Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.03.2014
ДОНЪЯ СЕРЕН ЙОНДОҘҘАРҘАН ЭҘЛӘП
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Яр йыландың йөрәген

Алтын асҡыс табырһың,

Сер һарайын асырһың,

Теләгәнең алырһың,—тиелә «Урал батыр» эпосында. Йәғни, үҙәк урындарҙың береһендә торған Йылан йондоҙлоғоноң серенә төшөнһәң, донъялыҡ серҙәрен дә аңларһың, тигән төшөнсәне бирә был юлдар. Һәм был төшөнсәне беҙгә ҡалабыҙҙың ғалимә ҡатын-ҡыҙҙарының береһе—БДУ-ның Сибай институтының математика һәм информатика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Зилидә Fәзизйән ҡыҙы Шәрипова асып бирҙе.

Ошо көндәрҙә Зилидә Fәзизйән ҡыҙының «Урал батыр» эпосы буйынса астрономия элементтарын өйрәнеү» тигән уҡыу пособиеһы донъя күрҙе. «Урал батыр» эпосы абстракт хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән мифик ҡомартҡы ғына түгел, ул йондоҙҙар серен сисеүгә асҡыс та була ала икән. Бөгөн, мәғариф системаһында, урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә астрономия фәне бөтөнләй төшөп ҡалған ваҡытта, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын ошо йәһәттән дә тикшереү бик актуаль. Үҙ заманында Платон астрономияны геометриянан һуң яңы дәүләттә өйрәнелергә тейешле дөйөм дүрт фән исемлегенә индерһә, беҙҙең яңы быуын был фәндең нигеҙҙәрен бөтөнләй белмәй. Юҡҡамы ни, Зилидә Fәзизйән ҡыҙы студенттар менән аралашыуҙы «Ни өсөн беҙҙең ата-бабалар, башҡортмон тигән башҡорт йондоҙҙарҙы белергә тейеш, тип һанаған?» тигән һорау менән башлап ебәрҙе. «Сөнки йондоҙҙарҙа бөтә донъя сере ята һәм ул сер ҡатмарлы код һәм шрифттар эсенә йомолоп, ҡомартҡы булған эпосыбыҙға һалынған. Уларҙы бары тик аса һәм уҡый белергә генә кәрәк»,—тине ғалимә. Мәҫәлән, ул әлеге ғилми хеҙмәтендә Ерҙә көн менән төндөң алмашыныуын, йәғни Ерҙең яҡты һәм ҡараңғы яҡтарын Урал менән Шүлгән символлаштыра, тип билдәләй (көн—яҡтылыҡ, төн—ҡараңғылыҡ). Бер йыл эсендә Ер эллипс формаһындағы орбитаһы буйлап Ҡояш тирәләй әйләнеп сыға. Башҡорт фәлсәфәһендә был астрономик күренеш Урал менән Шүлгәндең художестволы образдары аша сағылдырыла, улар үҙ-ара Самрау батша һәм Ҡояштың ҡыҙы Һомай менән ҡауышыу өсөн көрәшә. Анимизм дәүерендә ижад ителгән «Урал батыр» эпосында, ул заман фекерләүенә ярашлы, Һомай тере фетиш—аҡҡош рәүешендә бирелә. Уның тап аҡҡош сүрәтендә бирелеүе лә осраҡлы түгел: был ҡоштарҙың яҙлы-көҙлө йылы яҡҡа китеү-ҡайтыуҙары көн оҙонлоғона бәйле. Ошонан сығып, боронғо башҡорттарҙың йыл миҙгелдәренең алмашыныуы Ерҙең Ҡояшҡа яҡынлығына бәйле булыуын белеүҙәре тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Был эпоста ла раҫлана.

Шулай итеп, боронғо башҡорт фәлсәфәһе буйынса, Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеше Урал батыр менән Һомай-аҡҡоштоң осрашыуынан башлана. Әйтеп үтергә кәрәк, Аҡҡош йондоҙлоғо көҙгө күктә иң тәүгеләрҙән булып күренә. Ә инде Йәнбикә һәм Йәнбирҙе, антик һәм хәҙерге заман астрономияһы буйынса, Игеҙәктәр йондоҙлоғона тап килә. Унан ары Урал менән Шүлгәндең арыҫландарға атланып юлға сығыуҙары ла артабан Ҡояштың Арыҫлан йондоҙлоғона күсеүен аңлата. Йәғни, эпоста Игеҙәктәр йондоҙлоғонан алып Арыҫлан йондоҙлоғона тиклем ярты календарь йылға һуҙылған Ҡояш хәрәкәтенең художестволы образдар аша һүрәтләнеүе генә лә боронғо башҡорттарҙың күк есемдәренең хәрәкәтен даими һәм оҙаҡ йылдар буйы күҙәтеүен иҫбатлай. Уралдың (Ерҙең) йыһан буйлап сәйәхәт итеүенең төп маҡсаты—Үлемде табып юҡ итеп, мәңгелек йәшәү сығанағын табыу. Урал тамуҡҡа төшә, ер аҫты донъяһының батшаһы булған Ҡатилды еңә. Аҙаҡ Ҡош юлының аждаһаһынан тылсымлы таяҡ—Fаләм күсәрен алып, ер өҫтөнә сыға һәм кешеләргә Ерҙә йәшәү сығанағы булған ҡояш нурҙарын ҡайтара. Унан килә Уралдың дүрт никахы—көҙгө көн-төн тигеҙлеге, ҡышҡы ҡояш торошо, яҙғы көн-төн тигеҙлеге һәм йәйге ҡояш торошо ваҡыттары ла бирелә. Шулай уҡ Уралдың Зәрҡүм, Ҡәһҡәһә менән осрашыуы, Айҙы—Айһылыуҙы ҡотҡарыуы, Һомай менән осрашыуы, йәғни көндөң оҙайыуы, Айһылыуҙы урлау—ай тотолоуы, Пегас йондоҙлоғона етеүе—Аҡбуҙатты алыуы, күктә Һомай менән Айһылыуҙың (Ҡояш менән Айҙың), ерҙә Шүлгән менән Уралдың (яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың) осрашыуы һ.б. фәлсәфәләр астрономик мәғәнәләре менән бирелә.

Минең был тәфсирләүҙәрем—авторҙың ҙур хеҙмәтенең бер өлөшө генә, әлбиттә. Дөйөм алып әйткәндә, «Урал батыр» эпосы арҡылы бына шундай ҙур асыштар эшләргә була. Ошо урында был белем бөтә башҡорттарҙа ла булғанмы, тигән һорау тыуа. Таш-тимер быуат дәүере башҡорттарының ырыу-ара йәшәү рәүешен иҫәпкә алып, бындай белемдең бөтә халыҡҡа тарала алмауы асыҡ аңлашыла. Астрономия өлкәһендәге белемдәрҙе туплау, күҙәтеүҙәр өсөн махсус урындар, обсерваториялар кәрәк була бит. Башҡорттар өсөн бындай обсерваторияның тап Арҡайым ҡаласығы булыуы ла бик мөмкин, тип фаразлай Зилидә Fәзизйән ҡыҙы. Был тәңгәлдә лә уның хеҙмәтендә бик нигеҙле факттар һәм аргументтар, дәлилләнгән һығымталар килтерелә.

Уйлап ҡараһаң, ғалимә халҡыбыҙҙың рухи мираҫын өр-яңы күҙлектән асҡан һәм шуның менән тағы бик күп фән хеҙмәттәре өсөн фекерләүгә, уйланыуға йүнәлеш биргән. Әле әҫәрҙе экология, география һәм башҡа өлкәләр аша ла өйрәнергә һәм фәнни эштәр башҡарырға була. Ә инде ғалимәнең ошондай ҙур фәнни хеҙмәтте атҡарып сығыуы һәм китап нәшер итеүе—гүзәл заттың аҡыл, аң, зирәклек, тырышлыҡ һәм тәбиғи һәләте күрһәткесе ул. Арабыҙҙа шундай белемле, маһир ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың булыуы, хеҙмәт итеүе ерлегебеҙ өсөн дә дан һәм мәртәбә.

Зилидә Fәзизйән ҡыҙы Шәрипова ошо көндәрҙә күркәм байрамын—алтын юбилейын да билдәләне. Уңайҙан файҙаланып, уға ижади, ғилми һәм шәхси эштәрендә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap