Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.01.2014
ЯҢЫ ЙЫЛ КАНИКУЛЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТТЕ
Untitled document

Оҙайлы Раштыуа каникулынан һуң яңы кѳс-дәрт менән эште башлап ебәрҙек. Ҡыш уртаһында рәхәтләнеп ял итеп алыу, әлбиттә, бик килешә. Күптәр уны файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырыша, бәғзеләр киреһенсә йорт эштәрен күберәк башҡарып ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ Яңы йыл каникулын нисек үткәргән икән? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мѳрәжәғәт иттек.

Наил Исҡаҡов, Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, ҡала баҙары директоры:

Ғаиләбеҙ менән спорт яратабыҙ. Шунлыҡтан Яңы йыл каникулын күберәк асыҡ һауала, спорт менән шѳғѳлләнеп үткәрергә тырышабыҙ. Быйыл да уны файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында Әбйәлил районындағы «Яҡтыкүл» тау-саңғы базаһына юлландыҡ. Рәхәтләнеп саңғыла шыуҙыҡ. Ҡатыным Гѳлнара, улыбыҙ Эдуард, ҡыҙыбыҙ Камила ла ошо спорт тѳрѳн үҙ итә. Сәләмәт тормош алып барған ғаиләләр күберәк булһын, тигән теләктәмен.

Нажиә Хәйбуллина, эшҡыуар:

—Яңы йыл байрамы алды, шулай уҡ Раштыуа каникулы—эшҡыуарҙар ѳсѳн тынғыһыҙ осор ул. Ял кѳндәрен оҙаҡҡа һуҙып булмай. Сѳнки сауҙа эше ял кѳндәрендә лә туҡтамай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Баймаҡ районының Ярат ауылында йәшәүсе әсәйем менән атайымды, ҡайным менән ҡәйнәмде ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Иптәшем менән алдан уҡ бүләктәр әҙерләнек. Балаларыбыҙҙы ла үҙенсәлекле бүләктәр менән ҡыуандырҙыҡ. Йылдағыса ғаиләбеҙ менән Иҫәндәге ял базаһына барып ҡайттыҡ. Саф һауала рәхәтләнеп ял иттек.

Айрат Низам улы Йыһаншин, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте инженеры:

—Яңы йыл—балалар ѳсѳн генә түгел, ә ололарға ла мѳғжизәле, матур байрам. Тәүҙә коллективта бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ. Ҡатыным, ейәнсәребеҙ менән бик матур табын ҡорҙоҡ. Ысын байрам булһын тип ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙоҡ, йырлаштыҡ, матур теләктәр әйтештек. Ейәнсәребеҙ беҙгә шиғырҙар һѳйләне. Ял кѳндәрендә Баймаҡ районының Түбә, Ҡаратал ауылдарында йәшәүсе туғандарыбыҙҙы ҡотлап ҡайттыҡ.Үҙебеҙгә Учалы районынан ҡунаҡтар килде.

Былтыр үҙенең 90 йәшен билдәләгән ҡәҙерле әсәйем Ғәлимә Латып ҡыҙын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманыҡ. Яңы йылдың каникулын яҡындарым менән файҙалы итеп үткәреүемә бик шатмын.

Гѳлдәниә Исрафилова, медицина хеҙмәткәре:

Хѳкүмәт тарафынан бирелгән оҙайлы ҡышҡы ял кѳндәрен ашҡынып кѳтѳп алабыҙ. Яңы йыл алды ығы-зығыһынан һуң рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Ҡунаҡҡа йѳрѳштѳк, ауылға ҡайтып килдек. Ялымдың бер кѳнѳн рәхәтләнеп үҙебеҙҙең фильмдарҙы ҡарап үткәрҙем. Ғаиләмә кѳн дә тиерлек тәмлекәстәр бешерҙем. Ҡыҫҡаһы, минең быйылғы ял кѳндәрем бушҡа үтмәне.

Миләүшә Сыңғыҙова, хеҙмәткәр:

—Яңы йылды ғаиләбеҙ менән тыныс шарттарҙа, матур итеп ҡаршы алдыҡ. Йылдағыса күмәк итеп ҡунаҡ саҡырмағас, бер мәшәҡәте лә булманы. Раштыуа каникулында ла рәхәтләнеп ял иттем, ѳс кѳн тормаҫтан кино ҡараным. Балалар ауылға ѳләсәһенә ҡунаҡҡа киткәс, йортомдо таҙалап алдым. Бер кѳнѳмдѳ ит үткәреп, күп итеп билмән, кәтлит кеүек ризыҡтар әҙерләп туңдырыуға арнаным. Балалар ауылдан килгәс, тауҙа шыуырға барып килдек.

Зәниә Юнысова, БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы бухгалтеры:

—Быйылғы Яңы йыл каникулдарын, ғѳмүмән алғанда, ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән бергә бик күңелле үткәрҙек. Ял кѳндәре күп һымаҡ булһа ла уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды, сѳнки һәр бер кѳнѳбѳҙ байрам кеүек булды. «Абҙаҡ» тау-саңғы комплексына барып саңғыла, тюбингтарҙа шыуып ҡайттыҡ. «Шифа» ял лагерында ла булдыҡ, унда ла тауҙа шыуып, күңелле ял иттек. Ауылға барып ҡайны-бейемемде, туғандарыбыҙҙы ҡотлап килергә лә ваҡыт бүлдек. Шулай уҡ ғаиләбеҙ традицияһын боҙмай, Яңы йыл ялында Магнитогорск ҡалаһындағы аквапаркка барып, йәйҙе лә иҫкә тѳшѳрѳп алдыҡ. Һүҙемде йомғаҡлап, Ат йылы шулай бѳтәбеҙ ѳсѳн дә күңелле кѳндәр алып килеүен һәм һәр бер ғаиләгә лә мул, имен тормош бүләк итеүен теләйем.

Земфира ҒИРФАНОВА әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap