Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ЯЛ ҺӘМ ДАУАЛАУ ҮҘӘГЕ
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

«Атайсал» гәзитенә яҙылыусылар араһында лото-уйын уйнатылыуы һәм уның еңеүселәре тураһында беҙ гәзитебеҙ биттәрендә яҙып үткәйнек инде. Хәтерләһәгеҙ, унда «Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Сибай» шифахана-профилакторийына тәғәйенләнгән йүнәлтмәне Лена Шәрифулла ҡыҙы Фәйзуллина отҡайны. Профилакторий үткән йылдың һуңғы айҙарында үҙ хеҙмәтен туҡтатып торғас, күптәр уның яңынан эшләп китеүенә икеләнеү ҙә белдергәйне. Шул иҫәптән йүнәлтмә отоусы ла борсолдо. Һәм бына, бер ай самаһы ваҡыт үткәс, ял йортоноң дауаланыусыларҙы ҡабул итеүен ишеткәс, беҙ Лена Шәрифулла ҡыҙының хәлен белергә юлландыҡ.

Ысынлап та, шифахана-профилакторий гөрләп эшләп тора, унда тулы ҡанлы тормош бара. Ишек төбөнән ихлас ҡаршы алып, инәйҙең бүлмәһен өйрәтеп ебәргәйнеләр ҙә, 82 йәшлек ял итеүсене тотоп алыу бик үк еңелдән булмай сыҡты. Лена инәй (һүрәттә) иртәнсәктән дауаланыуҙарҙа йөрөй. Үҙе был хаҡта былай тип һөйләй: «Әле массажға барам, әле арҡамды йылыталар, йә ҡойоға һалып ҡуялар, унан дәвлинйәмде үлсәйҙәр ҙә нормала булһа, тағы йөҙ төрлө дауа бирәләр». Инәйгә бигерәк тә «еҫле һауа» һулау оҡшай икән, ашауҙың да үҙеңә килешкәнен һайлап алыу мөмкинлеге булыуы уңайлы, ти. Был йәһәттән диетолог һәр ял итеүсенең һаулыҡ торошон, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, шәхсән диета билдәләй.

«Бүлмәләр яҡты, йылы, таҙа, ҡарау һәйбәт, шәфҡәт туташтары бик итәғәтлеләр, дауалары шифалы—рәхмәттән башҡа әйтерем юҡ,—тип һүҙен дауам итә инәй ҡыуанып. Унан тантаналы итеп серен дә сисеп ҡуя:—Мәсеткә йөрөүсе әбейҙәрҙең барыһына ла «Атайсал»дан бүләк эләкте, бер әхирәтемә ризыҡты йылыта торған мейес тейгән, берәүһенә сәйнүк, башҡаларына тағы ла нимәлер, береһе лә буш ҡалмаған, әйтәгүр. Бына—Аллаһының ҡөҙрәте».

Инәйемдең оҙаҡ гәп һатырға ваҡыты ла юҡ, дебетенә төрөндө лә, таҫтамалын тотоп «ҡойоға ятырға» китте. Ә мин тап бөгөн килеп төшкән Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре компанияһында шифахана-профилакторий менән яҡындан танышыу өсөн бина буйлап киттем. Беҙҙе «Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» йәмғиәтенең күптән түгел генә тәғәйенләнгән генераль директоры Замир Рәфҡәт улы Күсәбаев оҙата йөрөп, хеҙмәтләндереү төрҙәре менән таныштыра барҙы.

Шифахана-профилакторийҙа бөгөнгө көндә 41 кеше ял итә. Бында йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһын, хәрәкәт итеү ағзаларын, эсәк һәм аҙыҡ эшкәртеү юлдарын, нервы системаһын, үпкә һәм тын алыу юлдарын дауалайҙар. Физиотерапия бүлеге, стоматология, массаж һәм лазер терапияһы кабинеттары, тренажер залдары эшләп тора. Массаж, төрлө ванналар, батҡаҡ менән дауалау кабинеттары алдында сират теҙелгән. Массаж яһаусы Елена Юрьевна Жданованың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Бер дауаланыусыны һылап бөтә лә, икенсе берәүҙе кедр ағасынан яһалған шифалы мискәгә ултыртып ҡуя. «Был дауалау төрҙәрен ял итеүселәрҙең барыһы ла хуш күрә, тәнде яҙыу, ҡан тамырҙарын эшләтеп ебәреү, быуындарҙы ыуыу кешегә яңынан тыуғандай тәьҫир яһай»,—тигән аңлатмалар бирә ул беҙгә эш араһында.

Сәйҙә Әбдүлғәлим ҡыҙы Йыһангированың да дауаланыусылары етерлек. Ул ҡоро углекислы газ аппаратына һәм «Нуга-бест» карауатына килеүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Профилакторийҙағы йәшәү, ял итеү, туҡланыу шарттарын да һис икеләнмәйенсә юғары кимәлдә тип әйтеп була, әммә заман шарттарында тереклек итеү өсөн былар ғына етмәй. Ошо хаҡиҡәтте яңы етәксе лә яҡшы аңлай һәм партнерҙар табыу, белгестәр йәлеп итеү, ял итеүселәр һанын арттырыу өсөн бар юлдарҙы ла һынап ҡарамаҡсы. «Әле Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы мәғариф бүлектәре менән балаларҙың йәйге ялын ойоштороу хаҡында килешеүҙәр төҙөлдө, ошо уҡ тәҡдим менән Урал аръяғы райондарының барыһына ла сығырға ине иҫәп. Тап бына ошондай уҡ мәсьәлә менән Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры урынбаҫары Сергей Дмитриевич Попов һәм юридик бүлек начальнигы Алена Николаевна Фомина килде. Әгәр ҙә уларҙы ял йорто тәҡдим иткән хеҙмәттәр менән ҡыҙыҡһындыра алһаҡ, Бүребай комбинаты эшселәренең дә беҙҙә ял итеү мөмкинселеге буласаҡ. Ял итергә килеүселәрҙе көтөп ятыу ғына аҙ, уларҙы эҙләп табыу, йәлеп итеү ҙә ҙур бурыс»,—тип һөйләй Замир Рәфҡәт улы.

Хәйбулла ҡунаҡтары эш сәфәрҙәрен дауам итеп ҡалды, ә мин бында килеүемдең сәбәпсеһе менән хушлашып сыҡтым. Инәй хәйер-фатихаларын биреп, ҡалалаштарыбыҙҙы ял итергә һәм дауаланырға килергә саҡырып ҡалды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap