Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
03.03.2014
ИЛҺӨЙӘРЛЕК—ТОРМОШО МӘҒӘНӘҺЕ
Untitled document

Ватансылыҡ тойғоһо, патриотик тәрбиә һүҙҙәрен ҡалыпҡа һалынған, тапалған һүҙҙәр тип ҡараусылар ҙа бар. Әммә Сибай ҡалаһы мәғариф бүлегенең тормош хәүефһеҙлеге һабаҡтары методик берекмәһенә тупланған уҡытыусыларҙың барыһы ла был һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен тәрән төшөнөүгә, йөрәге аша үткәреүгә һәләтле кешеләр.

—Был төшөнсәләр—беҙҙең өсөн тормош мәғәнәһе, патриот үҫтереүгә шарттар булдырыуға, Тыуған еребеҙҙе һөйгән шәхестәр тәрбиәләүгә йүнәлтелгән көндәлек эшебеҙ,—ти Сибай ҡала гимназияһының тормош хәүефһеҙлеге һабаҡтары уҡытыусыһы Шамил Салауат улы Фәтхетдинов.

Шамил Салауат улы сығышы менән Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлаған. Әрме мәктәбен Германия тарафтарында үткән. Педагогик стажы 26 йылдан ашыу булған уҡытыусы Сибай ҡала гимназияһында 2006 йылдан алып эшләй. Ҡатыны Fәлимә ханым менән 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, ике ҡыҙҙары хәҙерге көндә үҙаллы донъя көтә. Бәләкәстәре атаһы уҡытҡан гимназияла белем ала. Төп эшенән тыш, Шамил Салауат улы һуңғы биш йыл дауамында үҙ предметы буйынса ҡаланың методик берекмәһен етәкләй.

Уҡытыусылар өсөн февраль—патриотик тәрбиә айы. Йылдың иң ҡыҫҡа айы үҙ эсенә шул тиклем мөһим даталарҙы һыйҙырған. 2014 йыл айырыуса иҫтәлекле ваҡиғаларға бай: Ленинград блокадаһы өҙөлөүгә 70 йыл, Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыуға 25 йыл. Ошо уңайҙан белем усаҡтарында төрлө саралар, кисәләр, ярыштар ойошторола.

Гимназия уҡытыусыһы Ш.С.Фәтхетдинов Афған яуын үтеүсе Петр Армизонов, Айрат Әминев менән осрашыуҙар уҙғарған. Хәрби бурысын Төньяҡ Кавказда үтәгән, ҡасандыр ошо белем усағын тамамлаған Руслан Сәфиуллин 4-5-се кластар араһында уҙғарылған строй йыры смотрына ҡунаҡ итеп саҡырылған. «Тик бына беҙҙең дәрескә аҙнаһына 1 сәғәт кенә ваҡыт бирелеүе бик аҙ. Был ваҡыт хатта уҡыу программаһын тулыһынса атҡарып сығыуға ла етмәй»,—ти Шамил Салауат улы.

Шуға ҡарамаҫтан, Ш.С.Фәтхетдинов уҡыусылары менән өҫтәмә шөғөлләнергә, башланғыс хәрби әҙерлек һабаҡтары бирергә ваҡытын да, әмәлен дә табырға тырыша. Уның ҡулы аҫтында тормош хәүефһеҙлеге, хәрби хеҙмәт серҙәренә төшөнгән егеттәр әрме сафынан ҡайтҡас, уҡытыусыларына килеп рәхмәттәр әйтеп китә. Ошондай тулҡынландырғыс мәлдәрҙе хеҙмәтенә оло баһа тип ҡабул итә Шамил Салауат улы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap