Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
17.02.2014
ҮКЕНЕСЛЕ ҺӨЙӨҮ
Untitled document

 

Күптән компьютер артына ултырырға ваҡыт таба алмаған Зәлиә, әллә ниндәй ашҡыныу менән ноутбугын ҡабыҙып ебәрҙе. Үҙенең «битенә» инеү менән йыйылып киткән хәбәрҙәргә күҙ һалды, араһында бергә уҡыған курсташ ҡыҙынан да сәләм бар. Ҡасандыр Зәлиә йән атып яратҡан егеттең фотоһүрәтен ебәргән. Яңғыҙы түгел, эргәһендә матур ғына ҡатыны, туптай ҡыҙы тора. Өҙөлөп һөйөп туя алмаған, ҡасандыр үтә лә ғәзиз булған йөҙгә оҙаҡ бағып торҙо ул. Үҙенән ике йәшкә кесе булһа ла, Зәлиәнең күңелен бер күреүҙә тигәндәй яулап алған был егет хәҙер инде олпатланған. Әммә шул уҡ күҙҙәр, шул уҡ торош-килбәт. Үҙ-үҙенә ышанған, тормошта үҙ урынын тапҡан ир... Зәлиәне ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр биләп алды. Тегенең «битенә» инеп, ҡалған фотоһүрәттәренә лә күҙ һалды. Фотоһүрәттәре күп түгел, күбеһенсә ялан-ҡырҙа, урманда төшкән. Fаиләһе менән булған берәүһенән башҡа гел яңғыҙы. Пластик тәҙрәләр эшләү менән булыша икән. Зәлиәнең күңелен ниндәйҙер татлы һағыш биләп алды ла үткән йәшлек йылдарына алып китте.

...Зәлиә һуңғы курста уҡый ине ул ваҡытта. Үҙ баһаһын яҡшы белгән, күп ваҡытын дәрескә, китапханаларға бүлгән ҡыҙ ине ул. Ауылында инде өс йылдан артыҡ дуҫлашып йөрөгән, уҡып бөтөүенә кәләшлеккә һоратырға көткән егете лә бар.

...Ул көндө ниңәлер күптән инде аяҡ баҫмаған дискотекаға барырға булып китте. Көҙгө эргәһендә курсташ ҡыҙы менән ҡупшыланып алғас, аҫҡы ҡаттағы залға төштөләр. Инеп барышлай ишек яңағына һөйәлеп, «танцы» барышын күҙәтеп торған егеткә иғтибар итте. Оҙон кәүҙәле, һөйкөмлө егет. Бейегән сағында ла Зәлиә һаман шул урында баҫып торған егеткә ара-тирә ҡараштырып алды. Ахырыһы түҙмәне, эргәһендәге курсташынан һорашты. «Яңы килгән,—тине әхирәте.—Таныштырайыммы? Беҙҙең ауылдыҡы». «Юҡ,—тип баш тартты Зәлиә,—кәрәге бер тин».

Бер-ике көндән бүлмәһенә курсташ ҡыҙы килеп инде. Өсөнсө ҡатта урынлашҡан телевизор бүлмәһенә барып, берәй фильм ҡарарға тәҡдим итте. Уны-быны уйламаған ҡыҙ риза булды. Телевизор ултырған бүлмәлә бер кем юҡ, иркенләп фильм һайлап, ҡарай ғына башлағайнылар, яндарына берәүҙәр килеп ултырҙы. Зәлиә аптырап китте, егеттәрҙең береһе теге дискотека залындағы егет ине. «Һеҙҙең исемегеҙ Зәлиәме?»—тип һораны ул тыйнаҡ ҡына йылмайып. «Йылмайыуы бигерәк һөйкөмлө икән»,—тигән уй килде ҡыҙҙың башына. Һәүетемсә генә һөйләшеп киттеләр. Шоферға уҡырға килгән икән. Курс бөтөү менән әрме хеҙмәтенә китәсәк. Ошо ҡалаға яҡын ауылдарҙың береһендә йәшәй. Егеттең ҡыҙ алдында ҡыланмай, тыныс ҡына талғын тауыш менән һөйләүе, үҙенең дә Зәлиәне ихлас тыңлауы, кейгән кейеме, кәүҙә-килбәте, йөҙө-күҙе тигәндәй, бөтәһе лә ҡыҙҙың күңеленә оҡшаны ла ҡуйҙы. Был хәлгә үҙе лә аптыраны Зәлиә, көндән-көн күңеле үҙе лә һиҙмәҫтән уны күрергә ашҡыныр булып китте. Егет һүҙгә һараныраҡ булһа ла, тапҡыр яуап табып, ҡыҙҙың күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдөрөп ала. Зәлиә уны сәғәттәр буйы тыңлап ултырырға әҙер. Танышыуҙары осраҡлы ғына килеп сыҡмаған. Әлеге курсташ әхирәтенең этлеге булған икән. Теге ваҡыт: «Һине бер ҡыҙ һорашты әле»,—тип Рәмилде ҡыҙыҡһындырған. Әлбиттә, егеттең ҡыҙҙы күргеһе килгән, алдан һөйләшелгәнсә, ҡыҙҙар фильм ҡарарға килә, Рәмил ҡыҙҙы күреп оҡшатһа, килеп таныша. Ысынлап та, һөйөү булдымы, ҡыҙ бар доньяһын онотто ла ҡуйҙы. Рәмил аҙна аҙағында яҡындағы ауылына ла ҡайтмай, ҡыҙ янында булырға тырыша. Бергәләп сәй эсәләр, егет бала-саҡтағы шуҡлыҡтарын һөйләй. Кистәрен ятаҡтың китапханаһында ултыралар, һөйләшеп туя алмайҙар. Ҡай саҡ егет ҡыҙҙың күҙҙәренә шундай тултырып ҡарай, хатта ҡыҙға был ҡараштарҙы күтәреүе ауыр булып китә, күҙҙәрен йәшерә. «Һине һағынып, көндө саҡ үткәрҙем»,—тип килә ул ауылына ҡайтһа. «Мин һинән ике йәшкә ҙурмын»,—тип шаярта ҡыҙ ҡай саҡ егетте. «Булһын,—ти егет ҡыҙҙы һаҡ ҡына ҡосаҡлап,—мин һинһеҙ йәшәй алмайым».

Яңы йыл алдынан Рәмил һуңғы имтиханын тапшырҙы. Ҡайтыр алдынан егет ҡыҙ янына килде. «Һинһеҙ нисек түҙермен икән,—тине ул ҡыҙҙың ҡулдарын үҙенең ҡайнар устарына алып.—Әрмегә алып китһәләр, көтөрһөңмө?» Зәлиә өндәшмәй, башын егеттең күкрәгенә йәшерә, ә эсендә ут.

Армияға комиссия үтеп йөрөгәнендә табиптар Рәмилде дауаханаға һалырға булды, бөйөрөн дауалап алырға кәрәк икән. Ул осорҙа кеҫә телефондары юҡ ине әле. Ҡыҙҙы ятаҡтың аҫҡы ҡатына саҡырыуҙарын әйткәстәр, уны-быны уйламай килеп төшкән Зәлиә, декабрь һыуығына ла ҡарамай, дауахана тәпешкәләрендә килеш һөйгәнен күреүгә ҡыуанып, ауыҙы ҡолағына еткән егетте күреп, һушы китте. «Һине һағынып түҙмәй ҡасып килдем»,—ти үҙе. Шунда ҡыҙ егеттең үҙен ысынлап яратыуын аңланы. Аңланы ла уйға ҡалды. Ә ул торошломо һуң егеттең һөйөүенә? Рәмилдең һөйөүе кеүек саф түгел бит ул үҙе. Уны осратмаҫ элек, яратыу ошолор тип, ауылындағы егете менән төн үткәргәйнеләр. Хаҡы юҡ уның Рәмилде һөйөргә, уның өмөттәрен селпәрәмә килтерһә килтерер, әммә егеттең яҙмышын таплай алмай.

Был хушлашыуҙың һуңғыһы икәнен бөтә йәне менән аңлаған ҡыҙ егеттең ҡосағынан һурылып сыҡты ла, бүлмәһенә йүгерҙе, һулҡылдап илап, карауатына ауҙы. Ысынлап та, уларға ҡабат күрешергә насип булманы. Зәлиә ҡышҡы каникул осоронда ауылдағы егетенә кейәүгә сыҡты.

Уҡыуға килеүгә курсташ әхирәте: «Ул һиңә «алдаҡсы» тип әйтергә ҡушты»,—тине. Был һүҙҙәр бәғерен телһә лә, түҙҙе Зәлиә. Хаҡ һүҙҙәр. Ул алданы егеттең саф тойғоларын. Әммә бер нәмәне белһен ине ул, ҡыҙ уны ысынлап һөйҙө, бөтә аҡылы менән, йөрәге менән. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит. Ә яҙмышына зарланмай ҡатын, ире насар кеше түгел, Зәлиәне ярата, өс балаға ғүмер бирҙеләр.

Зәлиә фотоһүрәттәге таныш, танһыҡ йөҙгә оҙаҡ текләп ултырҙы. Тик бер нәмәне генә белмәй ине Рәмил: ул һәр саҡ Зәлиәнең күңелендә йәшәне һәм йәшәй.

Розалия.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap