Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
СӘЛӘМӘТЛЕК ТЕШТӘРҘӘН БАШЛАНА
Untitled document

Бер риүәйәттә былай тип һөйләнә: кешеләр урманда бисураны тотоп алған һәм бәйләп үҙҙәре төйәк иткән урынға алып ҡайтҡан. Ҡайтыуҙарына ҡатындар киҫәк-киҫәк ит бешереп көтөп тора, ти. Күмәкләшеп ит ашап алып, һөйәктәрен кимерәләр икән. Шул ваҡыт быларҙы күҙәтеп ултырған бисура күҙ йәштәрен түгеп тороп илай башлаған. «Ниңә илайһың?»—тип һорағандар. «Зиннәтте йәлләмәйһегеҙ, шуға илайым»,—тигән бисура. «Ә ҡайҙа ул зиннәт?»—тип аптыраған кешеләр. «Бына ошо ул зиннәт»,—тип бисура кешеләрҙең тештәренә төртөп күрһәткән. Бына шулай, тештәр хатта боронғо әкиәттәрҙә лә зиннәт булараҡ баһаланған.

Ә бөгөн беҙ ул зиннәттең ҡәҙерен һәм уны нисек һаҡларға икәнлекте беләбеҙме? Был хаҡта беҙгә үҙ кәңәштәрен Сибай стоматология поликлиникаһы табибәһе Фәриҙә Барый ҡыҙы Әминева бирә.

Фәриҙә Барый ҡыҙы һөнәрҙе тап медицина өлкәһенән һайларын әле бала сағында, Баймаҡ районының Таһир ауылында уҡыған мәлендә үк белә. Башта Сибай медицина училищеһын тамамлай, бер аҙ эшләп ала һәм, ниһайәт, Башҡорт дәүләт медицина институтында стоматолог һөнәрен үҙләштерә. Оҙаҡ йылдар балалар стоматологы булып эшләй, унан ололар бүлегенә күсә. Уны дауаланыуға килеүселәр ҙә, коллегалары ла иғтибарлы, тәжрибәле булыуы өсөн хөрмәт итә.

«Тештәр—дөйөм организм сәләмәтлегенең күрһәткесе,—ти стоматолог.—Кешеләге бөтөн төр хроник инфекцияларҙың да башланғысы теш ауырыуҙарына бәйле. Беҙ тештәребеҙҙе таҙартып, тәрбиәләп йөрөй белмәйбеҙ икән, улар беҙҙән ауырыу яһаясаҡ. Шунлыҡтан баланы бәләкәйҙән үк ауыҙ ҡыуышлығында тәртип тота белергә өйрәтергә кәрәк. Докторға теш һурҙырырға түгел, ә профилактика өсөн мөрәжәғәт итеү зарур. Йылына ике тапҡыр тикшерелеп тороуҙы ғәҙәткә индерегеҙ».

Ысынлап та, баланы бәләкәйҙән теш табибына үҙ теләге менән йөрөү, тикшерелеү мәҙәниәтенә өйрәтергә тейешбеҙ. Бының өсөн, табип әйтеүенсә, ата-әсә уны психологик йәһәттән әҙерләргә бурыслы. «Бер ни ҙә эшләтмәй, ҡарай ғына»,—тип алдап түгел, ә «тикшерә һәм дауалай» тип аңлатып алып килергә кәрәк. Белеп, аңлап килгән балалар дауалауҙы тыныс ҡабул итә. Хәҙер бит дауалау алымдары ла яңы технологиялар ярҙамында алып барыла, ауыртыуҙы баҫыу ысулдары ла күп. Шулай уҡ балаларҙың һөт тештәре боҙолғанда «торһон, үҙе төшә ул» тип ҡалдырыуҙы ла хата, тип һанай белгестәр. Кескәй организмды ағыулаусы инеш мотлаҡ алып ташланырға тейеш.

Беҙҙең халыҡта әлегә тиклем тештәргә етди ҡараш юҡ. Һуңғы мәлдә генә табипҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Ә бит күп осраҡта боҙола башлаған теште дауаларға, яһалма үҫтерергә, бөтәйтеп һаҡлап ҡалырға була. «Һәр теш организмдың бер өлөшө, уларҙың һәр береһенең үҙ функцияһы бар, шунлыҡтан мөмкин тиклем уларҙы юғалтмаҫҡа тырышырға кәрәк»,—ти табибә.

Ә инде заманға эйәреп тештәрҙе ағартыу, уларҙы ҡиммәтле металдарға урау йәки алмаштырыу, биҙәүҙәрҙең, ниндәйҙер кимәлдә матурлығын иҫәпләмәгәндә, зыяндан башҡаһы юҡ. Һау тештең үҙ төҫө һарғылт аҡ йәки саҡ ҡына зәңгәрерәк аҡ иҫәпләнә. Китаптарҙа яҙылғанса «утыҙ ике мәрйен тешен» күрһәтеп йылмайыу—үҙе үк матурлыҡ, сәләмәтлек билгеһе.

Хөрмәтле Фәриҙә Барый ҡыҙын һәм уның исемендә ҡалабыҙҙың барлыҡ теш табиптарын Халыҡ-ара стоматологтар көнө менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

М.Сәйғәфәрова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap