Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.03.2014
ЕРГӘ КИЛӘ НАҘЛЫ ЯҘҺЫЛЫУ
Untitled document

Гүзәл ЯЙЫҠБАЕВА

Боронғо славян һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтарҙа ҡышты оҙатыуға бағышланған мәжүси байрамдарҙың береһе—Масленица. Ул Христиан календары буйынса ураҙа алдынан үткәрелә. Был байрамдың алыштырғыһыҙ атрибуты булып ҡоймаҡ тора. Ә ҡоймаҡ элек-электән Ҡояшты символлаштырған, йәғни был байрамдың асылы һыуыҡ ҡышты оҙатып, ҡояшлы, яҡты, йылы көндәрҙе саҡырыуға ҡайтып ҡала.

2 март көнө сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары ҡышты оҙатырға һәм түҙемһеҙлек менән көткән яҙҙы ҡаршы алырға тип М.Fафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ашҡынды. Иртәнсәктән күңелле музыка яңғырап, халыҡты үҙенә саҡырып торҙо, килеүселәрҙе ҙур ҡурсаҡтар, әкиәт персонаждары, көлдөрөүсе-мәҙәкселәр ҡаршы алды.

Сараны асып мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.В.Аҡназарова халыҡты байрам менән ҡотланы һәм күңелле ял теләне.

Байрам балаларҙың шат тауыштары, йыр-моң менән үрелеп бик күңелле барҙы. Ҡаланың ижади коллективтары, һәүәҫкәр йырсылар, бейеүселәр халыҡты йырлатып-бейетеп бергә күңел асты. Шулай уҡ төрлө спорт ярыштары үтте. Күңелле конкурстарҙа ҡатнашмаған кеше ҡалманы: һикереп тә, сабышып та, арҡан тартышып та көс һынаштылар, командаларға бүленеп уйнанылар. Бигерәк тә тоҡ менән һуғышыу бик сәмле барҙы. Шулай уҡ теләүселәр матур итеп биҙәлгән егеүле һәм һыбай аттарҙа йөрөнө.

—Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, халыҡтың бик күп йыйылыуы ҡыуандыра, ә байрамды мәҙәниәт бүлеге, ҡаланың йәштәр һәм спорт комитеттары менән берлектә үткәрҙек. Барыһына ла рәхмәт белдерәм һәм уңыштар теләйем,—тине Сибай ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркы директоры Сәжидә Факил ҡыҙы Fәниева.

Байрамдың иң ҡыҙыҡ өлөшө—һаламдан эшләнгән ҡарасҡыны яндырыу булды. Был инде һыуыҡты яндырып оҙатып ебәреү һәм Ҡояш апайҙы яҡынайтыу, яҙға аяҡ баҫыу менән аңлатыла.

Байрамды тамаша ҡылғанда рәссам Б.Кустодиевтың «Масленица» тигән картинаһы күҙ алдына баҫты. Шуныһы ҡыҙыҡ, картина йөҙәр йыл элек яҙылған, әммә бер үҙгәреш тә юҡ һымаҡ. Бөгөнгө байрамды берәй рәссам төшөрһә, шул уҡ картина ҡабатланыр ине…

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap