Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
10.01.2014
АТТЫҢ ДА БУЛА ТѲРЛѲҺѲ
Untitled document

Бер кѳндѳ берәү дин әһеленә килә лә, уның аяҡтарына ҡағылып:

—Алла бармы?—тигән һорау бирә.

Аҡһаҡал уға бик иғтибарлап ҡарай ҙа:

—Мин йәш саҡта аттарҙы бик ярата инем һәм уларҙы дүрт тѳргә бүлеп булыуын иҫбатланым. Беренсеһе—иң аңра һәм тиҫкәре, уны күпме генә туҡмама, ул барыбер тыңламаясаҡ. Шундай кешеләр ҙә күп. Икенсеһе—һуҡҡандан һуң ғына тыңлай. Бындайҙар ҙа бар беҙҙең арала. Ѳсѳнсѳ тѳрѳ—шундай аттар, уларҙы туҡмарға кәрәкмәй, сыбыртҡы күрһәтеү ҙә етә. Ә инде дүртенсе тѳр аттар бик һирәк. Уларға ҡамсының шәүләһе лә етә.

Быларҙы һѳйләгәндә аҡһаҡал ирҙең йѳҙѳнә ҡарай. Һәм күҙҙәрен йома ла тынып ҡала. Теге кеше лә күҙҙәрен йома һәм шым ғына ултыра. Ошо ваҡытта улар эргәһендә ултырған дин әһеленең шәкерте:

—Нисек инде, кеше унан Алла хаҡында һораша, ә ул аттар тураһында һѳйләй,—тип бик аптырай, шулай ҙа ошо ваҡыттағы бѳйѳк тынлыҡ барыбер нимәлер аңлаталыр, тип уйлап ҡуя шәкерт. Уларҙың икеһенең дә йѳҙѳнә ҡарай. Аҡһаҡал күҙен аса, ә юлсы тағы бер сәғәттәй шулай ултыра. Уның йѳҙѳ яҡтырғандан-яҡтыра. Күҙҙәрен асҡас, ул аҡһаҡалдың аяҡтарына ҡағыла ла, башын эйеп, рәхмәт әйтеп сығып китә.

Шунда шәкерте:

—Һеҙгә аптыраным, нисек инде, ул Алла хаҡында һорай, ә һеҙ аттар тураһында һѳйләйһегеҙ? Мин уның тәрән тынлыҡҡа сумыуын күрҙем. Ул һинең менән бик күп йылдар бергә йәшәгән һымаҡ тойолдо. Бер ваҡытта ла ундай тынлыҡты тойғаным булманы. Ниндәй берҙәмлек? Ниндәй әңгәмә? Ни ѳсѳн ул һиңә рәхмәттәр уҡыны?—тип һорай.

Аҡһаҡал:

—Аттар тураһында түгел, ә Тәңре хаҡында һѳйләнем. Әммә был хаҡта туранан-тура һѳйләргә ярамай. Мин уның ниндәй атта килгәнен күрҙем һәм шундай атты тап ысын баһалаусы ғына һайлай алыуына тѳшѳндѳм. Бына ни ѳсѳн мин аттар хаҡында һүҙ башланым. Был тап ул аңлай торған тел ине һәм ул мине дѳрѳҫ аңланы. Ундайҙар бик һирәк. Уға ҡамсының шәүләһе лә етте. Мин күҙемде йомоу менән ул Бѳйѳк хаҡында һѳйләргә ярамағанын аңланы. Уның хаҡында ѳндәшмәү генә мѳмкин һәм ошо тынлыҡта ул аңлашыла,—тип яуаплай.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap