Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
17.02.2014
«СИБАЙ ХАЛҠЫ ЫҢҒАЙ ҺӨҘӨМТӘЛӘРГӘ ЫНТЫЛА»
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Сибай ҡалаһында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Л.С.Fүмәрова булып китте.

Лилиә Салауат ҡыҙы иң тәүҙә ҡала округы хакимиәтендә халыҡты ҡабул итте. Беренселәрҙән булып уның менән Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Р.А.Fөбәйҙуллин осрашты. Ратмир Айҙар улы яңы инфекция бүлеген төҙөү, акушер стационарын иркенәйтеү, балалар һәм үҫмерҙәр дауаханаһында төҙөкләндереү эштәрен яйға һалыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Унан һуң аудиенция һораусылар Сибай сәнғәт колледжы ата-әсәләре булып сыҡты. Ата-әсәләр колледжда уҡыусы балаларының уңайлы шарттарҙа һөнәр үҙләштереүҙәрен теләй. Маҡсаттары—сәнғәт колледжына төкөтмә төҙөттөрөү.

I төркөм инвалиды Валерий Анатольевич Петров баш ҡалабыҙға йүнәлтмә менән ике тапҡыр операцияға барып та кире ҡайтарылыуына зарланды. Премьер-министр урынбаҫары шунда уҡ һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау һәм башҡа өлкә белгестәре менән бәйләнешкә инеп, мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә өлгәште.

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуға бәйле һорауҙар ҙа булды. Урал аръяғы балалары уҡыған гимназия-интернат тейешле талаптарға яуап биреп етмәй. Гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова менән белем усағының даими шефы «Газпром ЛПУ-һы» вәкиле Даян Рәшит улы Теүәлбаев республика етәксеһенә балаларға уҡыу һәм йәшәү өсөн яңы бина кәрәклеген еткереп, төрлө дәлилдәр килтерҙе.

Ҡалала яңы сәнғәт мәктәбен төҙөү проекты ла бер аҙ тотҡарлыҡтар кисерә. Был тәңгәлдә Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Сергей Михайлович Николаев бик әүҙем эш алып бара һәм был тырышлыҡ ыңғай һөҙөмтәләр бирмәксе.

Филармония директоры Вәкил Барый улы Йосопов филармонияға ҙур тамаша залы төҙөүҙең заман талабы икәнлеген еткерҙе. Ҡалабыҙҙағы иң ҙур зал бары 340 урынлыҡ ҡына булыуы күп кенә уңышлы проекттарҙан баш тартырға мәжбүр итә, тине ул.

Лилиә Салауат ҡыҙы бөтә был һорауҙарҙы ла республика кимәлендә хәл итеүҙе үҙ контроленә алды. «Беҙҙең бурыс урындағы проблемаларҙы белеү, өйрәнеү һәм был хаҡта хөкүмәт идаралығына еткереү»,—тине Премьер-министр урынбаҫары.

Халыҡты ҡабул итеү тамамланғас, Л.С.Fүмәрова ҡаланың бер нисә объектында булды. Мәҫәлән, Сибай дәүләт филармонияһы бинаһына төкөтмә төҙөү мөмкинлеген ыңғай баһалап, йәйге сәхнә итеп файҙаланылған майҙанды күрҙе, уның уңайлыҡтарын самаланы. Шул уҡ ваҡытта «Сибай» бейеү ансамбле артистары менән осрашып, хәл-әхүәлдәрен һорашты. Етәксене бигерәк тә артистарҙың эш хаҡы һәм йәшәү шарттары ҡыҙыҡһындырҙы.

БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы менән БДУ-ның Сибай институты ла Лилиә Салауат ҡыҙының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Уҡыу йорттарын ул бөгөнгө заман талаптарына яуап биреү-бирмәү күҙлегенән ҡараны. Сибай институтының ныҡлы матди-техник базаһы, көслө педагогик коллективы, әлбиттә, ыңғай тәьҫир итмәй ҡалманы. Киләсәктә Урал аръяғының дөйөмләштерелгән юғары белем биреү үҙәген булдырыу хаҡында һүҙ алып барылды бында. «Йәштәрҙе хеҙмәт баҙарына талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытырға ине. Мәҫәлән, һеҙҙең ерлеккә тау белгестәре кәрәгерәк икән, шул өлкәлә белем биреүгә иғтибар арттырыу зарур. Юғары белем тураһында дипломдары була тороп та йәштәребеҙҙең эш таба алмауы беҙҙе уйландырырға тейеш түгелме?»—тигән борсоулы һорауҙы ла бик урынлы ҡуя Л.С.Fүмәрова.

Ҡала дауаханаһы һәм поликлиника хеҙмәте өлкәһендә лә хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр етерлек. Яңы аппараттар, белгестәр, махсус кабинеттарҙың кәрәклеге көнүҙәк проблемалар булып тора. Лилиә Салауат ҡыҙы ваҡыт табып поликлиника коридорында сират көтөүсе халыҡ менән аралашты. Һәр береһенең фекерен йәки һорауын диҡҡәт менән тыңланы, яуаптар бирҙе.

Көн аҙағында эш сәфәрен йомғаҡлап, Премьер-министр урынбаҫары былай тине:

—Дөйөм алғанда, Сибай ҡалаһындағы осрашыуҙар фәһемле булды, тип уйлайым. Халыҡтың теләге һәм хәл итергә ынтылған мәсьәләләре республика етәкселегенә лә ят түгел. Fәҙәттә, ошолай төрлө ҡалалар һәм райондар йәшәйешен сағыштырып, уларҙың һулышын тойоу күп кенә проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итә, ыңғай эштәргә әйҙәй. Бында күтәрелгән мәсьәләләр ҙә беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Бөтәһен дә түгел, әммә күптәрен тормошҡа ашырыуға мөмкинлектәр бар. Иң мөһиме—Сибай халҡы алға, ыңғай һөҙөмтәләргә ынтыла һәм өлгәшә белә.

Һүрәттә: эш сәфәре барышынан күренештәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap