы ғына кѳндәр, сәғәттәрҙән һуң тарих китабының тағы бер битен ябып, беҙ Яңы 2014 йылды ҡаршы аласаҡбыҙ.

Уҙып барған йыл ваҡиғаларға бай булды, ул һәр беребеҙҙең хәтерендә үҙенә генә хас үҙенсәлеге менән ҡаласаҡ. Тәүге һығымталарҙы яһап, дѳйѳм алғанда, йыл емешле һәм уңышлы үтте, тип әйтеп була.

Ҡала күләмендә һәр тармаҡ буйынса ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде: 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы тѳҙѳлѳшѳнѳң беренсе этабы тамамланды, 115 урынлыҡ тағы бер мәктәпкәсә йәштәге мәғариф учреждениеһына нигеҙ һалынды, 55 фатирлы социаль йорт сафҡа инде, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына ярашлы 9 күп фатирлы йорт тѳҙѳлѳшѳндә эштәр дауам итә, урамдар, скверҙар һәм ихаталар тѳҙѳкләндерелде, юлдар тѳҙѳлдѳ һәм ремонтланды, коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн яңы техника һатып алынды һәм башҡа бихисап эштәр башҡарылды. Ағымдағы йылда беҙ ҡала ѳсѳн ҡырҡыу һаналған проблемаларҙы хәл итеүгә ѳлгәштек. Ҡаланың үҙәк урамдарына асфальт түшәлде, Алтын ҡасабаһы юлы капиталь ремонтланды, Арҡайым ҡасабаһының иң алыҫ урамдарына һыу һәм зәңгәр яғыулыҡ барып етте.

Тотороҡло күрһәткестәр предприятиеларҙың эшмәкәрлеген билдәләй. 11 ай һѳҙѳмтәләре буйынса продукция етештереү күләме 14,7 процентҡа артҡан. Иҡтисадҡа урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ ѳлкәһе индергән ѳлѳш тә һѳҙѳмтәлерәк була бара. Йылдың иң әһәмиәтле уңыштарының береһе тип погонаж изделиелар етештереүсе ағас эшкәртеү комплексын тәшкил иткән «СибайУрманПром» йәмғиәтенең техник асылыуын, элекке Сибай ит комбинаты базаһында индустриаль парк булдырыу проектын тормошҡа ашыра башлауҙы атарға була.

Беҙҙең барлыҡ ҡаҙаныштар, тѳп күрһәткестәр буйынса үҫеш—ул урындағы үҙидара, ҡала хеҙмәттәренең киң даирәләге эшмәкәрлеге, предприятие һәм ойошмаларҙың, йәмәғәтселектең һәм ҡала халҡының үҙ-ара килешеп эшләүе һәм йәшәүе һѳҙѳмтәһе.

2013 йыл Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы булараҡ билдәләнде. Ҡала скверҙарында, парктарҙа һәм аллеяларҙа 5250 тѳп ағас ултыртылды, ҡалалаштар экологик ѳмәләрҙә дәррәү ҡатнашты, Ҡарағайлы йылғаһы үҙәнен таҙартыу буйынса эштәр проекты булдырылды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға депутаттар һайлау йылдың иң мѳһим ваҡиғаларының береһе булды. Беҙ тағы ла бер тапҡыр тотороҡлолоҡҡа ынтылышыбыҙҙы күрһәттек һәм республиканың эшлекле Парламентын булдырыуға лайыҡлы ѳлѳшѳбѳҙҙѳ индерҙек.

Яңы йылда беҙҙең алда бик күп етди бурыстар тора, уларҙың иң мѳһиме—сибайҙарҙың лайыҡлы тормош кимәлен һаҡлау.

Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл байрамының шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәлдәре яҡынлаша. Улар тупһала ғына тора һәм Яңы йылды ҡаршылауға барлыҡ ишектәр ҙә киң асылған.

2014 йыл һеҙҙең ѳсѳн яңы мѳмкинлектәр асһын, яңы ваҡиғалар менән ҡыуандырһын, барлыҡ уй-ниәттәрегеҙҙе һәм изге башланғыстарығыҙҙы тормошҡа ашырһын. Үҙ-үҙегеҙгә, кѳсѳгѳҙгә, мѳмкинлектәрегеҙгә ышанысығыҙ артһын! Кремль куранттары һуҡҡан саҡта теләгән иң изге хыялдарығыҙ ысынға әйләнһен!

Барығыҙға ла бәхет, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күтәренке Яңы йыл кәйефе һәм ҙур уңыштар теләйем!

Х.Х.Сѳләймәнов,

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap