Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.01.2014
АТ ЙЫЛЫ КЕМГӘ НИМӘ ВӘҒӘҘӘ ИТӘ?
Untitled document

Ҡомаҡ

Ат йылында Ҡомаҡтарға туҡтауһыҙ кѳсѳргәнеш, мәшәҡәттәр һәм борсолоуҙар ѳсѳн сәбәптәр сығып ҡына торасаҡ. Әммә бындай тынысһыҙ юл тик уңыштарға ғына алып барасаҡ. Апрель-июль айҙары оло хеҙмәт һәм перспективалар вәғәҙә итә. Йыл ағымында ҡомаҡтарҙың йүнле ял итә алыуы ла икеле. Шунлыҡтан кѳҙгә табан уларҙың сәләмәтлеге ҡаҡшарға ла мѳмкин.

Шулай итеп, Ат йылы ҡомаҡтарға «ат хеҙмәте» алып киләсәк, был, әлбиттә, эш хаҡының артыуына ла, вазифала үҫеүгә лә килтерәсәк. Ә бына яңғыҙ Ҡомаҡтар үҙ мѳхәббәтен осратыр. Яҙҙың беренсе яртыһында танышҡан кешегеҙ менән мѳнәсәбәттәрегеҙ туйға барып етергә лә мѳмкин.

Үгеҙ

Үгеҙҙәр ѳсѳн ябай булмаған йыл. Улар алдына йыш ҡына еңел булмаған мәсьәләләр килеп баҫасаҡ. Ат Үгеҙҙең шәхси сифаттарына ыңғай ҡарашта, шунлыҡтан ауыр ваҡыттарҙа яңғыҙ ҡалдырмаҫ. Әммә Үгеҙҙәрҙең үҙҙәренә лә был йылда Аттан ҡалышмай хеҙмәт итергә кәрәк буласаҡ. Ял һәм байрам кѳндәрен дә эштә үткәреү осраҡтары йыш булыр. 2014 йылда Үгеҙҙәрҙе сәләмәтлектәре артыҡ борсомаҫ, ваҡ-тѳйәкте артыҡ яҡын ҡабул иткәндә нервылары ғына бер аҙ «ҡытыҡлар». Аҡса мәсьәләһендә ярҙам кәрәк буласаҡ, тик был ярҙамды банктарҙан түгел, ә туғандарығыҙҙан һорарға тырышығыҙ. 2014 йылда Үгеҙҙәргә яҡындарына иғтибарлы булыу кәрәк. Яңғыҙҙарға ҡыҙыҡлы кешеләр осрар, әммә был мѳнәсәбәттәр оҙайлы булмаҫ.

Юлбарыҫ

2014 йылда хеҙмәт итергә теләгән Юлбарыҫтар Аттың мәрхәмәтендә йәшәр. Хеҙмәт—эш кенә түгел, ә ижади булырға ла мѳмкин. Юлбарыҫ—кѳслѳ шәхес, ә Ат кѳстѳ хѳрмәт итә һәм Юлбарыҫҡа күп кенә мѳмкинлектәр аса.

Юлбарыҫтың сәләмәтлегенә килгәндә, был йылда аҙыҡ эшкәртеү юлдары бер аҙ борсор, нимә ашауығыҙға, ниндәй аҙыҡтар ҡулланыуығыҙға иғтибар итегеҙ. Февраль-март айҙарында кѳтѳлмәгән тәҡдимдәр булыр, был тәҡдим күп яңылыҡтар һәм уңыштар алып килер. Йыл ағымында Юлбарыҫ аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫ. Шәхси планда Юлбарыҫтарға бик тотанаҡлы булыу зарур, сѳнки тѳпкә киткән ара боҙошоу бик оҙаҡҡа һуҙылып китеүе ихтимал.

Ҡуян

Ат йылы Ҡуяндарҙы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар менән ҡыуандырмаҡсы. Уларҙың уртаһында ҡайнар ѳсѳн мәғлүмәтле булыуың зарур. Ҡуяндарға кәрәкле мәғлүмәтте табыу ѳсѳн ялҡауланырға ярамай. Тап Йылҡы йылында ҡуяндар тормошта үҙ урынын табырға тырышырға тейеш. 2014 йыл тотороҡло булмаҡсы, үҙ эшен асып ебәреүселәргә тик уңыштар йылмаясаҡ. Ҡуяндар ѳсѳн иң уңайлы мәл—йәй. Был осорҙа отпуск алыу ҙа йәнегеҙгә лә, тәнегеҙгә лә сихәт бирер.

Аждаһа

2014 йыл Аждаһалар ѳсѳн дә уңышлы йыл. Был йондоҙнамә аҫтында тыуыусыларға Ат йылында күңелһеҙ булмаясаҡ. Маҡсаттарға ирешә торған йыл. Карьера яһау ѳсѳн уңайлы мәлдәр күп булыр. Ҡайһы бер Аждаһалар һѳнәрен алмаштырыуы ла ихтимал. Бындай аҙым тик файҙаға ғына булыр.

Аҡса йыйыу мѳмкинселеге лә тыуыр. Ѳйләнмәгәндәр парын табыр, ѳйләнгәндәр икенсе яртыһының уларға тейешле иғтибар бүлмәүенә зарланыр.

Йылан

Йыл хужаһы дәрәжәһенән тѳшѳп, йыландар Йылҡы йылында үҙҙәрен азат һәм еңел тойор. Үҙ бурыстарығыҙҙы намыҫ менән үтәһәгеҙ, коллегаларығыҙға ҡарата итәғәтле булһағыҙ, карьера эшләү мѳмкинселеге бар. Капитал туплау мәсьәләһендә бик һаҡ булырға кәрәк. Йәй айҙарында ҡаланан ситтә йорт йәки ҡиммәтле автомобиль һатып алыу мѳмкинселегегеҙ тыуыр. Әммә ундай милектәр тик үҙ аҡсағыҙға алынырға тейеш. Ат йылында Йыландар мѳхәббәтле булыр, ләкин күптәрҙә икенсе яртыһына ҡарата кѳнләшеү хисе уяныр.

Ат

Аттар ѳсѳн үҙ йылдары шул тиклем уңышлы була тип әйтеп булмай. Был йылда тыуғандар иңенә үҙҙәре һәм яҡындары ѳсѳн ҙур яуаплылыҡ ятасаҡ. Былай ҙа ал-ял белмәгән йылҡыларға ял аҙ эләгәсәк. Һѳнәри яҡтан үҫеш кисерерһегеҙ. Йыл дауамында бурысҡа аҡса бирмәүегеҙ хәйерле булыр. Мѳхәббәткә килгәндә, ѳйләнмәгәндәргә үлеп ғашиҡ булырға тәҡдим ителмәй. Ә ғаиләлеләр инде йылды тыныс үткәрер, хатта үҙ-ара мѳнәсәбәттәрен нығытыр.

Ҡуй

Ҡуйҙарға был йылда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тәҡдим ителә. Хеҙмәт һѳйгәндәрҙе Ат тейешенсә баһалаясаҡ. Килемдәрегеҙ тотороҡло буласаҡ. Йәй айҙарында ҙур әйбер һатыу алыу мѳмкинселеге килеп тыуыр. Сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу тураһында уйлағыҙ. Насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуығыҙ хәйерле.

Маймыл

Маймылдар Ат йылына бик ышаныслы аяҡ баҫа. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тынысланырға ярамай, байрам кәйефе бик тиҙ үтеп китәсәк. Эшегеҙҙе алмаштырыу форсаты сыҡһа, шикләнмәйенсә, яңыһына барыуығыҙ отошло булыр. Финанс йәһәттән тотороҡлолоҡ килер. Ѳйләнмәгән маймылдар ѳсѳн ғаилә ҡороу ѳсѳн Ат йылы—бик уңышлы йыл.

Әтәс

Әтәс йылында тыуғандарға Ат йылында артыҡ әтәсләнеп йѳрѳү яйы булмаясаҡ. Улар Яңы йыл байрамдарын ғына рәхәтләнеп уҙғарыр ҙа, ары баштан аяҡ эшкә сумыр. Тынысһыҙ һәм сабырһыҙ Әтәсте Ат «тәрбиәләп» тә алыр.

2014 йыл коллективта эшләгән Әтәстәргә уңышлы булыр, яңғыҙ хеҙмәт алып барғандарға ауырыраҡҡа тура килер. Аҡсаны бик ышаныслы, киләсәктә кәрәк булырҙай эштәргә генә сарыф итергә кәңәш ителә. Кѳҙ кѳндәре Әтәстең яҡшы вазифа биләүе бар.

Эт

Эттәр ѳсѳн Ат йылы дѳйѳм алғанда уңышлы килә. Был йылда улар иң алда, иң яҡшыһы һәм иң етеҙе. Бѳтѳн был уңыштарға башы әйләнеп Эт сабыр ҙа сабыр һәм бер аҙ сәләмәтлеген дә ҡаҡшатып алыр.

Май-июнь айҙарында эш урынында күтәрелеү кѳтѳлә. Был арауыҡта бигерәк тә тырышырға кәрәк булыр. Аҡсаны ла бик һаҡ тотоноғоҙ. Яҙ кѳндәре яңғыҙаҡ Эттәр үҙ яртыһын табыр. Парлыларға парҙарына йылыраҡ мѳнәсәбәттә булыу кәрәгер, юғиһә уларының ситтән йылы эҙләүе бар.

Сусҡа

Ат йылында Сусҡаларға бер аҙ кѳс һалыу кәрәк булыр. Бер нәмәнән дә ситтә ҡалмаҫҡа, тиҙ генә хәл итергә тырышығыҙ. Эргә-тирәләгеләр һеҙҙең мѳмкинлектәрегеҙҙе юғары баһалар. Кѳтѳлмәгәндә эштә ыңғай яңылыҡтар булыр. Ноябрь-декабрь айҙарында финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Коллегаларығыҙ менән яҡшы мѳнәсәбәттә булырға ынтылығыҙ. Сусҡаларға саф һауала күберәк йѳрѳү, яңғыҙ ҡалып ял итеүҙәр файҙаға ғына булыр. Парлы Сусҡаларға йыл тыныс, матур тормош вәғәҙә итә, ә яңғыҙҙарға матур осрашыуҙар бүләк булыр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap