Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.01.2014
ЙЫЛҠЫ МАЛЫ ТѲҪТӘРЕ
Untitled document

 

Беҙҙе уратып алған донъя тѳҫтәргә бик бай, һанап бѳткѳһѳҙ. Физиктар тѳп ете тѳҫтѳ айырып билдәләй: ҡыҙыл, кѳрән, һары, йәшел, зәңгәр, күк, шәмәхә. Тағы ла икәүһен ҡапма-ҡаршы сиктәргә ҡуялар: аҡ һәм ҡара. Ошо тѳҫтәрҙең барлыҡ гаммаһы ла аттарҙа сағылыш тапҡан. Бары тик ѳс кенә—йәшел, күк һәм зәңгәр тѳҫлѳ ат булмай. Әммә беҙҙең халыҡта «күк ат» тигән тѳшѳнсә бар, йәғни, аҡ тѳҫтәге атты «күк ат» тиҙәр.

Хәҙер шул тѳҫтәр иленә байҡау яһайыҡ.

Аҡ. Был атаманы башҡорттар йылҡыға ҡарата ғәҙәттә бик ҡулланып бармай, уны «буҙ» йәки «күк» менән алмаштыра, был һүҙҙәрҙе «аҡ»ҡа ҡушымта итә. Шуға ла йырҙарыбыҙҙа «аҡ ат» билдәләмәһе ҡулланылмай.

Аҡбуҙ. Аҡҡа күгелйем тѳҫ ингәнлектән бирелгән атама. Аҡбуҙ, ғѳмүмән, сихри, тылсымлы ат исеме булараҡ, эпик әҫәрҙәребеҙҙә йыш осрай. Был тѳҫтәге атты башҡорт бик ярата, күп кенә йырҙарында телгә ала.

Аҡбуҙ ғына атым, ай, юрғалар,

Аяҡтары таймай, атламай.

(«Иргә нужа»).

Аҡбуҙ атым менеп, бурҙай алып,

Сығып киттем яңғыҙ һунарға.

(«Аҡбуҙ менеп»).

Аҡкүк. Аҡҡа күк тѳҫ күберәк ҡатнашҡан, ләкин аҡ ѳҫтѳнлѳк итә. Бындай аттарҙы буҙ тип тә булмай. Салауат батырыбыҙға арналған бихисап йырҙарҙың береһенән миҫал:

Аҡкүк атын батыр йүгәнләй

Яуға китер мәле еткәндә.

Ала. Был да аҡ тѳҫтѳң модификацияһы, йәғни ѳҫтѳнлѳклѳ аҡ тѳҫ менән бүтән тѳҫтәр аралашҡан була. Шуныһы: аралашыусы тѳҫтәр сикле. Күк ала, ҡола ала, ҡара ала, сик ала, ҡыҙыл ала була. Буҙ ала булмай, сѳнки аҡ менән буҙ аҡбуҙҙы бирә. Шулай уҡ аҡ менән туры тѳҫ ҡатнашһа, ундай аттарҙы бүртә тип йѳрѳтәләр.

Ерән. Был—иң популяр ат тѳҫтәренең береһелер, моғайын. Йырҙарҙа йыш ҡабатлана. «Гѳлгизәр»ҙә:

Кѳмѳш кенә эйәр, буҫтау мендәр

Килешәлер ерән ҡашҡаға»,—тип хозурланалар. «Туғанай»ҙа ерән аттың сыҙамлылығына түбәндәгесә һоҡланалар:

Ерәнсәй ҙә атым елә, юрта

Ҡиблаларҙан сыҡҡан буранға.

Ерән тѳҫтѳ аңлатып торорға кәрәкмәйҙер, шулай ҙа билдәләйек: ҡыҙыл менән һары ҡатыш, ҡыҙғылт һары. Ҡыҙыл ѳҫтѳнлѳк итһә, ҡан ерән була. «Менгән генә атым, һай, ҡан ерән»,—тиелә «Һалдат» йырында. Сағыу ерән, ҡола ерәндәр була. Ерән аттарҙың ялы, ҡойроғо сал тѳҫтә икән, уларҙы саптар тиҙәр. Халҡыбыҙҙың «Һанаҡа» йырында шундай юлдар бар:

Аҡъял да ғына саптар, ай, атымды

Әпсендәре юҡ тип үк һатмағыҙ.

Башҡорттар атты ныҡ яратып, ҡайһы берҙәренең тѳҫтәренә иркәләү ялғауҙары ҡуша: турысай, кѳрәнсәй, ҡарасай…

Һары. Был тѳҫтәге аттар ҙа бик күркәм. Бал менән сағыштырып, башҡорт былай йырлаған:

Уҫылыҡҡай буйын күп йѳрѳнѳм

Һары балауыҙҙай ат менән.

(«Уҫылы буйы»).

Ҡыҙыл һары, аҡһыл һары, сей һары тѳҫтәгеләргә айыралар йылҡы малдарын, шулай ҙа дѳйѳм атамаһы йышыраҡ ҡулланыла:

Һары атҡайым тотоп мин бәйләнем

Йәйрәп үҫкән оҙон сауылға.

Кѳрән. Йылҡылдап торған кѳрән аттарҙы күҙ алдына килтерер ѳсѳн миләүшә сәскәһенә, ҡыҙҙырылған ҡәһүәгә ҡарағыҙ. Был тѳҫтәге йылҡы малын да тѳҫтәре буйынса айыралар: һары кѳрән, сейә кѳрән, ҡыҙыл кѳрән, ҡара кѳрән. Әлбиттә, тѳп атамаһы менән күберәк йѳрѳй.

Ҡыҙыл ғына күндән йүгән тѳйҙѳм,

Килешеп тора кѳрән атыма.

Халҡыбыҙҙың эстетик зауығы ҡайһылай ҙа аҫыл сағылыш таба ошо бәләкәй генә миҫалда!

Кѳрән атҡайымды бәйләп ҡуйҙым

Күл буйҡайҙарына тирәккә,—тигән юлдар ҙа («Түңәрәк күл») үҙе бер матур картинаны күҙ алдына баҫтыра.

Ҡыҙыл. Ҡан тѳҫѳн берәүгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Аттарҙа уның да модификациялары бар: ҡара ҡыҙыл, ҡыҙыл һары, сейә ҡыҙыл, ләкин йырҙарҙа күберәк дѳйѳм атамаһында ҡулланыла:

Ҡыҙыл ғына буйы йылҡыһы—

Ҡыҙыл ғына микән, күк микән?

(«Ғүмер»).

Ҡара. Ай-һай ҙа матур, һоҡландырғыс бит ҡара аттар ҡарап тороуға! Уларҙың йылҡылдап торған тиреләрендә шәмәхә, ҡорос һәм бүтән тѳҫтәр ҙә сағылып китә.

Шулай итеп, халыҡ ижадында йылҡы малының барлыҡ тѳҫтәре һәм тѳҫ үҙенсәлектәре үҙ атамалары менән сағылыш тапҡан.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap