Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
«АҠ БӘХЕТТӘН, КҮҢЕЛ, ТӨҢӨЛМӘ!..»
Untitled document

Рәмилә Ибраһимованың фәлсәфәүи лирикаһы ябайлығы, йырлы телле булыуы менән айырылып тора. Уның яҙмаларынан күңелдең ниндәй сағына ла торошло юлдар табырға: һағышланырға ла, уйланырға ла, һоҡланырға ла, рухланырға ла була. Шиғырҙары үҙҙәре үк авторҙың донъяның әсе-сөсөһөн татыған, йәшәү асылын аңлаған тәжрибәле, аҡыллы һәм бай күңелле шәхес икәнлеген әйтеп тора.

Ҡолонсағым

Ҡолонсағым, тием улғынама

Өләсәйҙән отҡан һүҙ менән.

Ейәндәргә ҡалһын матур йырҙай

«Ҡолонсағым» тигән һүҙ минән.

Ошо һүҙҙә күпме һөйөү наҙы,

Тормош сәме, моңо, һағышы.

Салынғандай була ҡолағыма

Туп-туп баҫҡан тояҡ тауышы.

Бәрәстәр ҙә матур ҡарамаҡҡа,

Тик ҡолонға етә буламы?

Борондан ат йәнле башҡорт шуға

Ҡолонсаҡ тип һөйә баланы.

Рәнйемәһен миңә ололар

Зыяратҡа барма, гонаһы ҙур,

Тиһәләр ҙә миңә ололар.

Һинең янға тағы килдем, атай,

Иҫкерә бит ундай йолалар.

Дөрөҫ булырмы һуң, беҙ барында,

Ҡәбереңде баҫһа дегәнәк?

Рәшәткәһен аҡҡа ялтыратып

Буяп ҡуйҙыҡ, ана, бергәләп.

Хәҙерге мәл кәртә булыры юҡ

Араларҙа ятҡан саҡрымдың,

Онотмайса килеп тороғоҙ, тип,

Һин үҙең бит беҙҙе саҡырҙың.

Зыяратҡа аяҡ баҫҡан өсөн

Рәнйемәһен миңә ололар:

Илдә аталарҙың ҡәберҙәрен

Ҡәҙер итә торған йола бар!

Донъяны яратам

Сәләмәт рух, ихлас күңел—

Бүләгелер Хоҙайҙың.

Тылсымлы ҡәләм ҡулымда—

Ҡаурыйылыр Һомайҙың.

Бар булмышым—шиғырҙарҙа,

Сер йомғағын тағатам.

Шундай ҡаршылыҡлы донъя,

Барыбер үҙен яратам!

Мөмкин булһа әгәр

Алдаған ул һине сиған ҡатын,

Барыһы ла, тиеп, ҡәһәрләр.

Әүлиәлек итә, имеш, берәү,

Ә һүҙҙәре тулы ут-зәһәр.

Һинең өсөн күпме ут йотолдо,

Ҡәһәрләргә бармай һис телем.

Мөмкин булһа әгәр, шул йылдарҙың

Мин ҡабатлар инем һәр көнөн!..

* * *

Әйтеүҙәре генә анһат:

«Һөйөүемдән ваз кисәмен».

Уның аша был донъяның

Ағыуҙарын аҙ эсмәнем...

Үлгән еремдән терелтте

Мөхәббәттең сихри көсө.

Мин аңланым: боҙ һәм ялҡын

Уртаһында һөйгән кеше.

Уйланыу

Ел бауыры һыуыҡ

Онотола, тиеп,

Ниңә әйтә икән өлкәндәр?

Ярһыу һағыш булып,

Йөрәгемә тулып,

Тынғы бирмәй миңә үткәндәр.

Эй, бәхетле саҡтар!

Ҡайҙа шундай саптар,

Артығыҙҙан ҡыуып етергә?!

Кемдәр булмаҫ ине,

Ниҙәр ҡормаҫ ине,

Һәр бер теләк әгәр үтәлһә.

Булды, уҙҙы, тиеп,

Башты аҫҡа эйеп,

Ауырлыҡтар килер—бөгөлмә!

Шатлығы ла булыр,

Йөҙөң балҡып торор,

Аҡ бәхеттән, күңел, төңөлмә!

Хаталарым өсөн

Аҙ түгелмәй көсөм,

Тик уларһыҙ йәшәп булырмы?

Борма юлдар саңы,

Йылғыр йылдар сыңы

Үткәндәрҙең эҙен юйырмы?!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap