Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
03.03.2014
ШУНДАЙ ҺӨНӘР БАР: ТЫУҒАН ИЛГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ!
Untitled document

Ошондай исем аҫтында үткән осрашыуға Билал ауылынан ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡан егеттәр Айгиз Юлмөхәмәтов менән Илдус Сирусин саҡырылды. Уларҙың икеһе лә мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, юғары белем дә алған.

Айгиз Калининград өлкәһенең Балтийск ҡалаһында хеҙмәт итә, хеҙмәте осоронда ике океан, ете диңгеҙ кисергә тура килә уға. Ауыл ерендә сынығыу алып үҫкән егет әрмелә лә һынатмай. Уларҙы Сомали Республикаһына (Африкаға) ете айлыҡ хәрби походҡа ебәрәләр. Улар төрлө хәрби заданиелар үтәй, Урта ер диңгеҙендә Сүриәнең яр буйында дежурлыҡ итә. Айгиздең түшен биҙәгән «Пиратлыҡҡа ҡаршы көрәш өсөн» миҙалы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

Икенсе һалдатыбыҙ Илдус Сирусин Киров өлкәһендә хәрби хеҙмәттә була. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ спортты үҙ иткән егет Үҙәк хәрби округы буйынса гер күтәреү ярышында чемпион исемен яулай.

Юғары класс уҡыусыларына әйтер һүҙҙәре, теләктәре күп ине әрменән ҡайтҡан егеттәрҙең. Үҫмерҙәр ҙә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырҙарын һөйләү буйынса район конкурсында 1-се урын яулаусы 10-сы класс уҡыусыһы Заһит Fүмәров «Башҡортостан» шиғырын шул тиклем илһамланып башҡарҙы, әйтерһең дә, ер-һыу күреп ҡайтҡан ағайҙарына дан йырланы. Яуап һүҙе итеп Айгиз Юлмөхәмәтов ауылдаштарына музыкаль сәләм тапшырҙы.

Осрашыуҙа бик етди һорауҙар күтәрелде, мәҫәлән, егеттәр «Әрмелә хеҙмәт итеү кәрәкме, юҡмы?» тигән темаға әңгәмә ҡорҙо. «Ир-егеттәр Тыуған илен һаҡларға бурыслы, хәрби хеҙмәт бик яҡшы тәрбиә бирә»,—тине кисәге һалдаттар бер тауыштан. «Башҡорт егеттәре бер ҡасан да, бер ерҙә лә бирешмәгән, шулай булғас, ил-ер күреп йөрөп ҡайтығыҙ. Әрме тормошоноң һынауҙары алдында бирешмәйем тиһәгеҙ, яҡшы уҡығыҙ, спорт менән дуҫ булығыҙ»,—тип изге теләктәр теләп хушлашты егеттәр. Уҡытыусыларының: «Ауылда ҡаласаҡһығыҙмы әллә ҡала тартамы?»—тигән һорауына икеһе лә: «Беҙ бит кинйәкәү малайҙар, ҡасан да булһа ошо ауылда йәшәргә ҡайтасаҡбыҙ, үҙ һөнәрҙәребеҙ буйынса эш башлаясаҡбыҙ»,—тип етди итеп яуап бирҙе.

Унынсыларҙың класс етәксеһе Сәғүрә Зөлфәр ҡыҙы был сараны егеттәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотоп ойошторғайны, ул маҡсатына иреште.

Осрашыу үтте, ә күңелдә хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ауылдаштарым өсөн ғорурланыу тойғоһо ла, яҙ етеү менән хеҙмәткә китә башлаясаҡ егеттәр өсөн борсолоу хисе лә ҡабынды. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, ата-әсәләренең, уҡытыусыларының тәрбиәһенә, яҡты исемдәренә тап төшөрмәһендәр, тип теләргә генә ҡала.

Райхана Булатова.

Баймаҡ районы.

Һүрәттә: Илдус Сирусин менән Айгиз Юлмөхәмәтов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap