Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
07.03.2014
ИСЕМЕ БАЙМАҠТАРҒА ЯҠШЫ ТАНЫШ
Untitled document

Урал аръяғы халҡы Баймаҡ телевидениеһын яратып ҡарай. Был төбәк журналистары әҙерләгән сюжеттар йөкмәткеле, тапшырыуҙар күңелгә үтеп инерлек, яңылыҡтар ваҡытында бирелеп барыуы менән отошло. Башҡортостан юлдаш телеканалының һәр яңылығында Баймаҡтан хәбәр яңғырап тороуы ла урындағы телевидение журналистарының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.

«Уңғандарға—уңыш юлдаш» тигәндәй, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса «Прайм-тайм-2013» республика конкурсында «Иң яҡшы социаль-иҡтисади материал әҙерләүсе» номинацияһында «Баймаҡ-ТВ» телестудияһы еңеп сығыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Конкурсҡа телестудияның рус мөхәрририәтенең сығарылыш мөхәррире Зилә Мортазинанының сюжеттары һәм автор программалары тәҡдим ителгән.

Был журналистың исеме баймаҡтарға яҡшы таныш. Зилә ҡалала телевидение асылған көндән, йәғни 2001 йылдан алып эшләй, башта ул алып барыусы була. 2006 йылдан әлеге вазифаһын башҡара. Һәләтле журналист әҙерләгән тапшырыуҙарҙан халыҡ ҡала һәм район һулышы менән таныша, талантлы яҡташтары тураһында мәғлүмәт ала. Уҙған йыл аҙағында, Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығы билдәләнгән мәлдә, Зилә Мортазина «Баймаҡ иретеп-ҡойоу заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 йыллығына арнап предприятиеның тарихы хаҡында 30 минутлыҡ автор фильмы төшөрә.

—Мәртәбәле конкурста еңеү яулау—минең генә хеҙмәт емешем түгел, дөйөм коллективтың ҡаҙанышы, сөнки телевидениела эш тотош команда ярҙамында башҡарыла,—ти Зилә Вәкил ҡыҙы.—Әйтергә кәрәк, уҙған йыл беҙҙең татыу коллектив өсөн уңышлы ғына булды. Беҙ ҡаланың һәм заводтың юбилейҙарына бағышлап, ике фильм әҙерләнек. Телестудия базаһында «Юлдаш» радиоһының Баймаҡ филиалы эшләй башланы. Хәҙер баймаҡтар ғына түгел тотош Урал аръяғы, күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы халҡы төбәктең мәғлүмәт-музыкаль программаһын рәхәтләнеп тыңлай, ҡотлауҙар, реклама бирә ала.

Хеҙмәттәшебеҙҙе уңыштары менән беҙ ҙә ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ул баймаҡтарҙы ғына түгел, республика халҡын яңынан-яңы проекттары, тапшырыуҙары менән ҡыуандырып торһон.

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap