Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
03.03.2014
«ТОРМОШ МӘКТӘБЕН ҺӘР ИР-ЕГЕТ ЛАЙЫҠЛЫ ҮТЕРГӘ ТЕЙЕШ...»
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһы егете Әннүр Юлғотлин былтырғы йылдың декабрь аҙағында ғына әрме сафынан ҡайтҡан. Тыуған йортонан, ҡәҙерле кешеләренән айырылып тороуына бер йыл ғына ваҡыт үтһә лә, был арауыҡ һалдатты күп нәмәгә өйрәткән, тормош һабағы биргән, донъяға ҡарашын үҙгәрткән.

Әннүр 1993 йылдың ғинуарында Баймаҡ районының Ярат ауылында тыуған. Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, таусы булырға теләп, политехник колледжға уҡырға инә. Әсәһе Хәҙисә Миҙхәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар Сибай байыҡтырыусылар фабрикаһында эшләгәнлектән, Әннүр ҙә мәғдән байытыусы һөнәрен үҙ итә. Дипломлы белгескә фабрикала шунда уҡ эш тә табыла.

—Яңы йыл алдынан ғәҙәттәгесә эшкә барһам, хәрби комиссариатҡа саҡырттылар. Нимәһе ҡыҙыҡ, мине шул көндө үк әрмегә алып киттеләр,—ти егет көлөп.—Шулай күҙ асып йомғансы тигәндәй, тыуған ил алдындағы бурысты үтәргә йәлеп ителдем. Әммә бер ҙә үкенмәйем, тормош мәктәбен һәр ир-егет үтергә тейеш. Сит тарафтарҙа йөрөгәндә тыуған яғымдың, ата-әсәйемдең, яҡындарымдың ҡәҙерен белергә өйрәндем, тормошҡа ҡарашым ныҡ үҙгәрҙе. Атай тигәндән, минең үҙ атайым кескенә сағымда вафат булған. Мине үҫтергән, тәрбиәләгән, кәрәк саҡта таяныс булған, атайымды алыштырған ғәзиз кешем Рәмил Ялалетдиновҡа ҙур рәхмәтлемен.

Өфө саҡырылыш пунктынан һалдаттарҙы Санкт-Петербург ҡалаһына ебәрәләр. Унда йәш хәрбиҙәр мәктәбе үткәндән һуң, улар Коми Республикаһының Сыктывкар ҡалаһына инженер-сапер полкына хеҙмәткә оҙатылалар. Шунда Әннүр кесе сержант званиеһын ала, сапер һөнәрен үҙләштерә. Аҙаҡ хеҙмәтен демобилизацияланғансы Мәскәү янындағы Люберцы ҡалаһында сапер булып дауам итә.

Йылҡы йылын Әннүр ҡәҙерле кешеләре янында ҡаршылауына шат. Башта бер килке әрме тәртиптәрен онота, ирекле тормошҡа күнегә, татлы ризыҡҡа туйына алмай аҙаплана. Әле лә хәрби дуҫтарын һағына. Әрме дуҫлығы мәңгелеккә тиҙәр, илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралған хеҙмәттәштәре менән көн дә тиерлек шылтыратышып, социаль селтәр аша аралашып тора.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Әннүр Юлғотлинды әрмегә тиклем эшләп киткән байыҡтырыусылар фабрикаһына эшкә саҡырғандар. Хәҙер инде иңендә тормош тәжрибәһе булған егет хеҙмәттә лә үҙен һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap