Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.03.2014
ҺОҠЛАНҒЫС КОЛЛЕГАЛАРЫБЫҘ
Untitled document

 

Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусылар эшләй. Улар араһында тәжрибәле педагог булыуҙан тыш, һоҡланғыс әсә, күркәм холоҡло ҡатын-ҡыҙ, уңған хужабикә булғандары ла бихисап. Бөгөнгө һүҙебеҙ—ана шундай сифаттарға эйә ике гүзәл зат тураһында.

1959 йылдың аҡ ҡарлы ҡышында Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Лоҡмановтар ғаиләһендә бер ҡыҙ бала доньяға килә. Уға Әлмира тип исем ҡушалар. Ете балалы татыу ғаиләлә үтә уның бала сағы.

Әлмира Әмир ҡыҙы 8-се класты тамамлағас, уҡытыусы һөнәрен үҙ итеп, Сибай педагогия училищеһына юл ала. Студент йылдарын күңелендә матур, онотолмаҫ иҫтәлек итеп һаҡлай ул бөгөн дә. Хеҙмәт һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп юғары белем ала, тормошҡа сығып, береһенән-береһе матур өс ҡыҙ табырға ла өлгөрә. Бөгөн инде өлкән ҡыҙы Наҙгөл һәм уртансыһы Гөлсимә ғаиләле булып үҙаллы донъя көтә. Ейәндәре Батыр, Азамат һәм Данияр—өләсәһенең шатлыҡ-ҡыуанысы. Бәләкәй ҡыҙы Гөлфирә БДУСИ-ның иҡтисад бүлегенең 2-се курсында белем ала.

Әлмира Әмир ҡыҙына 1996 йылда йәшлек йылдары үткән Сибай ҡалаһына күсеп килергә тура килә. Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, бына 35 йыл инде уҡыусыларға белем бирә, бәйләргә, сигергә, тегергә өйрәтә, тәбиғәт материалдарын ҡулланып төрлө сувенирҙар яһау оҫталығына төшөндөрә, башҡорт халыҡ аштарын әҙерләү серҙәре менән таныштыра. Уның уҡыусылары һәр ваҡыт олимпиадаларҙа, фәнни-практик конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып юғары уңыштарға өлгәшә, ҡала күләмендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ә.Ә.Кәйекбирҙина лицейыбыҙҙа 12 йыл инде физик һәм эстетик тәрбиә биреү кафедраһының етәксеһе булып эшләй. Ул алмаштырғыһыҙ класс етәксеһе лә. Бына нисәнсе тапҡыр инде класс алып, яратҡан уҡыусылары менән гөрләп эшләп йөрөй. 2011 йылда хөрмәтле коллегабыҙ «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнде.

Икенсе геройыбыҙ—лицейыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хазина Рәүеф ҡыҙы Хәмитова. Ул—асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле, мөләйем ҡарашлы, йомшаҡ һүҙле, бала күңеленә асҡыс таба белгән һоҡланғыс педагог.

Хазина Рәүеф ҡыҙы Баймаҡ районының Ҡаратал ауылынан. Бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал ҡыҙ тәүҙә Сибай педагогия училищеһын, артабан БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Бөгөн ул 35 йыл хеҙмәт стажы булған, юғары категориялы уҡытыусы. Хазина Рәүеф ҡыҙы—беҙҙең лицейҙа асылған көнөнән алып эшләгән уҡытыусыларҙың береһе. Уның һәр дәресе тәрбиәүи яҡтан көслө булыуы, методик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүе менән айырылып тора. Дәрестәрендә халыҡ педагогикаһына таянып эш итә, уҡыусыларында милли үҙаң, рух, тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.

Уҡытыусыһын үҙенә миҫал итеп алып, тормошон башҡорт телен төплө өйрәнеүгә бағышлаған уҡыусылары ла бихисап. Коллегабыҙ ғүмер буйы йыйған тәжрибәһен мул өләшә, бөтәһенә лә—уҡыусыларына ла, коллегаларына ла йылы һүҙен йәлләмәй.

Х.Р.Хәмитованың фиҙаҡәр хеҙмәте ҡала, республика кимәлендәге Маҡтау грамоталары, Рәcәй Президенты гранты менән билдәләнгән. Шуның менән бер рәттән ул хәстәрлекле, оло йөрәкле әсә, ир ҡатыны, ике ейәненә һөйөклө өләсәй. Балалары—Рәил һәм Гөлназ инде үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, һәр кемеһенең үҙ ғаиләһе.

Коллегаларыбыҙҙы яҙҙың гүзәл байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Э.F.Ҡунысбаева, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары,

С.Ә.Fәбитова, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap