Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
СИБАЙ ИНСТИТУТЫНДА ОЛИМПИАДА РУХЫ ГИҘӘ
Untitled document

2014 йылды—Сочи ҡалаһында уҙасаҡ олимпиада йылын БДУ-ның Сибай институты етәкселеге яҡтыртылған саңғы трассаһы асып ҡаршыланы. Ике саҡрымға һуҙылған саңғы юлы юғары уҡыу йортоноң спорт комплексы биләмәһендә һалынған. Сәләмәт йәшәү рәүешенә ѳҫтѳнлѳк биргән уҡыу йорто етәкселеген, студенттарҙы трасса асылыу уңайынан Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы А.Ф.Иҙрисов, «Мир» кинотеатры директоры И.Ә.Әсмәндийәров, ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркы директоры С.Ф.Ғәниева ҡотланы.

—Заманса яҡтыртылған саңғы юлы асылыуы уҡыу йорто тормошонда оло ваҡиға,—тип башланы тәбрик һүҙен БДУ-ның Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Йәрмѳхәмәтов.—Саңғы—күптәрҙең күңеленә хуш килгән спорт тѳрѳ. Шуға күрә бындай трасса хаҡында саңғысылар күптән хыялланды. Хәҙер студенттар саңғыны кѳндѳҙ генә түгел, ҡараңғы тѳшкәс тә шыуа ала. Беҙҙең тѳбәктә ҡыштың 4-5 айға һуҙылыуын, ҡышҡы кѳндѳң ҡыҫҡа булыуын һәм саңғысыларҙың йылдан-йыл арта барыуын иҫәпкә алып, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусыларға ошондай уңайлыҡ тыуҙырырға ҡарар иттек.

Саңғы юлы киң һәм яҡты. Трасса 16 яҡтыртҡыс, 4 ҡеүәтле прожектор менән йыһазландырылған. Беҙҙең уҡыу йортоноң саңғысылары оҙаҡ йылдар дауамында республика, Рәсәй кимәлендәге уҙыштарҙа уңышлы сығыш яһап килә. Дѳйѳм алғанда, институттың физик культура һәм спорт кафедраһы 20 йыл эшләү дәүерендә 500-ҙән ашыу физкультура уҡытыусыһы әҙерләп сығарҙы. Шулар араһында 15 спорт мастеры, бихисап спорт мастерлығына кандидаттар булыуы ҡыуаныслы.

Саңғы юлын беренселәрҙән булып Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары саңғысылары, студенттар, мәктәп уҡыусылары һынап ҡараны. Тѳбәк-ара спринттурҙа ҡыҫҡа дистанцияла ике тѳркѳм—ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр йүгерҙе һәм тәүге килгән алты саңғысы еңеүсе тип билдәләнде. Мауыҡтырғыс ярышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Лидия Шаһиәхмәтова беренселекте яуланы. Ир-егеттәр араһында Хәйбулла районының Аҡъяр тау колледжы уҡытыусыһы Радик Азат улы Аҡманов иң етеҙе булып танылды. Радик Азат улы ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлап, тыуған тѳбәгендә уңышлы эшләп йѳрѳй.

БДУ-ның Сибай институтында был кѳндѳ яҡтыртылған саңғы юлынан тыш, күмәк шыуыу ѳсѳн каток та асылды. Шулай итеп, ил буйлап гиҙгән олимпиада рухы Сибай институтына ла ҡағылмай ҡалманы.

Рәүилә Хәсәнова,

БДУ-ның Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap