Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
07.03.2014
ҺӨНӘРЕ ҮҘЕНӘ КИЛЕШӘ
Untitled document

Сибай гимназия-интернаты психологы Айгөл Юлай ҡыҙы Йосопова республикала беренсе тапҡыр ойошторолған «Педагог-психолог—2014» бәйгеһенән лауреат исемен яулап ҡайтты. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған 32 конкурсант араһында ҡыҙыу барған бәйгенең финалына 7 кеше сыға. Үҙең менән таныштырыу, асыҡ дәрес, оҫталыҡ класы, килеп тыуған хәлде сисеү кеүек ярыш төрҙәрендә Айгөл Юлай ҡыҙы бер ҙә һынатмай.

—Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, психологтарҙың тәүге ярышы юғары кимәлдә ойошторолдо. Лауреат исеме яулауым—бер минең генә уңыш түгел, тотош ижади төркөмдөң берҙәм хеҙмәте,—ти педагог-психолог, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.—Ошондай мәртәбәле бәйгегә мине ышанып йүнәлткәндәре, һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәновҡа, Р.Б.Ильясоваға, Ф.Х.Ибраһимоваға, гимназия-интернат директоры Р.Х.Бикбоваға, ярҙамсы төркөмгә ингән хеҙмәттәштәремә, БДУ-ның Сибай институтының нәшриәт етәксеһе В.М.Сибаеваға, психолог Р.А.Микрюковаға ҙур рәхмәтлемен. Бәйге артабан тырышып эшләүгә дәрт һәм сәм бирҙе, һөнәри үҫеш булды.

Айгөл Юлай ҡыҙы бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Әммә был һөнәрҙе үҙләштереү өсөн ата-әсәйҙән айырылып алыҫҡа китергә, оҙаҡ уҡырға кәрәк булғанлыҡтан, ул кешеләрҙең күңелен дауалаусы булырға ҡарар итә. Психолог һөнәрен һайлап бер ҙә яңылышмай ҡыҙ. 2003 йылда Магнитогорск дәүләт академияһын тамамлағандан һуң Сибай гимназия-интернатында хеҙмәт юлын башлай. 11 йыл инде ошо белем усағының балалары менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, Айгөл Юлай ҡыҙының әсәһе Фәриҙә Fаяз ҡыҙы оҙаҡ йылдар гимназия-интернатта инглиз теленән балаларға һабаҡ бирә. Быйыл беренсе класҡа уҡырға барған ҡыҙы Азалия ла өләсәһенә, әсәһенә оҡшарға, ҙурайғас улар кеүек изге эштәр башҡарырға теләй.

Ошо көндәрҙә психолог өс уҡыусыһы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк форумға йыйына. Унан да гимназистарҙың еңеүҙәр, яңылыҡтар менән ҡайтыуына ышанабыҙ.

Гөлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap