Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
07.03.2014
ХӘЙБУЛЛА ҺЫЛЫУҘАРЫ
Untitled document

 

Ҡыҙҙар араһында ысын дуҫлыҡ булмай, тигән фекер йәшәп килә. Әммә мин бының менән һис тә килешмәйем. Яҡын әхирәтең һиңә серҙәш кенә түгел, ул һинең шәхси психологың да, кәңәшсең дә, ныҡлы таянысың да. Ундай бәхет күптәргә тәтемәй. Институт тормошондағы барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, төрлө конкурс еңеүселәре, уҡыу алдынғылары булған Гөлназ Иҫәнгилдина менән Нурия Сафина тап шундай әхирәттәр тиһәм, яңылышмаҫмын. Икеһе лә Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы һылыуы. Хәҙерге көндә Сибай институтының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» бүлегендә 5-се курста уҡып йөрөйҙәр.

Дуҫтарса мөнәсәбәт ҡасан башланған, ҡыҙҙар араһындағы дуҫлыҡ төшөнсәһен нисек аңлай, киләсәккә ниндәй хыялдар менән йәшәй икән ҡыҙҙар? Мин уларға ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем.

Нурия:

—Беҙ Гөлназ менән башланғыс кластан алып бергә. Тыуған ауылыбыҙҙа 9-сы класты тамамлағандан һуң, Сибай гимназия-интернатында бергә уҡыныҡ һәм, ҡулыбыҙға аттестат алғас та, бер-беребеҙҙән айырылманыҡ. Әлеге ваҡытта институтты тамамларға торабыҙ. Ошо бергә уҡыу йылдарында беҙ уның менән ысын әхирәттәргә әйләндек. Ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итешеп, серҙәребеҙҙе уртаҡлашып, уңыш-шатлыҡтарыбыҙға бергә ҡыуанып йәшәүгә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Байрамдарҙа, каникул осоронда мин әхирәтемде һағынып өлгөрәм. Ошоларҙан сығып, мин, әлбиттә, ҡыҙҙар араһында ысын дуҫлыҡ булмай, тигән фекер менән риза түгелмен. Ундай дуҫлыҡ беҙҙең арала бар! Киләсәктә, Алла бирһә, уҡыуымды уңышлы ғына тамамлап, үҙ юлымды табырға теләйем. Әхирәтем Гөлназға ла матур киләсәк, тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләп ҡалам.

Гөлназ:

—Нурия менән мәктәптә үк бер парта артында ултырҙыҡ, бергә дәрес әҙерләп, буш ваҡыттарыбыҙҙы ла китап уҡып, бәйләп, уйнап бергә үткәрә торғайныҡ. Мин дә ҡыҙҙар араһында ысын дуҫлыҡ булмай тигәндәре менән риза түгелмен. Әлбиттә, башҡа дуҫтарым да бар, әммә яҡын әхирәтемә берәү ҙә етмәй! Бер-береңә ауыр саҡта кәңәш биреп, ярҙам итерлек кешең булһа—был донъяла тағы нимә кәрәк? Хыялдар бик күп, әлегә улар сер булып ҡалһын. Берәүһен генә асам: икенсе йыл Сибай институтында асыласаҡ рус теле бүлегендә Нурия менән ситтән тороп уҡымаҡсыбыҙ. Алла бирһә, ҡулыма диплом алып, уҡыған һөнәрем буйынса эшләргә уйлайым.

Бына шундай шәп ҡыҙҙар уҡый Сибай институтында. Ҡышҡы каникул ваҡытында ҡыҙҙарға Өфө профилакторийында ял итеү бәхете тейгән. Ваҡыттарын бушҡа уҙғармаған улар, төрлө театр, музейҙарға йөрөүҙән тыш, китапханаларҙа материал туплап, диплом эштәрен байытыу өҫтөндә эшләгәндәр. Студенттарға Өфөлә ял итергә мөмкинселек биргәндәре өсөн институт директоры З.F.Йәрмөхәмәтовҡа, профком рәйесе И.А.Зариповҡа, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» бүлеге мөдире F.М.Бүләковаға ҡыҙҙар ҙур рәхмәтен белдерә.

Өлгөр ҡыҙҙар—институтта эшләп килгән «Даръя», «Инеш» түңәрәктәренең әүҙем ағзалары, ғилми мәҡәләләр авторҙары.

Нурия менән Гөлназға артабан да шулай дуҫлыҡ ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә ныҡлы терәк булып ҡалығыҙ, тигән изге теләктәремде еткерәм.

Гөлфирә Исхакова,

БДУ-ның Сибай институты студенты.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap