Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
17.02.2014
ЯҢЫ МӨХИТКӘ ЯРАҠЛАШЫУ—МӨҺИМ ЭШ
Untitled document

Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың ете районынан йыйылған балалар уҡый: Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән, Хәйбулла, Учалы төбәктәренән, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә бер нисә бала бар. Был осраҡта яңы килгән уҡыусыларға уңышлы һәм тиҙ яраҡлашыу бигерәк тә мөһим, сөнки тәрбиәләнеүселәр бында уҡып ҡына ҡалмай, ә йәшәй ҙә. Тәүлек әйләнәһенә бергә булыу яраҡлашыуҙы тиҙләтә, сөнки башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә интернат системаһында уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыу мөмкинселеге күберәк.

Беренсе уҡыу көнөнән алып яңы кластарға килгән уҡыусыларҙы яраҡлаштырыу маҡсатында педагог-психолог бик ентекле эш алып бара. Һәр уҡыусыны төрлө яҡлап өйрәнеү ойошторола. Бының өсөн түбәндәге алымдар ҡулланыла: дәрестә, тәнәфестә, өйгә эш башҡарған ваҡытта күҙәтеү. Шулай уҡ психологик тикшереү уңышлы формаларҙың береһе һанала. Бында һәр баланың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы, класташтары араһында тотҡан урыны, яраҡлашыуҙың социаль-психологик үҙенсәлектәре лә күренә. Уҡытыусылар һәр тәрбиәләнеүсенең психологик үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша.

Балаларҙы бер-береһе менән таныштырыу, дуҫлаштырыу өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыла, тренинг күнекмәләр уҙғарыла.

Кластан тыш саралар шулай уҡ уҡыусыларға үҙҙәрен асырға, һәләттәрен күрһәтергә яңы мөмкинселектәр аса. Гимназия-интернатта традицияға әйләнгән саралар «Гимназистҡа ҡабул итеү», «Таланттар йәйғоро», «Һылыуҡай-2014», «Гимназистар парады», шулай уҡ «Зарница», «Күңелле старттар» кеүек спорт ярыштары ла балаларҙы бер-береһенә ылыҡтыра, берҙәмләштерә. Артистлыҡ сифаттары булғандар КВН-да, ижади һәләтлеләр «Салтанат» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, спортты үҙ иткәндәр төрлө секцияларҙа әүҙем шөғөлләнә. Белем усағында фәнни эш менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бик күп, уҡыусыларыбыҙ төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. Гимназияла 20-нән ашыу түңәрәк эшләй, унда уҡыусылар бик теләп йөрөй.

Күреүегеҙсә, Сибай гимназия-интернатында уҡыусыларға яңы мөхиткә яраҡлашып китеү, яҡшы уҡыу, үҙеңде төрлө яҡлап асыу, үҫтереү, яңы дуҫтар табыу өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Бер гимназист та ҡала эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар бүлексәһендә иҫәптә тормай.

Гимназия-интернат тәрбиәләнеүселәре төрлө ерҙә уҙғарылған конференцияларҙа, конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Уҡыусыларыбыҙ сит ерҙә һис тә баҙап ҡалмай, был да яраҡлашыу йәһәтенән алып барылған эштең һөҙөмтәһен күрһәтә.

Айгөл Йосопова,

педагог-психолог.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap