Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.01.2014
БЕЛЕМ БИРЕҮГӘ БАҒЫШЛАНҒАН ҒҮМЕР
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Тормошто кеше биҙәһә, кешене уның хеҙмәте биҙәй. Был әйтем Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында йәшәүсе һәм инде 40 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаусы Мансур Рамаҙан улы Алтынбаевҡа тѳбәп әйтелгән кеүек. Уны ла тырыш хеҙмәте хѳрмәтле һәм абруйлы иткән, үҙ һѳнәренә тоғролоғо данлы һәм ихтирамлы яһаған.

Мансур Рамаҙан улы Баймаҡ районының данлыҡлы Буранбай ауылынан. 1973 йылда Сибай педагогия училищеһын тамамлап, уҡытыусы йѳкләмәһен иңдәренә һала ла, шул йүнәлешен инде ярты быуатҡа яҡын үҙгәртмәй.

1980 йылда юғары уҡыу йортон тамамлаған белгесте Комсомол 8 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәрендәге ыңғай яҡтарын тиҙ күреп ҡалалар һәм 1982 йылда Таулыҡай урта мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Мәктәптең матди базаһын нығытыу, уҡытыусылар коллективын маҡсатлы эшкә туплау, уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын күтәреү, агитколлективтың эшен етәкләү, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, ата-әсәләр менән эшләү кеүек эштәр ята уның иңенә. Ыңғай һѳҙѳмтәләр ҙә оҙаҡ кѳттѳрмәй.

1985 йылдың мартында партияның Баймаҡ район комитеты Мансур Рамаҙан улын Таулыҡай ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп тәҡдим итә һәм ул яңы урында эш башлай. Ауыл Советында эшләгән осорҙа ауылдарҙы тѳҙѳкләндереү, халыҡтың кѳнкүрешен яҡшыртыу, ауылдарға автобустар йѳрѳтѳү кеүек һорауҙар кѳнүҙәк булып тора. Уларҙы хәл итеүгә етәксе кѳсѳн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Йѳктѳ нығыраҡ тартҡан һайын, эште лә ѳҫтәй торалар.

1989 йылда район етәкселеге Мансур Рамаҙан улын Мерәҫ урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй. Был ваҡытта ул тәжрибәле етәксе, оҫта ойоштороусы була. Ошо мәктәпкә ул үҙенең 25 йыл ғүмерен бағышлай. Мәктәптәге эште юлға һалыу ундағы хәлде анализлауҙан башлана. Уҡыу-тәрбиә эшен системаға һалыу, педагогик кадрҙарҙың белемен, квалификацияһын күтәреү, ата-әсәләрҙе тәрбиә эшенә йәлеп итеү, ауыл Советы, колхоз идараһы, йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш урынлаштырыу тѳп планға ҡуйыла. Уҡытыу-тәрбиә эшенең сифаты йыл һайын күтәрелә бара. Мәктәпте тамамлаусыларҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү кимәле 50-75% тәшкил итә. Уҡыусылар тѳрлѳ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай.

2012-2013 уҡыу йылының һѳҙѳмтәләре буйынса ғына уңыштарҙы алып ҡараһаҡ, улар бик тә юғары. Мерәҫ мәктәбе «Йыл мәктәбе» конкурсында үҙ тѳркѳмѳндә 1-се урын, мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса ла 1-се урын, уҡыусыларҙың спартакиадаһында 3-сѳ урын яулаған. Был уңыштың нигеҙендә мәктәп коллективының, уның етәксеһенең тырыш хеҙмәте ята.

М.Р.Алтынбаевтың тырыш хеҙмәте Рәсәй халыҡ мәғарифының алдынғы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған. Ул тѳрлѳ йылдарҙа Рәсәй һәм республика кимәлендәге Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған.

Мансур Рамаҙан улы—ѳлгѳлѳ, татыу ғаилә башлығы ла. Ул тормош юлдашы Зәкирә Сәхиулла ҡыҙы менән Стәрлетамаҡта уҡығанда ѳйләнешә. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, ѳсәүһенә лә юғары белем биреп, оло тормош юлына оҙатҡандар. Ҡыҙҙары Айгѳл менән Әлиә ата-әсәһе юлын һайлаған. Ә Айнур—«Һаҡлыҡ» банкы хеҙмәткәре. Бѳгѳн ѳлкән Алтынбаевтар ике ейәнсәрен, ѳс ейәнен һѳйѳп, ҡәҙерле атай-әсәй, хѳрмәтле ҡайны-ҡәйнә, яратҡан ѳләсәй һәм ҡартатай булып матур ғүмер кисерә.

40 йыл белем биреүгә бағышланған ғүмер... Был ваҡыт арауығында сәстәрҙе ағартыр хәсрәттәре лә, иңдәрҙе баҫыр ауырлыҡтары ла, борсолоуҙары ла, кѳйѳнѳүҙәре лә аҙ булмағандыр. Әммә һѳнәргә тоғролоҡ, милләтебеҙҙең йәш быуынын белемле итеүгә ҡоролған яҡты маҡсаттарға ынтылыш, хеҙмәтеңдең емештәрен күреү—бар ауырлыҡтарҙан ѳҫтѳнѳрәк, ҡиммәтлерәк. Бѳгѳн күптәр Мансур Рамаҙан улын ысын уҡытыусы тип ололай икән, тимәк, хеҙмәттә үткән йылдар бушҡа йәшәлмәгән. Ә хеҙмәтеңдән йәм табып йәшәү—үҙе ҙур бәхет ул...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap