Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.03.2014
БАР ҘА ҺУҢ ДАН ӘСӘЛӘР!
Untitled document

Хәҙерге әсәләрҙән: «Өсөнсөгә бәпәй табырға уйламайһығыҙмы?»—тип һорауың була, уларҙың күбеһенән кире яуап алаһың. «Нишләп ярлылыҡты арттырырға»,—тип ебәреүселәр ҙә бар. Хәҙерге заманда 3 балалы ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә, төрлө ташламалар менән файҙалана, ә инде 5 һәм унан күберәк балалыларға дәүләт ярҙамы тағы ла ҙурыраҡ. Беҙ үҫкән заманда өс балалы ғаилә—бәләкәй ғаилә тип һаналды, 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләү ғәҙәти күренеш ине. Ауылыбыҙҙа 10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған дан ғаиләләр бар. Был мәҡәләмдә шундай ғаиләләрҙең береһе тураһында бәйән итмәксемен. Һүҙем Баймаҡ районы Күсей ауылында йәшәүсе 11 бала әсәһе Нәзифә Әхмәҙиә ҡыҙы Хөснөтдинова хаҡында.

Нәзифә апай 1936 йылда Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында донъяға килә. Атаһы 1942 йылда һуғышҡа китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе Хәйерниса 5 бала менән тороп ҡала. Һуғыш афәтенең бөтә ауырлығын татырға тура килә Нәзифә апайға.

«Атайым әсәйемә «балаларҙы үлтермә инде», тип хат яҙа торғайны. Беҙҙе асыҡтырмаҫ өсөн әсәй өйҙәге һатырҙай нәмәне һатып бөттө, өләсәйҙән ҡалған ҡомартҡы—бер селтәр менән толоп ҡына ҡалды. Әсәйем мине үҙе менән эйәртеп, колхоз эшенә алып китә, Мөрит ағайым, бала ғына көйө, өйҙә бәләкәстәр менән ҡала. Эш араһында беҙ башаҡ йыябыҙ, тик ҡайтып килгәндә, Йәшелдә (кисеү исеме—автор) 2-3 һыбайлы көтөп тороп, бөртөкләп кенә йыйған нәмәбеҙҙе түктереп ала. Илап ҡайтып китәбеҙ.

Икмәкте лә норма менән генә бирәләр: колхозсыларға наҡыҫ ҡына бүленә, ә старателдәрҙең ғаиләһенә мул ғына итеп бирәләр. Асыҡҡан кеше күп булды. Ер асылыу менән Ирәндектән ҡайтманыҡ: ҡымыҙлыҡ, әттек, балтырған, һарына, әсе йыуаны яулыҡ-яулыҡ йыйып алып ҡайтып ашайбыҙ. Киндер ыуалап, шуны ла ашай торғайныҡ. Бер һыйыр тоттоҡ. Күк һөтө беҙгә—балаларға, ә майын бер бот итеп йыйып, фронт өсөн тип, хөкүмәткә тапшырабыҙ. Яҙ быҙаулаған һыйырҙың башмағын да көҙ етеү менән алып сығып китәләр. Әсәйҙәр кис булһа һуҡыр шәм яҡтыһында (кәрәсине лә наҡыҫ бит әле) бирсәткә, ойоҡбаш бәйләй.

Һуғыштан һуң да еңел булманы, ил күргәнде күрҙек. Атайһыҙ ҡалғас, бөтә эш әсәйҙең иңенә төштө. Беҙ ҙә бала ғына көйө колхоз эшенә егелдек. 16 йәшемдә әхирәтем Нәсихә менән прицепщик булып эшләнек. Тракторҙың артына ултырып алып, һабанға тығылған үлән, кәҫте таяҡ менән этеп төшөрәбеҙ. Бишенсе кластан һуң, әсәйгә ярҙам итергә кәрәк тип, уҡыманым. Өс ҡыҙ менән колхозға башмаҡ ҡарарға эшкә сыҡтыҡ. Һәр беребеҙгә 70-әр башмаҡ. Шунан фермаға һауынсы итеп күсерҙеләр. Ҡул менән 20-шәр һыйыр һауабыҙ ҙа, арбаға үгеҙ егеп, һөтөн Хәлил ауылына алып барабыҙ. Кире күк һөттө алып ҡайтып, сусҡа фермаһына тапшырабыҙ. Алдынғы булып, премиялар алып эшләнем. Эш ауыр булһа ла йәшлек үҙенекен иткәндер инде, 6 саҡрымдан йәйәүләп, Күсей клубына уйынға йөрөнөк. Шул осорҙа әсәйемә ҡусты тейеш Батыр Вәлид беҙгә йыш ҡына килә торғайны. Ул һуғыштан тома һуҡыр булып ҡайтты, шуға беҙ уны етәкләп клубҡа ауыл халҡы менән осрашыуға алып бара инек»,—тип хәтер йомғаҡтарын һүтте Нәзифә апай.

1956 йылда Нәзифә апай әрменән ҡайтҡан Күсей ауыл егете Рафиҡ Хөснөтдиновҡа тормошҡа сыға. Рафиҡ ағай бүлексә идараһында хисапсы булып эшләй. Улар бер-бер артлы 11 балаға ғүмер бүләк итә.

«Ауыр булғандыр инде 11 баланы кеше итеүе»,—тиеүемә, Нәзифә апай былай тип яуап бирҙе: «Хәҙерге кеүек иҫәпкә тороу, декретта ултырыу тигән нәмә булманы. Ярай әле, ауылда кендек әбейҙәре күп ине. Шуларҙың һәм ауыл фельдшерҙары—Зәкиә, Ләлә ярҙамы менән таптым инде балаларымды. Эшемде ташламаным, балалар бер-береһен ҡараны. Биш һыйыр аҫраныҡ. Таңғы биштән тороп һауып, һөтөн эш итәм. Иртәнсәк сөсөләй, кис әсетеп икмәк бешерәм. Эш өсөн иген бирҙеләр, шуны Хәлил тирмәненә алып барып һалдырабыҙ. Күп итеп картуф сәсәбеҙ. Малайҙарҙың ҡулынан салғы, һәнәк, көрәк төшмәне. Аталарынан эшкә өйрәнеп үҫтеләр. Ҡыҙҙар минең тирәлә уралып, өй, ҡул эштәренә өйрәнде. Ун бер бала өҫтөнә тағы фалиж һуҡҡан ҡәйнәмде лә ҡарап ризалығын алдым».

Тормош гел генә һин теләгәнсе бармай бит. Fаилә башлығы Рафиҡ ағай тормоштан бик иртә китеп барҙы. Нәзифә апай итәк тулы бала менән яңғыҙы тороп ҡалды. Әммә әсә кеше бер кемдән дә ярҙам өмөт итмәй, 11 баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн барыһын да эшләй. Нәзифә апай бәләкәстәрен үҫтерешергә ярҙам иткән өлкән улдары Нафиҡ менән Шафиҡҡа рәхмәтле.

«Балалар үҫә торҙо, бер-бер артлы мәктәпкә бара башланы. Йыл да бер баш мал тотоноп, мәктәпкә кейемдәр һатып алам. Балаларым бөтәһе лә яҡшы уҡыны. Ата-әсәләр йыйылышынан ҡыуанып ҡайта торғайным.

Һуғыш осоронда ла, һуғыштан һуң да беҙгә Мәғниттең (Магнитогорск—автор) файҙаһы ҙур булды. Сейә йыябыҙ ҙа таңғы өстән ат менән Әлмөхәмәт стансаһына сығып китәбеҙ. Сейәләрҙе һатып, аҡсаһына балаларҙың өҫ-башына алып, ауылға төндә генә ҡайтып етәбеҙ»,—тип хәтерләй Нәзифә апай.

Мәктәпте бөткән һәр балаһына һөнәр алырға ярҙам итергә тырыша әсә кеше. Ҙур көс түгеп булһа ла бөтә балаһын да уҡытып, һөнәрле итә. Үкенескә ҡаршы, Нәзифә апайға бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килә: әрменән ҡайтҡан улы Тимерйән фажиғәле һәләк була.

1974 йылда Нәзифә апайға «Герой-әсә» тигән исем бирелә. 55 йәше тулғансы эшләп хаҡлы ялға сыға ул. «Республика етәкселегенә рәхмәт, Әсә йылында «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына путевка бүләк итте. 300 Герой-әсә 10 көн ял иттек»,—ти.

Балаларының эше, йәшәр урыны булыуына, аҡыллы, эшһөйәр, тәүфиҡлы булып үҫеү-ҙәренә ҡыуана: «Килен-кейәүҙәремдән дә уңдым, үҙ балаларымдай күрәм. 18 ейән-ейәнсәрем, 4 бүлә-бүләсәрем бар. Ейәнсәрем Юлиә Харисова Сибай телевидениеһында эшләй. Күреп тораһығыҙҙыр»,—тип ғорурланыуын йәшермәй өләсәй кеше.

Хәҙерге йәштәргә әйтер һүҙҙәре лә бар Герой-әсәнең: «Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа. Күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай. Күмәк балалы ғаиләлә үҫкән балалар тәртипле булып үҫә. Бер туғандар бер-береһенә терәк булып, ярҙам итешеп йәшәй. Хөкүмәт тә күп балалы ғаиләләрҙе ҡайғырта: льготалар бар, Әсәлек капиталы алалар. Шулай ҙа яңы ғаилә ҡорған йәштәргә йәшәп китеүе еңел түгел. Боронғолар: «Ятып инер өйөң булһын, ярыҡ ҡаҙаның булһын»,—тип хаҡ әйткән. Йәш ғаиләләргә ер участкаларын 3 балалы булғас ҡына бирәләр. Ә шуға тиклем ҡайҙа йәшәргә тейеш була һуң ул ғаилә? Тағы ла мине борсоған бер нәмә тураһында әйтәйем әле. Ниңә насар йәшәгән ғаиләләрҙәге балаларҙы әсәләренән айыралар икән? Мин быға ҡырҡа ҡаршымын. Яҡшымы, яманмы, һәр балаға ла үҙ әсәһе кәрәк. Кем тапҡан, шул көтһөн. Әсәһе эсә икән, эскән кешегә ҡаты сара күрһендәр, балаларҙы туҙҙырмаһындар ине. Бала уйынсыҡ түгел бит тартып алырға. Ошолар тураһында уйлаһам, уйылып китәм…»

Бына шулай тормоштағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерен белдереп, фәһемле кәңәштәрен биреп, әүҙем тормош менән йәшәй Нәзифә апай. Тормоштан артта ҡалмай, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, «Йәшлек», «Атайсал» гәзиттәрен алдыра, дини китаптар уҡый.

Ағай вафат булғас, бер үҙе 11 баланы аяҡҡа баҫтырған йәтеш кенә кәүҙәле, теремек, гел йылмайып, мәрәкәләп һөйләшкән, рух күтәренкелеген юғалтмаған был апайға ҡарап: «Ысынлап та, Герой-әсә, уның тормошо—ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Бындай дан әсәгә һәйкәл ҡуйғанда ла аҙ булыр»,—тип уйланым.

Сәғиҙә Байназарова.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap