Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.03.2014
ҠАТЫН-ҠЫҘ ДОНЪЯ ТОТҠАҺЫ
Untitled document

Яҙҙың тәүге байрамы—8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ир-егеттәр гүзәл заттарға нимә бүләк итергә, тип баш вата. Беҙ ҙә шул һорау менән ҡыҙыҡһындыҡ һәм көслө зат вәкилдәренә тағы: «Һәр ир-егеткә ҡатыны үҙенсә матур. Һеҙҙең икенсе яртығыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбай?», «Байрам көндө хәләл ефетегеҙҙе ниндәй ризыҡ әҙерләп ҡыуандырасаҡһығыҙ?» тигән һорауҙар өҫтәп мөрәжәғәт иттек.

Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаев, Сибай ҡалаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы:

—Зөбәржәт Шәфҡәт ҡыҙы ҡасандыр мине һомғоллоғо, сибәрлеге менән әсир иткәйне. Дүрт балаға—ике ҡыҙға, ике улға ғүмер бүләк итеүгә ҡарамаҫтан, ул һаман да шул килеш ҡалыуы менән һоҡландыра. Байрам көндө йорт эштәрен үҙ өҫтөмә алырға тырышырмын. Аш-һыу әҙерләргә әүәҫмен, ғөмүмән, һәр йәкшәмбе ғаиләмде тәмле аштар бешереп һыйларға күнеккәнмен. Сәскәнең, әлбиттә, нәфис зат өсөн яҡшы бүләк икәнен һәр кем белә. Мин дә ҡатыныма мотлаҡ гөлләмә бүләк итәсәкмен.

Дим Азат улы Ишйәров, Сибай телевидениеһы директоры:

—Күңеленең матурлығы, йәшел күҙҙәренең төпһөҙлөгө менән таң ҡалдыра мине Зүлиәм. Балама, миңә булған мөнәсәбәте, мөхәббәте саф. Аш-һыу әҙерләү ҡатыным иңендә генә түгел, кем бушыраҡ, был эште шул атҡара. Байрам көндө инде ҡәҙерлеләрем яратып ашаған ризыҡты әҙерләргә иҫәп тотам. Бүләккә килгәндә, хәләл ефетемә 100 раузанан торған гөлләмә бирермен тим.

Фәрит Сәғит улы Ямантаев, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалының химия лабораторияһы начальнигы:

—Ҡатыным Нурия Таһир ҡыҙы барыбыҙҙы ла хәстәрләй, ҡайғырта, шуға ла уның менән донъя көтөүе еңел. Нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә, егәрле, ҡыҙҙарым, улым, ирем тип өҙөлөп тора. Нурия—донъябыҙҙың тотҡаһы. Мин—һунарсы, шуға күрә 8 Мартта үҙем тотҡан ҡуянды быҡтырып, байрам табыны әҙерләрмен, тип торам. Ҡәҙерлем ләлә сәскәләре ярата, уның янына берәй ҡиммәтле бүләк тә булыр. Ҡыҙҙарыма бүләк һайлауы ҡыйын түгел, улар алдан уҡ нимә кәрәклеген әйтеп ҡуя.

Әхәт Әхмәт улы Аҫылбаев, эшҡыуар:

—Зөһрә—исеме үк әйтеп тора, минең ҡатыным ай ҡыҙы кеүек сибәр. Йәшлек матурлығын юғалтмауы менән мине арбай. Эшһөйәрлеге, уңғанлығы ла бар. Уҙған йыл аҙағында ике улым янына ҡуш итеп, Әминә исемле ҡыҙ табып бирҙе. Ошо үҙе иң ҙур батырлыҡ, матурлыҡ түгелме? Байрамға мин гүзәл заттарыма күп итеп тәм-лекәстәр һатып алып бирәсәкмен, ҡатыным кәнфит-шоколадтар ярата. Аш бешерергә лә, былау әҙерләргә лә ризамын, картуф та бешерә беләм. Сәскәләр мотлаҡ буласаҡ. Әминәм өсөн мин Зөһрәгә джип бүләк иттем, хәҙер уның донъяһы теүәл.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap