Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
«ЙЫРҒАНАҠТАР ЙЫРЫН ТЫҢЛА, ЙЫРҺЫҘ-МОҢҺОҘ ҠАЛҺАҢ ҠЫЙЫН...»
Untitled document

Төбәгебеҙҙә шиғырҙар ижад итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ байтаҡ. Был уларҙың нескә күңеле, илһамлы, саф йөрәге, күҙәтеүсән, иғтибарлы холҡо, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, фекере булыуы хаҡында һөйләй. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла юғары кимәлдәге әҫәрҙәр ижад итә лә алмайҙыр, әммә һәр шиғыр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ниндәйҙер йәшәйеш этабын, бер мәлен, осорон һөйләй, уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысының, зар-һағышының бер сағылышы булып тора. Шуның менән яҡын һәм ҡыҙыҡлы уҡыусыларыбыҙ ижады.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан ижад итеүсе бар гүзәл заттарға ла ижади ҡомар һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.

Әсә наҙы

Үҙем әсәй, өләсәй ҙә булдым,

Ваҡыт тигән нәмә тиҙ үтә…

Тик һаман да бала булып ҡалам,

Әсә наҙҙарына ни етә!

Тыуған йортҡа мин ашҡынып ҡайтам,

Яҡшы уйҙар ғына юрайым.

Нигеҙ ҡотон әл дә һаҡлаусым бар,

Хоҙайымдан ғүмер һорайым.

Оҙаҡ йәшә, әсәй, киләсәгең

Шатлыҡ-ҡыуаныстан үрелһен,

Был донъяның әсе хәсрәттәре

Ҡабынмайса кире һүрелһен.

Иңдәреңә төшкән һынауҙарҙы

Тәсбих телдәрендә һанайһың.

Биш баланы яңғыҙ үҫтереүе

Еңел түгел, әсәй, аңлайым.

Кәрәк саҡта атай була белдең,

Онотманың әсә наҙын да.

Биш ҡошсоғоң—биш шатлығың ине,

Туҙҙырманың, улар яныңда.

Сәстәреңә көмөш ҡарҙар яуған,

Йомшаҡ һырҙар биҙәй йөҙөңдө,

Аҡ бәхеттәр генә юлдаш булһын

Кисергәндә ғүмер көҙөңдө!

Аҡман-тоҡман

Аҡ бурандар сыҡты, ауыҙлыҡһыҙ

Толпар аттай ҡырҙа уйнарға.

Яҙһылыуҙы яусыларға ваҡыт,

Аҡман-тоҡман етһә, туйларға.

Ажғырынып, ерҙе-күкте айҡап,

Эҙләп табыр өсөн һөйгәнен,

Ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе ҡаға,

Елберләтеп ҡарлы еләнен.

Йәш киленкәй кеүек Яҙһылыуы

Һағынып көттө уның килгәнен,

Ата-әсәһенә һиҙҙермәйсә,

Тегеп бөттө аҡ туй күлдәген.

Алты көнөн, алты төнөн геүләп,

Уйнап торҙо ерҙә буран туй.

Байрам итә бөтә йән эйәһе,

Тәбиғәттең бүләге—был һый.

Уян, ерем

Ап-аҡ биләүҙән әрселгән

Ҡара ерҙе томан сорнай.

Әйтерһең дә, ул йәш бала,

Бер ни һиҙмәй иҙрәп йоҡлай.

Уян, ерем, Яҙһылыуҙың

Тәүге нурҙарына ҡойон,

Йырғанаҡтар йырын тыңла,

Йырһыҙ, моңһоҙ ҡалһаң ҡыйын.

Бына-бына күкрәгеңдән

Умырзая керпек ҡағыр,

Йән эйәһе хозурлыҡтан

Ҡырҡ көнгәсә уға бағыр.

Ыуыҙ үләнең моронлап

Ҡайнар ҡояшҡа үрелер,

Күҙ асып йомған арала

Йәшел хәтфәгә төрөнөр.

Кейек ҡаҙҙар теҙелешеп

Тыуған төйәгенә ҡайтыр,

Бәпкәләре тәпәй баҫһа,

Күлдәреңдең ҡото артыр.

Тамаҡтарың сатнап кипһә,

Һыуһыныңа ләйсән яуыр,

Аллы-гөллө таҫма булып,

Йәйғор ҡосағына алыр.

Дөбөр-дөбөр ат ҡамсылап,

Күк күкрәтеп йәшен йәшнәр,

Болоттарҙы ҡыйған һайын

Тояғынан уттар сәсрәр.

Уян, ерем, Яҙһылыуҙың

Тәүге нурҙарына ҡойон,

Йырғанаҡтар йырын тыңла,

Йырһыҙ-моңһоҙ ҡалһаң ҡыйын…

Таңсулпан Әхмәтова.

Сибай ҡалаһы.

Яратам һине, тормош

Яратам мин һине, тормош,

Был донъяға тыуғанға.

Баймаҡҡа ла, үҙемә лә

Етмеш биш йәш тулғанға.

Fүмер заяға үтмәне,

Гөрләп эшләп үткәрҙек.

Эш ауыр тип зарланманыҡ,

Баймаҡ данын күтәрҙек.

Яратам мин һине, тормош,

Fүмерем эшләп уҙғанға.

Бәхетлемен Тыуған илгә

Үҙ өлөшөм ингәнгә.

Яратам мин һине, тормош,

Саф мөхәббәт биргәнгә.

Мөхәббәт емештәре

Балаларым тыуғанға.

Яратам мин һине, тормош,

Йәшәү еңеләйгәнгә.

Ошо йәшәү үҙе ожмах,

Ҡәҙерҙәрен белгәнгә.

Яратам мин һине, тормош,

Һынауҙар күп өйгәнгә.

Ауыр саҡта сабырлыҡтар,

Йәшәүгә көс биргәнгә.

Яратам мин һине, тормош,

Оҙон ғүмер биргәнгә.

Йәшәүемә рух ныҡлығы,

Иман нуры биргәнгә.

Яратам мин һине, тормош,

Йорт-илдәр тыныс торһон.

Донъяға килгән сабыйҙар

Иманлы булып тыуһын.

Флүрә Иҫәнова.

Баймаҡ районы,

Байыш ауылы.

Тәүге мөхәббәт

Тәүге мөхәббәтем ҡалды

Аҡ томандар артында.

Юлдарыбыҙ айырылды

Ике юлдың сатында.

Йәшлек йылдарыбыҙ уҙған

Һиҙҙермәй, һиҙелмәй ҙә.

Һиңә булған мөхәббәтем

Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә.

Бейек тауға күтәрелһәң,

Таштан-ташҡа атлама.

Үтә сибәргә ҡыҙығып,

Тәүге йәрең ташлама.

Йәшәү йәмен беләйек

Донъя матур, тормош гөрләй,

Йәшәйек ҡәҙ(е)рен белеп.

Һуңлап ҡалмайыҡ, дуҫтарым,

Уҙа бит ғүмер елеп.

Яратам мин һине, тормош,

Ишетһен бөтә ғаләм.

Донъя гүзәл, күңелдәр көр,

Тик һин булғанда, беләм.

Тормош ауыр, тиеп, һис тә

Зарланып уфтанмайыҡ.

Йәмдәр табып, шөкөр итеп,

Йәшнәп йәшәп ҡалайыҡ.

Күҙ асып йомған ара бит,

Бик ҡыҫҡа ғүмер юлы.

Йәшәлгән ғүмерҙәребеҙ

Балҡыһын, булһын нурлы.

Факиһа Таштимерова.

Баймаҡ районы, Байыш ауылы.

Ауылыма ҡайттым

Һағынып ҡайттым тыуған ауылымды,

Бала сағым—Ҡыҙыл буйҙарын.

Сылтырап ҡына аҡҡан Ырғайҙыны,

Сана шыуған Бабаш тауҙарын.

Яҡын миңә Ҡыҙыл буйҙарында

Бәпкә көткән хәтфә туғайым.

Мин шуларҙы иҫләп бала саҡҡа,

Тыуған яҡҡа ҡайтып урайым.

Ҡыҙыл буйҙарына төшһәм инде

Һыуға килә ят-ят килендәр.

Мин был ерҙе һағынып ҡайтҡанымды

Ҡайҙан ғына улар белһендәр!

Күҙ һаламын тағы ауылыма:

Бөтә нәмә унда яңырған.

Элек иген үҫкән баҫыуҙарҙа

Яңы йорттар утын яндырған.

Атай йорто ғына үҙгәрмәгән,

Үҙенә тарта йылдар үтһә лә,

Хәҙер инде үҙем донъя ҡороп,

Балаларым үҫеп етһә лә.

Шул йортомдоң ҡото, йәме булып

Көн итәләр атай-әсәйем.

Һау булғанда улар—мин бәхетле,

Иҫәнлектәр теләп йәшәйем.

Вәлимә Зәйнуллина.

Баймаҡ районы,

Өмөтбай ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap