Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
10.01.2014
ѲЛѲШЛѲЛӘР БҮЛӘКЛЕ БУЛДЫ
Untitled document

«Атайсал» гәзите коллективы 2014 йылға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын уңышлы атҡарып сығып, йылдағыса планды тейешле кимәлдә үтәне. Был тәңгәлдә, беҙ иң беренсе нәүбәттә һеҙгә, гәзит уҡыусыларыбыҙға, ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Дѳйѳм тырышлыҡ менән тѳп маҡсатҡа ѳлгәштек, дуҫтар!

Гәзиткә яҙылыу кампанияһы барышында иғлан иткән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып, Яңы йыл алдынан тантаналы шарттарҙа лото-уйын уҙғарҙыҡ. Сараға хѳрмәтле ҡунаҡтар, бағыусыларыбыҙ—«Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» йәмғиәте хеҙмәткәре И.Г.Рогоченко, «Гефест» магазиндар селтәре вәкиле И.М.Зибаров, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, лото-уйын еңеүселәрен билдәләү ѳсѳн кескәйҙәр саҡырылды.

Шулай итеп, әҙерләгән бүләктәребеҙ үҙ хужаларын тапты! Тѳп бүләктәребеҙҙең береһе—«Сибай» шифахана-профилакторийына 11 кѳнгә һауыҡтырыу йүнәлтмәһе Сибай ҡалаһының Таусылар проспекты 28-се йорттоң 81-се фатирында йәшәүсе Лена инәй Фәйзуллинаға эләкте. Гәзитебеҙҙе оҙаҡ йылдар дауамында даими алдырып уҡыусыбыҙ баҫмабыҙға бер йылға яҙылған. Ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында уйнатылған приз—микротулҡынлы мейес Сибай ҡалаһы Таусылар проспектының 37-се йорто, 1-се фатирында йәшәүсе Д.Ғ.Рәхмәтуллинаға насип булды. Коллектив менән «Атайсал»ға яҙылыусылар араһында Сибай ҡалаһының «Сулпылар» балалар баҡсаһы коллективы сыҡты һәм улар тѳҫлѳ принтерға эйә булды.

Бағыусыларыбыҙ әҙерләгән дәртләндереү бүләктәре айырым уйнатылды. Шулай итеп, Г.Илбуловаға (Сибай ҡалаһы, Гагарин урамы, 18) фен эләкте. Шундай уҡ бүләккә Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Ф.Ш.Ғәлиәкбәрова лайыҡ булды. Сибайҙан Г.Р.Колесниковаға (Толстой урамы, 22) һәм Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан Ф.И.Билаловаға—үтек, Н.Ф.Биҡҡолова (Сибай, Чайковский урамы, 32/1-3) һәм З.Р.Юнысова (Сибай, Күсимов урамы, 4-42) ѳлѳшѳнә миксерҙар тѳштѳ.

Тағы ла бер конкурс—«Атайсал»ға иң әүҙем яҙҙырыусы почтальондар араһында үткәрелгән бәйгегә ошо кѳндәрҙә йомғаҡ яһаясаҡбыҙ һәм уның еңеүселәре менән дә гәзит биттәре аша таныштырасаҡбыҙ.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәр айырым кешеләргә генә эләкһә лә, был осраҡта бер кем дә отолманы, беҙҙеңсә. Сѳнки быйылғы йылда һеҙҙең һәр берегеҙҙең йортона яңы форматта, йәғни 8 битлек булып, «Атайсал» гәзите киләсәк.

Гел шулай беҙҙең менән бергә булығыҙ, яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ!

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap