Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
17.01.2014
ДУҪТАРЫБЫҘҘЫ БҮЛӘКТӘР МЕНӘН ҠЫУАНДЫРҘЫҠ
Untitled document

 

Земфира ҒИРФАНОВА

«Атайсал»ға яҙылыусылар араһында лото-уйын үткәреп, еңеүселәрҙе билдәләүебеҙ тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Быйыл тѳп бүләгебеҙ—«Сибай» шифахана-профилакторийына путевка Сибай ҡалаһында йәшәүсе Лена Фәйзуллинаға эләкте. Шатлыҡлы яңылыҡты һѳйѳнсѳләгәс, инәйебеҙ шул тиклем ҡыуанды. Шул арала телефон аша Ѳфѳлә йәшәүсе ике ҡыҙына шатлығын еткерә һалды. Бына бит бәхет ѳсѳн күп тә кәрәкмәй. Бер һѳйѳнѳслѳ хәбәребеҙ менән үҙебеҙҙең даими уҡыусыбыҙҙы бер минут эсендә иң бәхетле кеше иттек тә ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, бының ѳсѳн иң тәүҙә бағыусыбыҙ—«Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» йәмғиәтенә (генераль директоры Р.М.Әминов) рәхмәтлебеҙ.

Лена инәй Фәйзуллинаға 81 йәш. Сығышы менән Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан. Бәхетен алыҫтан эҙләмәгән, тыуған ерендә осратҡан ул. Ире Карл Абрар улы Фәйзуллин менән 50 йыл бергә ғүмер иткәндәр, биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Лена инәй 40 йыл баҡыр-кѳкѳрт комбинатының тимер юл цехында хеҙмәт иткән. Фиҙаҡәр хеҙмәте Почет билдәһе ордены менән баһаланған. Хәҙер инде хаҡлы ялда булған инәй әхирәттәре менән мәсеткә йѳрѳй. Фатиры йыйнаҡ, ҡотло. Ѳҫтәленән ҡамыр аштары, бәлештәр ѳҙѳлмәгәне күренеп тора. Бына шундай уңған, йәш күңелле булып сыҡты Лена инәйебеҙ.

—«Сибай» шифаханаһында ошоға тиклем ике тапҡыр ял иткәнем булды. Бүләгегеҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт, Алла бирһә тағы барып һаулығымды нығытып ҡайтырмын,—тине оло йәштәге әүҙем уҡыусыбыҙ.

Ә «Атайсал»ға ярты йылға яҙылыусылар араһында уйнатылған микротулҡынлы мейесте шулай уҡ Сибай ҡалаһында йәшәүсе Һәҙиә Рәхмәтуллинаға тапшырҙыҡ. Ишекте мѳләйем, нурлы йѳҙлѳ инәй асты. Ул да даими яҙылыусыбыҙ һәм уҡыусыбыҙ.

—Бындай әйберҙе бер ҡасан да алыу мѳмкинселегем юҡ ине. Пенсиям артыҡ ҙур түгел. Бына бит Хоҙайҙың ҡѳҙрәте, Мәүлит айында миңә ҙур бүләк насип булды,—тине ул шатлығы менән ихлас уртаҡлашып.

Коллектив менән «Атайсал»ға яҙылыусылар араһында Сибай ҡалаһының «Сулпылар» балалар баҡсаһы коллективы иң ѳлѳшлѳһѳ булып сыҡты. Улар ҙа тѳҫлѳ принтерҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте.

Гәзитебеҙгә ихлас яҙылыуығыҙ һәм быйыл да беҙҙең менән бергә булыуығыҙ ѳсѳн барлыҡ дуҫтарыбыҙға ла ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Һүрәттә: Лена инәй Фәйзуллина лайыҡлы отҡан бүләгенән ҡәнәғәт.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap