Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
17.02.2014
ҮҘГӘРЕШТӘР ЯБАЙ ХАЛЫҠ ФАЙҘАҺЫНА
Untitled document

Быйылғы йыл башынан күсмәй торған милеккә хоҡуҡтарҙы законлаштырыуға, ошо өлкәгә ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙе үтәүгә бәйле үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Был юҫыҡта киләсәктә тағы ла яңылыҡтарҙың булыуы көтөлә. Улар хаҡында анығыраҡ белергә теләү маҡсатында беҙ Башҡортостан Республикаһы Росреестр идаралығының Баймаҡ районы, Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марина Валерьевна Мартыноваға мөрәжәғәт иттек.

—Марина Валерьевна, бында ниндәй үҙгәрештәр хаҡында һүҙ бара?

—2014 йылдың 1 ғинуарынан торлаҡ төҙөлөшөнә өлөш индереүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылышлы үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Йәғни хәҙер ябай халыҡты һәр төрлө намыҫһыҙ төҙөлөш хужаларынан ҡурсыу өсөн уларҙың яуаплылығы страховкаланасаҡ. Шулай уҡ Ер кодексына ҡағылышлы үҙгәрештәр ҙә бар. Сикләнмәгән ҡулланылышта булған йәки мираҫҡа алынған ер участкалары тейешенсә файҙаланылмаһа, уларға булған хоҡуҡты мәжбүри рәүештә туҡтатыу мөмкин буласаҡ. 1 февралдән нотариаль йәһәттән раҫланған килешеүҙәрҙе Росреестр тарафынан тикшереү зарурлығы бөтөрөлә. Хәҙер нотариаль йәһәттән раҫланған килешеү буйынса эйә булынған хоҡуҡтарҙы теркәүгә яуаплылыҡ нотариустар иңенә һалынасаҡ.

—Ысынлап та, былар барыһы ла халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡтар. Үрҙә әйтеп үткән торлаҡ төҙөлөшөнә өлөш индереүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау тураһында анығыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине...

—Ағымдағы йылдан күп фатирлы йорттар йәки башҡа төрлө күсмәй торған милек объекттары төҙөлөшөнә өлөшләтә граждандарҙың аҡсаларын йәлеп итеүсе төҙөлөш хужаларының яуаплылығын страховкалауҙы тормошҡа ашырыу тәртибе раҫланды. Хәҙер төҙөлөш эштәрен башҡарыусы Башҡортостан Республикаһының Росреестр идаралығына төҙөлөш хаҡында килешеүҙе дәүләт теркәүе үткәреү өсөн Закон тарафынан билдәләнгән документтарға өҫтәп, торлаҡ бинаны төҙөп тапшырыуға бәйле бурыстарын тейешлесә үтәмәгән осраҡта яуаплылыҡ тотасағы хаҡында документ тапшырырға тейеш. Ул булмаған осраҡта төҙөлөштә ҡатнашыу тураһындағы килешеү теркәлмәйәсәк.

—Был үҙгәрештәр Росреестрға 2014 йылдың 1 ғинуарынан һуң тапшырылған килешеүҙәргә генә ҡағыламы?

—Эйе. Сөнки был үҙгәрештәр ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ғына ғәмәлгә инде.

—Нисек уйлайһығыҙ, был яңылыҡ халыҡты төҙөлөшкә бәйле һәр төрлө алдаҡтан һаҡларға булышлыҡ итерме икән?

—Әлбиттә, ярҙам итәсәк. Бының менән дәүләт өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау механизмын камиллаштырасаҡ. Бында һүҙҙең тап өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар тураһында барыуына баҫым яһарға кәрәк. Сөнки был үҙгәрештәр башҡа төр килешеүҙәргә, мәҫәлән, инвестициялау йәки финанслауға булышлыҡ итеү кеүек эштәргә ҡағылмай. Дөйөм алғанда, беҙҙең республикала өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған осраҡтарға бәйле хәлдәр әкренләп тотороҡлана бара. Ошоғаса проблемалы булып һаналған 10 төҙөлөш объектының өсәүһендә генә хәлдәр асыҡланмай ҡала килә, әммә улар ҙа республика Хөкүмәтенең һәм тейешле структураларҙың етди контроле аҫтына алынған.

—Ә хәҙер күсмәй торған милеккә бәйле алыш-бирештәрҙе законлаштырыуҙа нотариустарҙың яуаплылығы хаҡында ла ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине.

—2013 йылдың 1 мартынан күпселек алыш-бирештәрҙе, йәғни килешеүҙәрҙе Росреестрҙа теркәү зарурлығы бөтөрөлдө. Бөгөн Росреестрҙа граждандар килешеү буйынса хоҡуҡтарҙың күсеүен генә теркәй. Шулай уҡ ҡуртымға ҡағылышлы, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеүҙәр мотлаҡ дәүләт теркәүе үтергә тейеш. Бындай килешеүҙәрҙе нотариаль йәһәттән раҫлатыу мотлаҡ һаналмай. Ул тура Росреестрға килеп, килешеүгә ярашлы хоҡуҡтарға эйә булыуын теркәтә ала. Әммә нотариусҡа мөрәжәғәт итеп, үҙен өҫтәмә рәүештә страховкалау—һәр граждандың хоҡуғы. Тәүҙә нотариусҡа барыусыларға айырым өҫтөнлөктәр ҡаралыуын да әйтеп үтергә кәрәк.

—Ниндәй өҫтөнлөктәр инде улар?

—Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, нотариаль йәһәттән раҫланған документтарҙы дәүләт теркәүе ғариза һәм документтар ҡабул ителгәндән һуңғы 5 эш көнө эсендә башҡарылырға тейеш. Был граждандар өсөн һис шикһеҙ яҡшы яңылыҡ тип һанайым. Икенсенән, әгәр ҙә граждан үҙенең хоҡуғын башта нотариаль йәһәттән раҫлатһа, дәүләт теркәүе хаҡында ғариза һәм башҡа кәрәкле барлыҡ документтар нотариус йәки унда эшләүсе хеҙмәткәр тарафынан да тапшырылырға мөмкин. Шулай уҡ улар әҙер документтарҙы алыу хоҡуғына ла эйә. Йәғни, нотариус күсмәй торған милеккә бәйле килешеүҙәрҙе рәсмиләштереү йәһәтенән ғариза биреүсе исеменән эш итә һәм шуның өсөн тулыһынса яуап бирә.

—Был үҙгәрештәр, яңылыҡтар ниндәй һөҙөмтә бирер, тип уйлайһығыҙ?

—Нотариустар менән көйләнгән эш мөнәсәбәттәре булдырыу һөҙөмтәһендә хоҡуҡтарҙы һәм килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүенең ваҡыттарын ҡыҫҡартыу мөмкин буласаҡ, тип уйлайбыҙ. Шулай уҡ ябай халыҡтың сираттарҙа тороуы кәмейәсәк, башҡарылған эштәрҙең сифаты артасаҡ, тип күҙалларға мөмкин. 2014 йылдың икенсе яртыһында Росреестрға документтарҙы электрон вариантта тапшырыу мөмкин буласаҡ. Был да беҙҙең эшмәкәрлекте уңайлыраҡ итеүгә булышлыҡ итер, тип уйлайбыҙ.

Г.Яҡшығолова әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap