Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ЙӘШӘГЕЛӘР КИЛӘ ҠАБАТ, ИЛҺАМ ҠОШО ҠАҒА ҠАНАТ…
Untitled document

 

Untitled document

Untitled document

Шиғырҙарында сюжет та, лирик сиселеш тә, кульминация ла, образдарҙың сағыу һүрәтләнеше лә бар уның. Бер шиғырҙан тотош роман мәғлүмәтен алырға була. Уларҙа шатлыҡ-ҡыуаныс та, әсе һағыш та, йәшәйеш хаҡында уйланыуҙар, ир-егеттәрсә ҡырҡыулыҡ саҡ-саҡ ҡына һиҙелерлек кѳнсығыш фәлсәфәһе аша бирелә. Һүҙ ҡалалашыбыҙ, һәләтле шағир Фәнис Сирбаев ижады хаҡында. Хеҙмәт юлы бѳтѳнләй икенсе ыҙандан йүнәлеш алғанда ла, шағирҙың йәне илаһи әҙәбиәт, шиғриәт донъяһына ғашиҡ булып ҡала. Уға киләсәктә лә илһамлы ижад шишмәһенең мул һыулы булыуын теләйбеҙ.

Тик бер теләк

Барыһы ла торһон ҡырҙа,

Ҡырҙа торһон хатта йыр ҙа.

Юҡ! Кәрәкмәй донъя малы,

Булһам да гел мең ямаулы.

Күңелемдә тик бер теләк,

Тормошомда тик бер терәк,

Алға ҡуйған изге ниәт—

Ул шиғриәт, тик шиғриәт.

Ҡалған ғүмер янып үтһен,

Ҡалған ғүмер яҙып үтһен.

Йѳрәгемдә ярһып тулып,

Шиғыр таша даръя булып.

Барыһы ла торһон ҡырҙа,

Ҡырҙа торһон йыр ҙа, ҡыҙ ҙа.

Тик бер теләк—

Шиғыр яҙыу,

Иң ҡурҡҡаным—

Шунан яҙыу.

Үтмә, ҡыш

Кѳмѳш донъя!

Күреп туйма—

Сихри мәл.

Ҡыш булһа ла,

Тыш туңһа ла

Ҡалһын,

Йәл.

Таҙа һауа,

Ынйы яуа

Әйтерһең.

«Һоҡланғыс бит,

Үтмә, ҡыш»,—тип

Әйтерһең.

Сыңлай әле

Салауаттың сынйырҙары

Сыңлай әле.

Ул сыңдарҙы йѳрәк һаман

Тыңлай әле.

Салауаттың бығауҙары

Ысҡынмаған.

Кѳнѳм юҡтыр, ирек тиеп,

Ҡысҡырмаған.

Салауаттың юлдарында

Саң баҫылған.

Саңдар менән бергә әллә

Аң баҫылған.

Салауаттың ейәндәре

Тыныс ҡына

Ята бирә.

Бара сереп

Ҡылыс ҡында.

Салауаттың сынйырҙары

Сыңлай әле.

Ул сыңдарҙы баҫыр батыр

Тыумай әле.

«Ҡыҙыл китап»

Намыҫ йоҡара ла беҙҙең

Ҡалыная «Ҡыҙыл китап».

Юҡҡа сыҡҡан, юҡҡа сығыр

Хайуандарға юҡтыр хисап.

Нәфсе артҡан һайын беҙҙең

Кәмей ҡоштар, үҫемлектәр.

Ҡалыная «Ҡыҙыл китап»—

Ѳҫтәләләр яңы биттәр.

... Сәйер уйҙар килә башҡа,

Ѳҫтәлемдә «Ҡыҙыл китап».

Ә беҙгә тим, башҡорттарға,

Кәрәкмәйме икән хисап?

Кеше

Кеше кешелекле булһын,

Кеше кеселекле булһын,

Ҡара булһын, һары булһын,

Мѳһим түгел тѳҫѳ, буй-һын.

Булһын урыҫ, булһын ҡаҙаҡ,

Булһын татар—түгел ҡаза.

Кешелекле булһын кеше,

Кеселекле булһын кеше.

Мин тиеп баш күтәрмәһен,

Дин тиеп таш күтәрмәһен.

Татыу булһын барыһы ла—

Ағы, ҡара, һарыһы ла.

Хоҡуҡтар бит тигеҙ беҙҙең,

Әле кисә нигеҙ теҙҙем...

Ҡайҙа булһын, Ерҙә инде,

Ергә хужа беҙ ҙә инде.

Сәскә атһын Ер шарыбыҙ,

Шат булайыҡ беҙ барыбыҙ.

Онотмайыҡ, беҙ бит—КЕШЕ!

Мин һинән, һин минән кесе.

Ѳмѳт

Ѳҙѳлмәй шул ѳмѳт,

Ѳҙѳлһә лә

Булған нәмә,

Саҡ-саҡ

Түҙелһә лә.

Йыуатыусы ѳмѳт,

Йәш һѳртѳүсе,

Һуңғы сиктәрҙә лә

Йәшәтеүсе.

Минең дә бит булды

Һуңғы тапҡыр

Һуға тѳҫлѳ йѳрәк.

Таҡыр-тоҡор.

Аяҡтар ҙа тотмаҫ

Һымаҡ ине,

Тамаҡ аҙыҡ йотмаҫ

Һымаҡ ине.

Күҙҙәр күрмәй ине

Тоҙло йәштән,

Улар тонған ине

Йәштән йәштән.

Донъя аҡ һәм ҡара,

Ҡара-ҡара!

Аҡ тѳҫтәре яйлап

Һүнеп бара.

Донъя тѳҫһѳҙ ине.

Әммә ѳмѳт,

Түгел ѳйрәтеүҙәр,

Түгел ѳгѳт

Тотоп килде мине

Һуңғы сиктә.

«Бѳгѳн нимә?

Нимә кисә?»

Иртән!

Иртән!

Иртән!

Иҫән!

Иҫән!

Ѳмѳтһѳҙҙѳ халыҡ

Шайтан тигән.

Булманымы? Булды,

Тѳшѳнкѳлѳк

Теге яҡҡа һѳйрәй:

«Һин бит үлек,

Ыҙалама, һин бит

Кеше түгел».

Хуш бул, донъя!

Зәңгәр күгем.

Китәм инде, китәм.

Туйҙым тамам.

Күңелемдә ниҙер:

Юҡ! Мин ҡалам.

Һаман-һаман яҙмыш

Ҡормаҫ мәкер,

Йылмайыр ул бер кѳн

Һәм дә әйтер:

«Яҙҙарың бит һинең

Кѳҙҙәй булды,

Түҙгәнгә—түш, бына

Һуҙҙым ҡулды.

Һарғайһа ла япраҡ

Күрәһеңме?

Сәскә ата донъяң

Һиҙәһеңме?»

Шул кѳндәрҙе кѳтѳп

Йыуанамын.

Шул кѳндәрҙе уйлап

Ҡыуанамын.

Ѳҙѳлмәй шул ѳмѳт,

Ѳҙѳлһә лә

Булған нәмә.

Саҡ-саҡ

Түҙелһә лә.

Тай

Ашаттылар, һыйпанылар,

Иркә һүҙҙәр һѳйләнеләр,

Һиҙмәй ҡалды, кѳтмәгәндә

Бағанаға бәйләнеләр.

Кейҙерҙеләр йүгән, ҡамыт,

Ауыр арба килтерҙеләр.

Иркә һүҙгә алданған тай

Бер-икене һикерҙе лә

Тынып ҡалды, шымып ҡалды,

Буйһондомо яҙмышына.

Оҙаҡламай сыбыртҡы ла

Буйлап тѳштѳ янбашына.

Шағыр-шоғор тәгәрмәстәр

Әйләнделәр, әйләнделәр.

Йәшел болон—ташлы юлға,

Кѳндәр тѳнгә әйләнделәр.

…Ашатһалар, һыйпаһалар,

Иркә һүҙҙәр һѳйләһәләр,

Шикләнәмен ҡайһы ваҡыт:

«Ҡапыл тотоп бәйләһәләр?»

Йәшәгеләр килә

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap