Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
17.02.2014
БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, ҒАШИҠ ЙӘНДӘР!
Untitled document

 

Бөтә кешелек өсөн иң юғары тойғо—Мөхәббәт көнөнөң ни өсөн ҡыштың ҡарлы, буранлы февраль айында уҙғарылыуын беләһегеҙме? Урамда гөлләмә күтәргән, сауҙа нөктәләрендә сағыу бүләктәр, открыткалар һайлаған кешеләр был көндө күпләп күҙгә салына. Һәр кемдең үҙ яҡынына, һөйгәненә, хәләл ефетенә саф тойғоларын белдергеһе килә.

Был байрамдың тарихи тамыры алыҫ 269 йылға барып тоташа, ә ваҡиғаһы Рим империяһында була. Ул дәүерҙә империя менән Клавдий II батшалыҡ итә. Һәр ваҡыт һуғыш кисергән илдә һалдаттар етешмәй. Өйләнгән, ғашиҡ булғандарын бөтөнләй өнәмәйҙәр, сөнки уларҙың уйы тик ғаиләне хәстәрләүгә, һөйгәнен күрергә теләүгә ҡайтып ҡала, ә нисек еңергә, үҙеңде аямай һуғышырға, илдең бәҫен күтәрергә кәрәк икәнлеген ҡайғыртмайҙар, тигән фараз йәшәй. Шуға күрә император легионерҙарға өйләнеүҙе тыйыу тураһында Указ сығара. Әммә был Указ ғына һалдаттарҙың күңелен бикләп ҡуя алмай. Легионерҙарҙың янып-көйөп йәшәгәнен белгән рухани Валентин уларға ярҙам ҡулы һуҙа: йәшертен рәүештә никах уҡый, һөйгәндәренә сәскә, бүләктәрен тапшыра. Изге күңелле был кеше аралары боҙолғандарҙы яраштыра, осраша алмағандарын йәрәштерә, матур-матур хаттар яҙып, биҙәп тарата.

Был хаҡта белеп ҡалған Клавдий II мөхәббәтле «енәйәт эшен» туҡтатырға тигән әмер бирә. Тиҙҙән Валентинды язаға тарттыралар. Изгелекле рухани үҙе лә төрмә эшсеһенең ҡыҙын яратып йөрөгән була, үлер алдынан һөйгәненә ихлас тойғоларын белдереп яҙған хат ҡалдыра.

Шул көн мәңгелеккә Изге Валентин йәки Fашиҡтар көнө тип иғлан ителә. Бына нисәмә быуат дауамында уны төрлө илдәрҙә билдәләйҙәр, Валентинды иҫкә алалар, ул башлап ебәргән мөхәббәт хаттарын, открыткалар яҙалар, бер-береһенә хистәрен белгертәләр.

Ҡайһы илдә нисек байрам итәләр икән?

Японияла был көндө шәрбәтле ризыҡ, бигерәк тә шоколад бүләк итеү йолаға әүерелгән. Ир-егеткә лосьон, хушбуй, ҡатын-ҡыҙға сәскә, зауыҡлы бүләк бирәләр.

Францияла ғашиҡтар бер-береһен киптерелгән аҡ төҫтәге сәскә һәм ҡиммәтле аксессуар менән ҡыуандыра.

Бөйөк Британияла кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар 14 февралдә ҡояш ҡалҡҡанға тиклем тәҙрә аша ҡарап тора, беренсе булып үткән егет уның кейәүе буласаҡ имеш.

Ә бына Сәғүд Fәрәбстанында был көндө билдәләү рәсми рәүештә тыйылған, ҡағиҙәне боҙоусыларға штраф һалыу ҡаралған.

Беҙҙең илдә иһә сит ерҙә «тыуған» байрамдарҙы бик өнәп етмәйҙәр, шулай ҙа Fашиҡтар көнөнә йылдан-йыл иғтибар артыуы һиҙелә. Байрамға ҡарата төрлө фекер, ҡараш йәшәй. Оло быуын был көндө бөтөнләй һанламай, аҙғынлыҡҡа тиңләүселәр ҙә юҡ түгел, ә йәш-елкенсәк заман менән бергә атлай, байрамды хуплай.

Нимә тиһәң дә, Ер шарында иң изге, саф, сағыу, ҡайнар, яҡты тойғо—мөхәббәт. Ошо хис кемдең генә башынан үтмәгән дә, ниндәй генә аҙымға этәрмәгән. Ә Fашиҡтар көнө—яҡын кешеңә һөйөү һүҙҙәрен еткереү, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу өсөн матур бер сәбәп ул.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap