Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
10.01.2014
БАР БИТ БЕҘҘӘ ШУНДАЙ ҠАТЫНДАР!..
Untitled document

Ер биҙәге, ил биҙәге—хеҙмәт,

Тик хеҙмәттән килә балҡыуҙар.

Бар ул беҙҙә

Тырышлығы менән

Илгә биҙәк булыр ҡатындар.

Әнисә Таһирова.

Йәтеш кенә кәүҙәле, зәңгәр күҙле был мѳләйем ҡатынға 55 йәште бер кем дә бирмәҫ. Уның ѳс улының икәүһе үҙаллы донъя кѳткәнен белгәндәр, яҡындан аралашҡандар, бәлки, уның йәшенә иғтибар итәлер. Ә эшен ситтән күҙәтеүселәргә ул мәңге йәш, һәр ваҡыт эшкә кѳйләнгән шәхес булараҡ күренә. Һүҙебеҙ—Сибай ҡалаһының мәғариф бүлегенең фәнни-методик-мәғлүмәт үҙәге директоры Рәмзиә Бәхтийәр ҡыҙы Ильясова хаҡында. Матур юбилейы алдынан тормош, ғаилә, балалар, донъяуи мәсьәләләр, хеҙмәт тураһында әңгәмә ҡорор ѳсѳн Рәмзиә Бәхтийәр ҡыҙына мѳрәжәғәт иткәндә, ошо йәшемә етеп, тәүге тапҡыр тешемде һурҙырттым тигәненә аптырап ҡалдым.

—Рәмзиә Бәхтийәр ҡыҙы, ҡайһы тарафтарҙа тыуып үҫкән һуң бындай сәләмәтлеге ныҡлы гүзәл зат?

—Мин Ишембай районының Әхмәр ауылы ҡыҙымын. Әсәйем Зѳләйха менән Бѳйѳк Ватан һуғышы инвалиды булған атайым Бәхтийәр беҙҙе—8 балаһын да итәғәтле, донъя кѳтѳүгә әрһеҙ, белемгә ынтылыусан итеп тәрбиәләне. Ике ағайым, ѳс апайым (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бѳгѳнгѳ кѳндә бер апайым арабыҙҙа юҡ), ике һеңлем—барыбыҙ ҙа спортты үҙ иттек, уның һәр ҡайһы тѳрѳндә ярыштарҙа алдынғылыҡ бирмәнек. Ҡәҙерлеләребеҙ һигеҙебеҙҙе лә уҡытты, һѳнәр һайларға ярҙам итте. Атайыбыҙ һуғыш яраларынан 53 йәшендә генә вафат булды. Әсәйебеҙгә рәхмәт, уның фатихаһы, тырышлығы менән тормошта һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынын тапты.

Ауылдан 3-сѳ класты бѳткәс тә сығып киттем. Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернатын тик бишлегә тамамланым. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның биология-химия бүлеген дә ҡыҙыл дипломға бѳттѳм.

—Кешене эсәр һыу, ризыҡ йѳрѳтә тиҙәр, Сибай ҡалаһы һеҙҙе нимәһе менән йәлеп итте?

—Студент саҡ—күңелле саҡ бит инде. Беренсе курста уҡығанда Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылы егете, үҙем белем алып йѳрѳгән уҡыу йортоноң физика-математика факультеты студенты Кәлимулла Хәлил улы Ильясов менән дуҫлаша башланыҡ. Дүртенсе курста үҙе баянсы, спортсы, ғѳмүмән, һәр яҡтан килгән был егет миңә тәҡдим яһаны. Шулай итеп, Баймаҡ районына килен булып тѳштѳм. Хеҙмәт юлыбыҙҙы Ниғәмәт ауылы мәктәбендә башланыҡ. Шунда ѳлкән улыбыҙ Илһам тыуҙы. Йәшлектер инде, икебеҙҙең дә күңел ҙур ергә тартылды, башта Баймаҡ ҡалаһына китергә тип уйлағайныҡ, унан Сибайҙа туҡталдыҡ. Таусылар ҡалаһында икебеҙгә лә эш булды. Кооператив торлаҡ алыу мѳмкинселеге лә килеп тыуҙы. Мин ҡаланың Йәш натуралистар станцияһында педагог, унан директор булып эшләнем. 2000 йылдан әлеге вазифамды башҡарам. Коллектив татыу, һәр кем үҙ эшен яҡшы белә һәм еренә еткереп башҡара.

—Эшегеҙҙә етди етәксе икәнегеҙҙе беләбеҙ, ғаиләгеҙҙә һеҙ ниндәй хужабикә, улдарығыҙға ниндәй әсәйһегеҙ?

—Кәлимулла Хәлил улы менән 32 йыл бергә ғүмер итәбеҙ. Күҙ теймәһен, ошоғаса ул миңә бер ауыр һүҙ әйткәне юҡ. Ҡатын-ҡыҙ ѳсѳн иң ҙур бәхет—ирҙән уңыу. Тормош иптәшем яҡшы кеше, улдарыбыҙ Илһам, Илшат, Иршат—тормошобоҙ йәме. Ике улыбыҙҙы эйәле-башлы иттек, Батыр, Азамат, Камилә исемле ейән-ейәнсәребеҙ үҫеп килә. Килендәрем Наҙгѳл, Гѳлназды ҡыҙҙарым кеүек яҡын күрәм. Икебеҙ ҙә бюджет ѳлкәһендә эшләһәк тә, йәш ғаиләләргә фатирлы булырға ярҙам итештек. Ир балалар ашарға ярата бит инде, мин уларҙы тәмле бәлештәр менән һыйларға яратам, аш-һыу әҙерләп кенә торам. Мин бешергән ризыҡтарҙы яратып ашайҙар былай.

—Ғаиләлә бер үҙегеҙгә дүрт ир-егет тура килә. Улдар тәрбиәләү ҡыйын түгелме?

—Улдарыбыҙ шул тиклем үҙаллы булып үҫте. Беҙ күбеһенсә эштә булдыҡ. Кесе туғандарын ѳлкән улыбыҙ Илһам ҡараны тиерлек. Улар үҙҙәренә режим эшләп, кѳн дә уның үтәлешен тикшереп барырҙар ине. Берәй пункты үтәлмәһә, язаһы фатирҙы йыйыштырыу була торғайны. Кѳнѳнә икешәр тапҡыр иҙән йыуған осраҡтары ла булды. Малайҙар булһалар ҙа кейемдәрен үҙҙәре йыуҙылар, ашарға бешерә беләләр, йорттағы таҙалыҡ тураһында әйтергә лә түгел, барыһын да үҙҙәре белеп эшләне. Иршат улыбыҙ Силәбе ҡалаһында туризм буйынса юғары уҡыу йортон тамамларға тора. Быйыл ул барыбыҙҙы ла аптыратып, Ѳфѳ сәнғәт училищеһының кѳндѳҙгѳ бүлегенә думбыра класына уҡырға инде. Республика бәйгеһендә думбыра буйынса икенсе урын яуларға ла ѳлгѳрҙѳ. Улдарым атайҙарына оҡшап, музыкаль һәләтле, ѳлкәндәре баян буйынса музыка мәктәбен тамамланы. Тағы шуныһы мѳһим: ғаиләләге барлыҡ ир-егеттәр сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Беҙ уларҙы шулай булығыҙ, былай итегеҙ, тип айырым тәрбиәләп ултырманыҡ. Үҙ миҫалыбыҙҙа йәшәргә ѳйрәттек.

—55 йәш—ҡатын-ҡыҙ ѳсѳн ниндәй мәл ул?

—Йәшем ике бишкә етһә лә, мин үҙемде күпкә йәш итеп тоям. Һаман да спортты үҙ итәм, еңел атлетиканы, атыуҙы, шахмат-шашка уйнарға яратам. Һыланып-һыйпанып ултырырға ваҡыт та булманы, мин ирен буяғыстан башҡа косметиканы бѳтѳнләй ҡулланмайым. Ябай, әммә килешле итеп кейенеүҙе хуп күрәм.

—Рәмзиә Бәхтийәр ҡыҙы, һеҙҙе юбилейығыҙ айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яңы йылдың тәүге байрамы һеҙгә тик уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, именлек алып килһен!

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap