Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БЕЛГЕСТӘРЕ ӘҘЕРЛӘҮСЕ УҠЫУ ЙОРТО
Untitled document

 

Урал аръяғы тѳбәген юғары белемле ауыл хужалығы белгестәре менән тәьмин итеү маҡсатында 2005 йылда Сибайҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы асылды. Был юғары уҡыу йортоноң йылдан-йыл үҫеүенә һәм йәштәр араһында абруйы артыуына ҡарап һоҡланмау мѳмкин түгел. Урал аръяғы филиалы тѳбәгебеҙҙең йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Филиалдың уңышлы эшләүе тәжрибәле, үҙ фәнен яратҡан уҡытыусыларға бәйле. Ике профессор, биш фән докторы, ун ете доцент, ун ике ѳлкән уҡытыусы һәм бихисап ассистенттар буласаҡ ауыл хужалығы белгестәренә тѳплѳ һабаҡ бирә.

БДАУ-ның Урал аръяғы филиалын һайлаған студенттар түбәндәге йүнәлештәр буйынса белем ала: агрономия, зоотехния, ветеринария, агроинженерия, иҡтисад, менеджмент. Шулай уҡ агроинженерия һәм иҡтисад факультеттарында ситтән тороп белем алырға була.

Кѳндѳҙгѳ һәм ситтән тороп уҡыу 2 йыл-ға иҫәпләнгән. 2-се курстан һуң студенттар уҡыуын Ѳфѳлә—Башҡорт дәүләт аграр университетында дауам итә. Бѳгѳнгѳ кѳндә филиалда 719 кеше белем алһа, шуларҙың 345-е—кѳндѳҙгѳ һәм 374-е ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә һѳнәр үҙләштерә. Тѳп специальностарҙан тыш студенттар ѳҫтәлмә эшсе һѳнәрҙәр алыу мѳмкинлегенә лә эйә. Водитель, киң профилле тракторсы-машинист, электрик, автослесарь, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, умартасы, дизайнерға йәштәр бик теләп уҡый.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә филиалдың ныҡлы уҡыу-матди базаһы булдырылған. Иркен уҡыу корпусы, бѳтә уңайлыҡтары булған ятаҡхана, уҡыу-спорт комплексы, китапхана, 100 урынға иҫәпләнгән ашхана, умарталыҡ, автодром—барыһы ла студенттар ѳсѳн. Уҡыу һәм производство практикаларын улар Ѳфѳнѳң тѳрлѳ производство берләшмәләрендә, «Камаз» заводында, «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығында, Урал аръяғы райондары хужалыҡтарында, Сибай ҡалаһы предприятиеларында һәм сит ѳлкәләрҙә үтә. Шулай уҡ студенттарҙы йыл да Германия һәм Баварияның ауыл хужалығы предприятиеларына стажировкаға ебәрәләр. Унда улар фермер ғаиләләрендә йәшәп, тәжрибә туплай, телде ѳйрәнә. Быйылғы йылда тағы ла 10 студент Германияға барып, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының эш алымдары менән танышып ҡайтырға әҙерләнә.

Филиалда үҙешмәкәрлек түңәрәктәре һәм спорт секциялары гѳрләп эшләй. Студенттар бейеү, йыр, фольклор һәм халыҡ инструменттары ансамблдәрендә шѳ-ғѳлләнеп, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрен аса. Урал аръяғы филиалында белем алыусы йәштәр бер нисә йыл рәттән «Студент яҙы» конкурсының лауреаты булды һәм был бик ҡыуаныслы хәл. «Нардуған» бейеү ансамблен уҡыу йортоноң йѳҙѳк ҡашы тип йѳрѳтәләр. Был коллективтың «Еҙ үксә» исемле ҡала конкурсында 2-се урын яулауы үҙе үк күп нәмә хаҡында һѳйләй.

SIFE студент командаһы ла бик әүҙем эшләп килә. Улар күп тапҡыр республика һәм Бѳтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, еңеүсе исеменә лайыҡ булған. Филиал студенттары волейбол, лапта, теннис, еңел атлетика, полиатлон һәм баскетбол буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Тәбиғәтте, романтиканы һѳйѳүсе йәштәр «TERRA-C» туристик клубына бик теләп йѳрѳй. Улар Урал аръяғы тѳбәгендә һәм республикала туризм буйынса ойошторолған асыҡ чемпионаттарҙа призлы урындар яулай. Студенттар даими рәүештә республика һәм Бѳтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең белемен үҫтереп тора.

Күреүегеҙсә, тѳбәгебеҙҙе ауыл хужалығы белгестәре менән тәьмин итеүсе Урал аръяғы филиалында уҡыу-уҡытыу процесы юғары кимәлдә ҡуйылған. Киләсәктә бында белем алыусы егет һәм ҡыҙҙар ҡулдарына диплом алғас, Урал аръяғы райондарына эшкә ҡайтып, ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ә мәктәпте тамамлаусыларға шуны әйтер инек, үҙебеҙҙең тѳбәктә уңышлы эшләп килеүсе Урал аръяғы филиалына уҡырға килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы һеҙҙе кѳтә, йәштәр!

Альбина Таһирова

әҙерләне.

Һүрәттә: институттың

SIFE командаһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap