Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
17.01.2014
ЙӘМӘҒӘТ ХӘБӘРСЕЛӘРЕБЕҘҘЕ ДӘРТЛӘНДЕРҘЕК
Untitled document

 

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

15 ғинуарҙа, вәғәҙә иткәнебеҙсә, 2013 йылда «Атайсал» гәзите биттәрен йѳкмәткеле, уҡымлы, фәһемле мәҡәләләре менән байытып тороусы әүҙем авторҙарыбыҙға баҫмабыҙ лауреаттары танытмаларын һәм аҡсалата премиялар тапшырҙыҡ. «Түңәрәк ѳҫтәл» артында үткән осрашыуҙа Сибай ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рәсүл Ғилмитдин улы Байгилдиндың ҡатнашыуы сараға мәртәбә ѳҫтәне.

—2013 йыл гәзитебеҙ ѳсѳн уңышлы ғына булды. Йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Журналистары союзы тарафынан үткәрелгән «Йәнтѳйәк» номинацияһында еңеү яулауыбыҙ—үҙе оло ҡыуаныс. Рәсәй матбуғаты кѳнѳ билдәләнгәндә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре менән ѳлгѳлѳ ҡулланыу конкурсында «Атайсал» гәзитенең исеме яңғырауы дѳйѳм коллективтың тырыш хеҙмәтенә оло баһа булды,—тине Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, осрашыуға килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп. —Был уңыштарҙа һеҙҙең дә ѳлѳшѳгѳҙ бар. Гәзитебеҙ яңы йылдан яңы форматта сыға башланы. Был да үҙенә күрә бер алға китеш. Киләсәктә лә беҙҙең менән бергә булырығыҙға, матур-матур яҙмаларығыҙ менән ҡыуандырып тороуығыҙға ышанабыҙ.

Иң беренсе лауреат танытмаһы уҙған йыл дауамында тәрбиә, туған тел, милли булмышыбыҙға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фәһемле сығыштары ѳсѳн Сибай ҡалаһынан Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡоваға тапшырылды. Тарихи даталарға арнап, билдәле шәхестәребеҙҙең яҙмыштары менән таныштырып, бихисап мәҡәләләр баҫтырғаны ѳсѳн ошондай уҡ дипломға тарихсы, крайҙы ѳйрәнеүсе Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов лайыҡ булды. Ѳсѳнсѳ лауреатыбыҙ—Хәйбулла районының Һамар ауылында йәшәүсе Вәсил Фазылйән улы Һѳйѳндѳков. Ул гәзит уҡыусыларҙың ихтирамын ауыл тормошон әүҙем яҡтыртыуы, «Белгес кәңәше» рубрикаһы аҫтында донъя күргән мәҡәләләре менән яуланы.

Дәртләндереү бүләктәрен алғас, һүҙҙе мәғариф ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова башланы:

—Минең кескәй хеҙмәтемде шулай оло баһалауығыҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт белдерәм. Туған телебеҙгә, милләтебеҙгә һѳйѳү тәрбиәләгән, ватансылыҡ тойғоһо уятҡан баҫмабыҙ киләсәктә лә ошо юлдан тайпылмай, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләһен, йәшәһен. Гәзитебеҙҙең эшмәкәрлеген республика кимәлендә баһалап тороуҙары оло ҡыуаныс.

Уның һүҙҙәренә Вәсил Һѳйѳндѳков ҡушылды:

—Мин «Башҡортостан», «Атайсал», «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзиттәрен даими алдырам һәм һәр һанын кѳтѳп алып уҡыйым. Республика гәзитенән Башҡортостан яңылыҡтарын белһәм, «Атайсал» аша тѳбәк хәле менән танышып барам. Йәмәғәт хәбәрселәренә темалар биреп торһағыҙ, шул юҫыҡта эшләр инек. Йәш хәбәрселәр әҙерләү менән булышығыҙ. Бына беҙҙе яҙыусы Әмир Моратов гәзиттәргә мәҡәләләр яҙырға ѳйрәтте. Мин һаман уның һабаҡтарына таянып эш итәм. Гәзиттә дини темалар ҙа киң яҡтыртылһын, ауыл хужалығы ла ситтә ҡалмаһын.

«Атайсал» гәзитен асыуға күп кѳс һалған арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғоловтың да гәзит хеҙмәткәрҙәренә тәҡдимдәре булды.

—«Атайсал»—беҙҙең гәзит. Бында үҙ эшен белгән ҡыҙҙар-егеттәр эшләй. Гәзиттең быйылдан 8 битле булып сыға башлауы уның эстәлеген дә үҙгәртергә, байытырға ярҙам итәсәк, минеңсә. Киләсәктә бәлки «Атайсал»ды тағы ла ҡалыныраҡ баҫма итеп сығарыу мѳмкинселеге лә булыр, шул хаҡта ла уйларға кәрәк.

Лауреаттарыбыҙҙы Рәсүл Ғилмитдин улы ла ихлас ҡотлап үтте.

—«Атайсал» ул мәғлүмәт биргән гәзит кенә түгел, уның тәғәйенләнеше—телде һаҡлау, милләтте үҫтереү, йәнтѳйәкте данлау. Күптәр гәзиттә тәнҡит етешмәүгә зарлана. Әлбиттә, тәнҡит кәрәк, әммә ул урынлы булырға тейеш. Сер түгел, «Атайсал»ды оло быуын кешеләре тота. Үҙегеҙгә алмаш әҙерләгеҙ, йәштәр яҙышһын гәзиткә,—тине ул.

Әүҙем авторҙарыбыҙҙы уңыштары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Быйыл да уларҙың баҫмабыҙ биттәрен ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән биҙәүҙәрен теләйбеҙ.

Һүрәттәрҙә: лауреаттарҙы тәбрикләү сараһынан күренештәр.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap