Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
17.01.2014
«ҺӘЙКӘЛДӘРЕМ РУХЫ МИҢӘ АУАЗДАШ»
Untitled document

 

Миләүшә ХАБИЛОВА

Сибай ҡалаһының ял итеү урындарында, парктарҙа һәм скверҙарҙа тѳрлѳ бюстар, скульптуралар һанының арта барыуын ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар күреп-белеп йѳрѳйҙѳр. Таусылар проспектында халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев ғорур ҡарашы менән оҙатып ҡалһа, Вәлиди урамында Зәки Вәлиди һыны ҡаршы ала. Белов урамында Советтар Союзы Геройы Федор Беловтың бюсы торһа, Сибай институты алдында беҙҙе бер түгел биш билдәле шәхес «сәләмләй». Әлбиттә, беҙ һәйкәл геройҙарын таныйбыҙ, уларҙың шанлы һәм данлы ғүмер юлын, хеҙмәттәрен беләбеҙ, ә бына ул һындарҙы кем донъяға яратҡаны хаҡында күптәрҙең уйлап та ҡарағаны юҡтыр, моғайын. Шулай итеп, бѳгѳн гәзитебеҙҙең «Йома сәйе артында» рубрикаһында скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов менән танышабыҙ.

—Хәйҙәр ағай, скульптор булыу һеҙҙең бала саҡ хыялы булдымы икән?

—Ҡайҙан инде! Яйыҡ буйындағы кескәй башҡорт ауылында йәшәгән малай скульпторҙың кем булыуын белгән тиһеңме? Ә шулай ҙа атайым менән ауыл кѳтѳүен кѳткәндә, малдарҙы күлгә һыулауға тѳшѳрәбеҙ ҙә, тегеләр эҫелә ял итеп ятҡанда, мин шундағы күл балсығын әүәләп тѳрлѳ һындар яһай торғайным. Атайым: «Ҡалай ысын кеүек итеп эшләйһең»,—тип кѳлѳп ҡуя ине.

—Шулай ҙа бала саҡ хыялһыҙ ҙа булмағандыр бит инде.

—Токарь булғым килә торғайны. Шул заманда алдынғы токарь булған бер еҙнәм бар ине, бер үҙе 6 кешенең нормаһын үтәп халыҡты аптыратты. Мин, бәләкәй генә һары малай, уның станокты геүләтеп, осҡондар сәсрәтеп эшләүен ҡарап торорға яраттым һәм тиҙерәк ҙурайып, ошондай уҡ станок артына баҫырға хыялландым.

—Ҡайһы арауыҡта токарь скульпторға әйләнеп китте инде?

—Һигеҙенсе класты тамамлағас, атайым менән инәйем ѳгѳтләп, Ѳфѳ сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә алып барҙы. Атайым менән балта эштәрендә лә күп йѳрѳгәс, ололар ниндәйҙер һәләттәремде аңғарғандыр, күрәһең.

—Шулай итеп, һеҙ—студент...

—Туҡта-туҡта, булмай торһон әле. Ҡулына балсыҡ менән балтанан башҡа нәмә тотоп ҡарамаған ауыл балаһы нисек итеп сәнғәт мәктәптәрен тамамлап, оҫталар ҡулында тәрбиәләнеп килгәндәр менән кѳс һынаша алһын инде. Инә алманым училищеға. Киләһе йыл да шундай уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар булдым. Ул арала армияға йәшем етеп, алып та киттеләр.

—Күңелһеҙ хәл...

—Күңелһеҙе ул булмаған икән, һылыу. Армияла саҡта атайым мәрхүм булып, ғаилә «кармилец»һыҙ ҡалғас, алты ай тигәндә мине кире ҡайтарҙылар. Шулай итеп, 18 йәштә мин үҙемдең алты бәләкәй туғаныма «кармилец» булып ҡалдым.

—Сәнғәткә булған һѳйѳүҙе тормош кәртәләре генә һүндерә алмаған бит инде.

—Шулай. 1970 йылда тәки барып индем бит сәнғәт училищеһына. Уҡып киттем. Икенсе курста иҫке генә ятағыбыҙҙы ябып, беҙҙе спорт залына урынлаштырҙылар ҙа онотто ла ҡуйҙылар. Түҙҙем-түҙҙем дә, йәштәр араһында иң олоһо булараҡ, белгән-белмәгән руссамды йыйнап, студенттар исеменән етәкселәргә, редакцияға хат әҙерләнем. Күп тә үтмәй беҙ был хатты «Голос студента» тигән баш аҫтында гәзит итеп сығарып та элеп ҡуйҙыҡ. Шау-шыу ҡупты. Баҡтиһәң, ятаҡ күптән файҙаланыуға тапшырылды, тип отчеттар бирелеп бѳткән икән.

—Һеҙ училищеның батырына әйләндегеҙ инде...

—Уҡыуҙан ҡыуылдым. Ҡыуылып ҡына ла ҡалманым, «бер ергә лә алмаҫҡа» тигән мѳһѳр менән сығып киттем. Ятаҡ булды ул булыуын, тик инде миңә түгел. Камил Вәлиев әле лә осрашҡанда: «Йәштәр бульварындағы ятаҡтың яртыһын һин, яртыһын мин яуланым»,—тип уйынлы-ысынлы әйтеп алырға ярата.

—Тимәк, һеҙҙә бунтарь холҡо?

—Уныһы бар. Олатайым заманында ике ҡатынлы булған, бер ҡатыны—башҡорт, икенсеһе—татар. Мин шул татар ѳләсәйемдең улының улы булам һәм уларға оҡшап етен сәсле, зәңгәр күҙле булып тыуғанмын. Шыр башҡорт балалары араһында тѳҫѳм ят бит инде. Ауылда шуға кескәй генә саҡтан «татар балаһы» тип күҙҙе лә астырманылар һәм мин үҙемдең башҡортлоғомдо иҫбат итеү ѳсѳн хәлемдән килгәнсә кѳрәштем. Шунлыҡтан үҙ-үҙемде яҡлау, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы сығыу һәм дошмандарымдан ҡараш йәшермәү миңә бәләкәйҙән һеңеп ҡалған.

—Ѳлгәшә алдығыҙмы һуң, ниһайәт, шул сәнғәт дипломына?

—Ѳлгәштем. Бер нисә йылдан киренән урынлашып, уҡып бѳтѳп ҡуйҙым. Унан тормош та яйланғандай булды, күптән танышып, күңел һалып йѳрѳгән ҡыҙыма—Таңсулпан апайыңа ѳйләндем. Тәүге улыбыҙ Айтуған тыуҙы. Ғүмерҙең бер нәмә менән дә алыштырып, сағыштырып булмай торған иң матур, иң яҡты саҡтары ине ул мәлдәр. Йәш белгестәр булараҡ, ике сумаҙан менән бәпесебеҙҙе күтәреп, Урал аръяғының башта Йылайыр, унан Баймаҡ тѳбәктәренә эшкә ҡайттыҡ.

—Халҡыбыҙҙың ил батырҙарының, арҙаҡлы шәхестәренең һындарын мәңгеләштереү идеяһы ҡасан тыуҙы һеҙҙә?

—Училищела белем алған йылдарҙа мин уҡытыусым, остазым Ғүмәр Мѳхәмәтшин менән яҡындан аралашып йәшәнем. Әйткәндәй, ул минең бер нисә хеҙмәтемдә авторҙаш та. Бына шул кеше мине һындар ҡойорға ғына түгел, ә күңелем, аңым менән мәҙәни йәһәттән үҫергә, камиллашырға ярҙам итте. Уның йортона рухташтары, коллегалары, дуҫтары йыйылып, батырҙарыбыҙ тарихы, милләтебеҙ кѳнкүреше, бѳгѳнгѳ сәйәсәт кеүек темаларға һѳйләшер, бәхәсләшер ине. Ғүмәр Хәйәмдән алып үҙебеҙҙең авторҙарға тиклем яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыйҙар, тикшерәләр. Мин шуларҙың араһында ашауымды, йоҡомдо онотоп таңдар аттырҙым, бер мәктәптә лә алмаған белем, тәжрибә тупланым. Бына шул замандарҙа күңелемә халҡымдың данлы ул-ҡыҙҙарының һындарын эшләү уйы орлоҡ булып ҡына тѳшѳп ятҡайны, үҙ мәле еткәс, шул орлоҡ емештәрен бирҙе.

—Һеҙ Таңсулпан апай менән икегеҙ ҙә ижадсы, һәләт һәм тәбиғи интуиция менән эш иткән, донъяуи мәшәҡәттәргә ҡарағанда күберәген рухи тойғолар солғанышында йәшәгән кѳслѳ кешеләрһегеҙ. Шундай кешеләрҙең союзы, ғѳмүмән, нисек ул? Ундайҙар бер-береһен баҫырға, сикләргә тырышмаймы? Һәр ижадсы бит үҙе иғтибарға мохтаж.

—Ижади тормошта беҙ апайығыҙ менән эгоист булманыҡ. Уның яңы әҫәрҙәрен бергә уҡыныҡ, минең фекерем менән ҡыҙыҡһынды. Мин оҫтаханала кѳндәр-тѳндәр юғалып торғанда ул ҡайнар аштарын ташыны, теге йәки был һындың характерын тулыраҡ асыуға булышлыҡ итерҙәй материалдар туплашты. Минең Учалы районының Рысбай ауылында ҡуйған һалдат һәйкәленә Таңсулпан «Һәйкәл тураһында баллада» тигән хикәйә лә яҙғайны. Ниндәй әҫәрҙәр ижад итеп, абруйлы яҙыусы исемен яулау уға ла оҙайлы йылдарҙы йотҡан ныҡыш хеҙмәт һәм һәләт аша ғына бирелде. Мин барыһын да аңлайым... Ә инде кѳнкүреш, үҙең әйтмешләй донъяуи мәшәҡәттәр, күрәһең, икенсе мәсьәлә.

—Скульптура эшләү аҡсалы кәсептер, шулай бит?

—Байый алғаным юҡ әле. Дѳрѳҫѳн әйткәндә, бѳтә эштәрем дә бушлай башҡарылды. Беҙҙең халыҡ рухи хеҙмәткә түләп, уны баһалап ѳйрәнмәгән, беҙҙә ундай мәҙәниәт юҡ. Рухи ҡомартҡылар юғала, йәштәрҙә милли эстетика тәрбиәләнмәй, милләт бѳтә, тел юғала, тип оран һалыусылар етерлек, ә шул юҫыҡта кѳс һалыусыларҙың ҡулына баҫалар. Бер мәл милли геройыбыҙ һынын эшләүҙе йүнләп йѳрѳгәндә бер түрә: «Ғарипов, һин шул һәйкәлдәрең менән ялҡыттың»,—тигәйне. Үкенескә ҡаршы, ана шундай етәкселәребеҙ ҙә етерлек, улар машиналарын кѳн дә йыуа, ә бѳтә ҡала алдында торған һәйкәлдәрҙе йылына бер тапҡыр таҙарттырыуҙы баштарына ла индереп сығармай. Бындай манҡортлоҡ милли үҙаң үҫешмәгәндән килә, минеңсә.

—Ижад ҡомарын былар ғына туҡтатмайҙыр...

—Юҡ, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа сәләмәтлек хѳртәйеп кенә эште боҙа яҙҙы яҙыуын, әммә бирешергә иҫәп юҡ. Юҡҡамы ни, мин Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Александр Матросов, Һәҙиә Дәүләтшина кеүек һынмаҫ йәндәрҙең образдарын һайлағанмын. Улар бит минең үҙемә лә рухташ! Бер ҡул менән булһа ла башлаған эскиздарым бар әле, Алла бирһә, улар ҙа ҡалабыҙ урамдарын биҙәр.

—Хәйҙәр ағай, хәҙер инде гәзитебеҙҙе уҡыусы ҡалалаштар, тѳбәк халҡы һеҙҙең скульптураларығыҙ, бюстарығыҙ, һәйкәлдәрегеҙ янынан үткәндә, яндарында ултырып ял иткәндә уларҙы яһаусы оҫтаның да геройҙары кеүек үк рухлы, сәмсел ағай икәнлеген белерҙәр, тип уйлайым. Һеҙҙе яҡынлашып килгән оло юбилейығыҙ менән ҡотлап, һүнмәҫ ижади ҡомар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Әңгәмә ѳсѳн ҙур рәхмәт!

Һүрәттәрҙә: скульптор эш ваҡытында;

Хәйҙәр Ғариповтың

ижад емештәре.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap