Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.01.2014
«ҺҮРӘТ ЭШЛӘҮҘӘН ЙӘМ ТАБАМ»
Untitled document

Беҙ йәшәгән Ер-әсә бик матур һәм серле. Еребеҙ бик күп ҡабатланмаҫ матурлыҡтарын, үҙенсәлектәрен быуаттар аша беҙгә лә алып килеп еткергән. Беҙҙе әле лә ҡыуандырып, хатта ҡайһы ваҡыт аптыратып та ҡуя. Ә кеше күңеле нәҙек кенә бер еп кеүек шул матурлыҡты күреп таң ҡала, һоҡлана. Ул ғәжәйеп күренештәр епкә тейеп, мәңгелеккә шунда ҡала, хәтергә уйыла. Әммә кеше уларҙы үҙендә генә һаҡлағыһы килмәй, кемдер шиғыр аша, кемдер һүрәттәр аша үҙ күңел донъяһының хозурлығы менән бүлешә. Бына шундай кешеләрҙең береһе—Таһир исемле егет һүрәттәр эшләү менән мауыға. Һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәм.

—Сәләм, Таһир! Үҙең менән таныштырып үтһәң ине...

—Һаумыһығыҙ! Мин Ҡаһарманов Таһир Ғәлиәхмәт улы булам. 1992 йылдың 24 июнендә Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында донъяға килгәнмен. Башланғыс кластарҙа Мерәҫ мәктәбендә уҡыным. Сибай ҡалаһына күскәс, Рамаҙан Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейында 9-сы класты тамамланым һәм ҡаланың политехник колледжының «Рәссам-мастер» бүлегенә уҡырға индем. Әлеге ваҡытта «Строймеханизация» йәмғиәтендә эшләп йѳрѳйѳм. Эшем уҡыған профессиям буйынса килеп сыҡманы инде.

—Буш ваҡытыңды нисек уҙғараһың, эшләп йѳрѳгәс, әллә буш ваҡытың да юҡмы?

—Ваҡыт кешегә бер ваҡытта ла етмәй. Эштән әҙ генә буш ваҡыт булһа, мин һүрәт тѳшѳрәм. Һүрәт тѳшѳргәндә ял итәм, күңелемде тынысландырам. Ә ял кѳндәре спорт менән шѳғѳлләнәм, ҡурайҙа, фортепианола уйнайым.

—Һүрәтте нисә йәштән тѳшѳрә башланың?

—12 йәштән тѳшѳрә башланым. Башта һүрәттәргә ҡарап оҡшатып эшләй торғайным. Хәҙер кешеләргә заказ буйынса тѳрлѳ портрет, пейзаж, хайуандарҙы тѳшѳрәм. Ѳйҙѳ биҙәү ѳсѳн эскиздар ҙа эшләйем.

—Был һинең хоббиңмы әллә аҡса эшләү сығанағымы?

—Һүрәт эшләүҙән йәм табам, күңелемде тынысландырам, тип әйтеп үттем. Шулай ҙа бѳгѳнгѳ кѳнитмешебеҙҙә аҡса ла мѳһим роль уйнай. Кешеләргә минең һүрәттәрем оҡшағанын белгәс, шѳғѳлѳмдѳ файҙалы итергә теләп, заказ буйынса ла эшләргә булдым. Клиенттарыма оҡшай, һүрәттәр менән ҡәнәғәт ҡалалар. Ҡайһы ваҡыт хатта заказдар ҡабул итеп ѳлгѳрѳп булмай китә.

—Бѳйѳк рәссамдарҙан кемдәргә оҡшарға тырышаһың?

—Эйе, һәр кешенең үҙ идеалы, оҡшарға ынтылған кешеһе булалыр. Минең кумирым—бик билдәле, үҙ заманында уҡ бѳйѳк булып танылған, барыбыҙ ҙа белгән «Мона Лиза» авторы Леонардо да Винчи. Уның картиналары ниндәйҙер бер йылылыҡ бѳркә, уйланырға мәжбүр итә. Күпме ваҡыт үтһә лә һүрәттәре йәмен юғалтмай.

—Гәзит уҡыусыларға, сәнғәткә ғашиҡ йәш дуҫтарыңа ниндәй теләктәрең бар?

—Барыбыҙға ла именлек, бәрәкәтле ғүмер теләйем, сәнғәтте яратығыҙ. Тормошта үҙ урынығыҙҙы табып, тышҡы яҡтан да, эске яҡтан да матур булып ҡалығыҙ!

Рәмзил Иҫәнбаев,

БДУСИ студенты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap