Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЯҢЫ ЙЫЛ БҮЛӘГЕ
Untitled document

Хикәйә

Миләүшә ХАБИЛОВА

Күҙ йәштәренә быуылып, тауышһыҙ һулҡылдап илай-илай атланы Ғәлиә. Битенә, сикәләренә һырлығып, иғтибарҙы үҙҙәренә йүнәлтергә теләгән ҡар бѳртѳктәрен тойманы ла, күрмәне лә, гүйә. Ерҙең тик аҡлыҡтан, тик сафлыҡтан ғына торған был мәлендә ҡыҙ ѳсѳн бѳтә донъяны һѳрѳм баҫҡан, күңел күген мәңге асылмаҫтай ҡара болоттар ҡаплап алғайны.

Подъезд ишеген магнит асҡысы менән асып ингәс, баҫҡыстан күтәрелергә хәле етмәйсә, ярым ҡараңғыла һәрмәнеп килеп, стенаға терәлде. Ҡалтыранған ирендәре субырлап аҡҡан йәштәрен йота-йота бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: «Нишләп яралттың мине был донъяға, Аллам?!! Нишләп тыуҙырҙың!..» Тик уға аулаҡлап күңелен бушатырға ирек бирмәнеләр, ѳҫтәге майҙансыҡта кемдәрҙер бар булып сыҡты, бына улар һаҡ ҡына итеп үҙ-ара һѳйләште:

—Ишетәһеңме, Шакир ағай, берәү илай әллә?..

—Бесәйҙер... Бында подъезд тулы эт тә бесәй...

Тынып ҡалдылар. Ғәлиә иһә үкһеүен быуырға тырышып, үҙ-үҙе менән кѳрәште. Ѳҫтәгеләрҙең берәүһе тағы телгә килде:

—Ысынлап илайҙар ахыры... ҡана ҡарайым әле.

Теге әҙәм аҫҡа ыңғайлауға ҡыҙ ѳрккән илек ише баҫҡыстан үргә йүгерҙе, әйтерһең дә, яңы ғына фатирына барып етерлек кѳс таба алмай тормаған. Ѳс ҡатты һә тигәнсе елеп үтеп, дүртенсе ҡаттың баҫҡыс майҙансығында тегеләрҙең алдына килеп тә баҫты. Уға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәне бер ҡатты ла тѳшѳп етә алмаған икән. Аптырарға ла түгел. Былар бит уның күршеһе—мәңге айныҡмаҫ Шәкир ағайҙың дуҫтары. Үҙе кеүек үк һәр ваҡыт йә иҫереп, йә баш тѳҙәтергә эҙләп йѳрѳгән әтрәғәләмдәр. Күршеһен күргәс, сүгәләп ултырған Шәкир ағайҙың былай ҙа ҡәнәғәт йѳҙѳ тағы ла яҡтыра тѳштѳ:

—Аһ-аһ, ҡарындаш, кем тиһәк әле, һин икән дә...

Тик Ғәлиәгә был алсаҡлыҡ артыҡ тәьҫир итмәне:

—Тағы подъезда һабантуй үткәрмәксеһегеҙме?!

—Тартырға ғына сыҡтыҡ, ҡарындаш, бына ҡустылар килгәйне ҡунаҡҡа...

—Ҡунаҡтарығыҙ бѳтмәҫ! Тауыш сығарһағыҙ, бер һүҙһеҙ полиция саҡырам, һеҙҙең арттан подъезд таҙалап йѳрѳү етте!

—Ярай-ярай, ҡарындаш, ѳн дә сығармабыҙ, хәҙер инәбеҙ, хәҙер...—күршеһенең солтан хеҙмәтсеһеләй баш эйә-эйә сѳсѳләнеп һѳйләнеүенә иғтибар ҙа итмәҫтән, ҡыҙ сумкаһы тѳбѳнән асҡыстарын соҡсоноп табып, үҙ фатирын асты, бары һуңғы һүҙҙәр генә ишеккә ҡыҫылып ѳҙѳлдѳ: «Был минең күршебикәм ул, ҡустылар, уҡытыусы, институтта уҡыта, бик етди ҡыҙыҡай, шулай ҙа һәйбәт ул, һәйбәт...»

Ғәлиә туп-тура залға үтте һәм ѳҫтѳндәге ҡиммәтле тунын һаҡһыҙ сисеп балаҫҡа ырғытып, итектәрен дә һалып бер яҡҡа быраҡтырғас, бѳхтә ябыулы диванына ауҙы ла, фатирындағы ҡотһоҙ яңғыҙлыҡтан, һалҡынлыҡтан һаҡланырға теләгәндәй, бесәй балаһы шикелле йомарланды. Бәлки, шулай итһә, был ҡотолғоһоҙ ауыр тойғолар, йѳрәген тырнаған бахырлыҡ, кәмһенеү, түбәнһетелеү хисе уны йәлләп ҡалдырыр?

…Элекке кѳн кис әхирәтенә ҡуна барғайны. Дѳрѳҫѳрәге, әхирәте Гѳлфиә телефондан балаларын алып ҡалып тороуҙы һорағайны. «Һорағайны» тигәне лә, ғәҙәттәгесә, «Ғәлиә, балалар һиңә ҡала инде» йәки «Йортта ҡалдырырға һинән башҡа кеше юҡ», ул да булмаһа «Һинән башҡаға ышаныс юҡ инде, әхирәт» тигәнерәк, үтенескә ҡарағанда хәл ителгәнде хәбәр итеү генә була ул. Ул арала әхирәтенең ире Гәрәй машинала килә һалып елтерәтеп алып та китте. Дуҫтарын туйға саҡырғандар икән. Ғәлиә был йортта тәүге тапҡыр ғына донъя кѳтѳп ҡалмай, шунлыҡтан әхирәтенең күрһәтмәләрен тыңлап та тормаҫтан: «Йә-йә, сыға һалығыҙ, баланы илатаһығыҙ атыу»,—тип тегеләрҙе ашыҡтырып сығарып та ебәрҙе. Иркен ҡалғас, башта танһығы ҡанғансы ике бәләкәсте һѳйҙѳ, уйнатты, унан мәктәп уҡыусыһы булған ѳлкәненең дәрестәрен тикшереп сыҡты. Бергәләшеп гѳрләшеп киске аш ашап, тәнәйҙәрҙе ҡуйынына һалып еҫкәп кенә йоҡлатты. Икенсе кѳн дә тѳшкәсә ваҡытты уйын-кѳлкѳ менән үткәрҙеләр. Эңер ҡуйырыуға ата-әсә ҡайтты. Арманһыҙ булып арығандар, ир кеше арыу уҡ һуҡмыш булып алған. Балаларҙы үҙ бүлмәләренә ебәргәс, ѳсәүләшеп туй мажараларын һѳйләшеп, табынлап алдылар. Яйлап һүҙҙең осо етеп килгән Яңы йыл байрамына барып ялғанды. Гѳлфиә йылдағыса әхирәтен байрамды үҙҙәре менән бергә ҡаршыларға саҡырҙы. «Балаларға һинең беҙҙә булыуың үҙе байрам. Яңғыҙың нишләп ултыраһың? Әйҙә кил, бергә-бергә күңелле булыр»,—тип ѳгѳтләне. Шул ваҡыт балалар бүлмәһенән сар-сор иткән тауыштар ишетелде. Һуңғы кѳндә әсәй роленә ныҡ инеп киткән Ғәлиә: «Ой, бәләкәстәр һуғыша!»—тип торҙо ла йүгерҙе. Ысынлап та, ике һәм ѳс йәштәге сабыйҙар бер ҡурсаҡты бүлә алмай ыҙғыша икән. Уйынсыҡтар йәшнигенән шундайыраҡ тағы бер ҡурсаҡ табып алып, уның сәс-башын рәтләп, маҡтап-маҡтап ҡыҙҙарҙың берәүһенә тотторҙо ла, аш бүлмәһенә килешләй, Гәрәйҙең ярайһы уҡ тауышланып һѳйләнгәненә ҡолаҡ һалып, туҡтап ҡалды.

—Нимә уйлап тағы быныңды саҡыраһың ул?! Нишләп мин байрам һайын уға ҡарап ултырырға тейеш? Исмаһам ире булһа икән!

—Һуң, Гәрәй,—Гѳлфиә ирен тынысландырмаҡсы,—ул бит яңғыҙ...

—Уның яңғыҙлығында минең ней эшем бар? Әйҙә улайһа, яңғыҙ булғандарҙың барыһын да йый. Йүнле булһа ултырмаҫ ине әле.

—Балалар үҙен ярата, ураған һайын кѳн дә тѳшѳп тора. Булмаған ирҙе ҡайҙан алһын инде...

—Ир менән йәшәр ѳсѳн дә баш кәрәк, үҙең шулай тиергә яратаһың түгелме?

—Был осраҡта әйтмәйем бит.

—Ҡыҫҡаһы—все! Яңы йылда мин һинең яңғыҙ бисәңә ҡарап ултырырға теләмәйем! Ҡарарлығы булһа икән. Парлы берәйһен саҡырабыҙ.

Ары Гѳлфиә иренә уны яҡлап нимәлер әйткәндерме-юҡтырмы, Ғәлиә уларҙы артабан тыңлап тора алманы. Ишеткәндәренән яман эш ѳҫтѳндә тотолған шикелле булып ҡалтыранып, ҡабалана-ҡарһалана ишек тѳбѳндә торған итектәрен кейҙе лә, элгестән йолҡоп алып тунын ябынғас, башлығын эҙләп тә тормаҫтан тышҡа атылды. Уның сығып ҡасҡанын ѳйҙәгеләрҙең береһе лә аңғарып ѳлгѳрмәне.

«Байрам һайын яңғыҙ бисәңә ҡарап ултырмайым»,—тейме шул Гәрәй. Уйлап ҡараһаң, дѳрѳҫ әйтә бит. Нишләп улар кѳтѳп алған Яңы йылдарын минең менән үткәрергә тейеш? үҙҙәре кеүек парлы, бала-сағалы ғаилә менән ултырһалар, күпкә күңеллерәк түгелме ни? Гѳлфиә мине йәлләп саҡырған булалыр, мин иҫәр барыр ерем булмағас, һап итеп килә лә етәм инде...»

«Ҡарар ере булһа икән»,—тип тә дѳрѳҫ әйтә инде Гәрәй. Ҡарар ғына ере юҡ шул. Батмустай йомро биткә йәмшек танау юрамал йәбештереп ҡуйылған тиерһең. Кѳлһә—тештәре ҡыйыш, күҙҙәре иһә иламаһа ла шешмәкләнеп, ҡабаҡһыҙ булып тора. Буйға ла бүкән шикелле бит ул, күпме генә аҙыҡ-түлекте самалап ашап, диеталар тотоп маташһа ла тәне ѳрҙѳрѳлгән кеүек тығыҙ, аяҡ-ҡулдары мускуллы, кѳслѳ...»

«Тимәк, башҡа ғаиләле дуҫтары ла уны Гәрәйҙәр кеүек кәрәк булғаны ѳсѳн генә тоталар, саҡыралар. Ә башҡа нимәгә хәжәте бар уның—утыҙ бишкә еткән ямаҡ ҡарт ҡыҙҙың. Әхирәт тип йѳрѳгәндәренең ирҙәренә Ғәлиәнең аҡылы ла, физика фәндәре кандидаты булыуы ла кәрәк түгел, ә уның янында үҙҙәре менән аралашырлыҡ ире булыуы зарур. Шул булмаған ирҙең улар менән ѳҫтәл артында араҡы һемереүе йәки балыҡҡа йѳрѳүе, бик булмаһа мәңге боҙолған машиналарын соҡоп, тәмәке кѳйрәтеп, гәп һатып ултырыуы һан!»

... Илап-кѳйѳп ята торғас, ойоп киткән. Ишегенә «гѳрҫ» итеп нимәлер килеп бәрелгән тауышҡа ҡурҡып уянып китте. Бүлмә дѳм ҡараңғы, теге кѳн фатирынан кис сығып киткәс, ҡорғандарын да асмаған. Ул арала ишеккә тағы ла бер һуҡтылармы, типтеләрме лә аңлайышһыҙ ҡысҡырыштылар.

«Ну, был алкаштар!» Ғәлиә утын ҡабыҙып та тормаҫтан барып ишеген асып ебәрҙе лә, аяҡ аҫтында кѳрмәкләшеп ятҡан ирҙәргә ҡарап:

—Тороғоҙ давай! Юғалығыҙ күҙемдән! Шакир ағай, мин һиңә нимә тип әйттем?!—тип тауышын баҫа тѳшѳп ҡаты ѳндәште.

Һуғышыусылар кѳрмәкләшеүҙән туҡтаһа ла, тора һалып баҫырға ашыҡманы, хәлдәре лә юҡтыр инде. Уларҙы айырып маташыусы, бая подъезда илаусыға ярҙамға бармаҡсы булған йәшерәге, теге икәүҙе тартҡылап торғоҙҙо. Ғәлиә үтә тишерҙәй булып әлеге иргә тѳбәлде:

—Быныһына нимә ҡалмаған, йәш башы менән бабайҙар араһында эсеп йѳрѳмәһә!

Йәш ир уңайһыҙланғандай итте, аҡланырға теләп нимәлер әйтергә уҡталды ла, бары ауырлыҡ менән ыңҡылдатып тын юлына килеп ингән тѳйѳрҙѳ генә йота алды. Унан ҡыҙҙың утлы ҡараштары аҫтында иптәштәрен алмаш-тилмәш һѳйрәкләп ҡаршылағы фатирға ташыны. Ишек алдындағы майҙансыҡ бушауға Ғәлиә лә шап иттереп ишеген япты. Тик кире урынына етеп тә ѳлгѳрмәне һаҡ ҡына итеп тағы шаҡынылар. Быға ла аптыраманы хужабикә. Ул бит эскесе күрше менән йәшәй. Шунлыҡтан тѳнгѳ һәм кѳндѳҙгѳ әллә ни тѳрлѳ сәйер хәлдәргә, ғауғаларға, ыҙғыш-һуғышҡа һәм бурысҡа аҡса теләнселәүҙәргә күнегеп бѳткән. Әле лә, Шакир ағаһының бик ныҡыш кеше һәм уны ишетмәмешкә һалышыуҙың файҙаһыҙ икәнлеген белгәнгә, боролоп килеп һелкетә тартып ишекте асты ла:

—Шакир ағай, үтенәм!..—тип башлағайны ғына, алдында йыуаш йылмайып торған баяғы ирҙе күреп туҡтап ҡалды.

—Ғәфү итегеҙ... Ней, һеҙҙән ғәфү үтенәйем тигәйнем... баяғы ѳсѳн,—ир кеше уңайһыҙланыуҙан әле бер, әле икенсе аяғына аушайҙы.

Хикәйәнең дауамын гәзитебеҙҙең 1-се, 2-се, 3-сѳ һандарында уҡый алаһығыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap