Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
МАҠСАТТАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ… ШӘХЕС ӘҘЕРЛӘҮ
Untitled document

 

Бѳгѳн сығарылыш уҡыусыларының башында тик бер уй: «Ҡайҙа уҡырға барырға?» Сѳнки сифатлы юғары белемгә эйә булыу—заман талабы. Республиканың Урал аръяғы тѳбәгендә уҡыу үҙәгенә әүерелгән БДУ-ның Сибай институты ла ике тиҫтә йыл эсендә тѳбәгебеҙ ѳсѳн әллә күпме кадрҙар әҙерләп сығарҙы. Уҡыу йорто директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Йәрмѳхәмәтов менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.

—Зиннур Ғѳбәйҙулла улы, башҡа уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, Сибай институтында белем алыуҙың ѳҫтѳнлѳгѳ нимәлә?

—Егерме йыл эсендә Сибай институты бай матди-техник базаға, юғары кимәлдәге кадрҙар потенциалына эйә булған ҙур уҡыу һәм фән үҙәгенә әйләнде. Бѳгѳнгѳ кѳндә беҙ студенттарҙы 6 йүнәлештә—тәбиғи-математик, педагогика, филология, технология, иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеттарында уҡытабыҙ.

Уҡыуҙа һәм спортта алдынғылыҡты бирмәгән, фән һәм ижад менән шѳғѳлләнгән студенттарҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Ни тиһәң дә, етди иғтибар уларға тѳрлѳ яҡлап үҫешергә ярҙам итә. Мәҫәлән, студенттарыбыҙ, шул иҫәптән түләүле тѳркѳмдә белем алыусылар араһында Башҡортостан Республикаһы Президенты, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм билдәле шәхестәр исемендәге стипендияларға лайыҡ булыусылар бар. Шулай уҡ ҡышҡы сессия һѳҙѳмтәләре буйынса иң яҡшыларға ѳҫтәмә стипендия биреү ҙә ҡаралған. Тағы ла шуныһы, башҡа уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, беҙҙә түләүле бүлектә белем алыусы студенттарға иғтибар ҙур. Уҡыу ѳсѳн сумманы бер нисә ѳлѳшкә бүлеп түләү, сессия һѳҙѳмтәләре буйынса бюджет бүлегенә күсереү булһынмы—барыһы ла студент мәнфәғәтенә йүнәлтелә. Әйткәндәй, бѳгѳнгѳ кѳндә ошо уҡ тѳркѳмдѳң кѳндѳҙгѳ бүлегендә белем алыусыларға стипендия түләү мәсьәләһен хәстәрләйбеҙ.

—Сер түгел, ВУЗ һайлағанда, абитуриенттың ата-әсәһе уҡыу сифатын ғына түгел, ә студентҡа ҡарата социаль ярҙамды ла күҙ уңында тотоусан. Был йәһәттән Сибай институтында эштәр нисек ҡуйылған?

—Был ѳлкә лә иғтибар үҙәгендә. Ятаҡтарыбыҙҙың барыһында ла уңайлыҡтар тыуҙырылған. Уҡыу йортонда студенттар үҙидаралыҡтары һәм художество үҙешмәкәрлектең үҫешкән булыуын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алыу кәрәк. Осһоҙ хаҡҡа сифатлы туҡланыу ҙа ойошторолған. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында үҙебеҙҙең шәхси һаҡ хеҙмәте бар.

—Бѳгѳнгѳ хеҙмәт баҙары йәш белгестәргә ярайһы уҡ ауыр ғына шарттар ҡуя…

—Был йүнәлештә лә маҡсатлы эштәр алып барыла. Беренсенән, студенттарҙы производство практикаһына үҙҙәре эшкә урынлашыуҙы күҙ уңында тотҡан урындарға ебәрәбеҙ. Бынан тыш, улар курс һәм диплом эштәрендә лә предприятие, ойошмаларҙың актуаль проблемаларын ѳйрәнә. Әйтергә кәрәк, был практик процесс ике яҡ ѳсѳн дә уңайлы булып тора. Икенсенән, беҙҙең барлыҡ студенттар ҙа ѳҫтәмә һѳнәрҙәр алыу мѳмкинлегенә эйә. Ошо маҡсат менән 2001 йылда ѳҫтәмә белем биреү үҙәге асылһа, 2008 йылдан ул тотош факультет булып камиллашты. Ѳсѳнсѳнән, Сибай институтында маҡсатлы рәүештә ҡулланыусылар менән берлектә кадрҙар әҙерләү сифаты хаҡында һығымта һәм анализ яһауҙы тормошҡа ашырабыҙ. Ҡулланыусылар баһалауынса уҡыу йортонда белгестәр әҙерләү юғары кимәлгә ҡуйылған. Тағы ла шуныһы: кадрҙар әҙерләү, шулай уҡ профессиональ белем биреү ѳлкәһендә социаль партнерлыҡты үҫтереү маҡсатында эш биреүселәр ҡатнашлығында тѳрлѳ семинар, кәңәшмәләр уҙғарылып килә.

—Әйткәндәй, уҙған йыл институт яңы йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләй башланы...

—Эйе, 2011 йылда «География», «Психология», «Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу» кеүек һѳнәрҙәргә лицензия алыуға ѳлгәштек. Шулай уҡ инженерлыҡ йүнәлешендә—«Транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау» һәм «Технология материалдарын художестволы эшкәртеү» бүлектәре асылды. Быйылғы уҡыу йылынан яңы профиль—«Тормош хәүефһеҙлеге»н асыуҙы күҙ уңында тотабыҙ.

—Һуңғы йылдарҙа юғары белем алыуға ихтыяж артты, хәҙер күптәр түләп уҡырға ла риза…

—Быйылғы уҡыу йылынан Рәсәйҙең барлыҡ юғары уҡыу йорттарында минималь түләү хаҡы билдәләнде. Йәғни, түләүле бүлектә белем алыу йылына кәмендә 60 мең 200 һум тәшкил итәсәк. Айырым йүнәлештәр буйынса (бакалаврҙар әҙерләү) был сумманың юғары булыуы ла мѳмкин. Әйтергә кәрәк, яңылыҡ барлыҡ ҡабул ителәсәк кѳндѳҙгѳ һәм ситтән тороп уҡыу бүлегенең беренсе курстарына, шулай уҡ кѳндѳҙгѳ бүлектә белем алыусы 2-5-се курс студенттарына ҡағыла. Әлбиттә, белем алыуға хаҡтың ҡапыл күтәрелеүе абитуриенттар, шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙе уҡыу йортон һайлауға мәжбүр итәсәк. Тағы ла шуныһы, баш ҡала ВУЗ-дарында уҡытыу барыһының хәленән килмәҫкә лә мѳмкин.

—Абитуриенттар ҡабул итә башлауға ла күп ҡалманы...

—Ғаризаларҙы 20 июндән ҡабул итә башлайбыҙ. БДИ һѳҙѳмтәләре буйынса уҡырға инергә теләүселәрҙән документтар 25 июнгә тиклем ҡабул ителһә, ѳҫтәмә БДИ тапшырыусылар ѳсѳн 5 июлгә тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ ижади йәки профессиональ йүнәлештә (физик тәрбиә, музыка) һынауҙар тапшырыусылар ҙа документтарын 5 июлгә тиклем тапшыра ала.

Ҡабул итеү буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте уҡыу йортоноң рәсми сайтынан www.sibsu.ru адресы буйынса таба алаһығыҙ. Шулай уҡ һорауҙарығыҙ булһа, (34775) 5-15-37 телефоны аша мәғлүмәт алырға мѳмкин.

—Зиннур Ғѳбәйҙулла улы, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт!

Данил Әбделғазин

әңгәмәләште.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap