Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ЕҘ САМАУЫР
Untitled document

Гөлдәр ӘХМӘҘИШИНА

Фәрхизә табын түрендә хас та Fәбитуллаһы кеүек күкрәк киреп ултырған еҙ самауырының ҡапҡасын асып һыу өҫтәне лә, бутҡа ашаған баланың ауыҙ-моронон һөрткәндәй ап-аҡ таҫтамалы менән былай ҙа ялтырап торған самауырын бер кинәнес менән һөртөп алды.

—Ни ғорлом һыуың кәмегән. Шәйт, шулай булыр ҙа, иртәнән бирле боҫорайһың бит.—Самауырҙың үҙе кеүек үк йомро ғына теүәсәйен алып ҡорһағының өҫтөндә тырпайған ҡолағына ҡыҫтырҙы.—Баҙарсылар ҙа хәҙер ҡайтып инер,—тип әйтеп тә өлгөрмәне соланда аяҡ тауыштары ишетелде.

—Бейем, ҡыуан! Үҙеңә бүләк алып ҡайттыҡ. Бынан кире самауырыңды күтәреп йонсомаҫһың,—тип килене оло ғына ҡумтаны ултырғысҡа ултыртты.

—Аллам, был ни тағы?

—Самауыр, бейем.

—Ата-аҡ, ә был самауырға ней булған?!

Фәрхизә борҡоп ҡайнап сыҡҡан самауырының теүәсәйен ҡырын һалып баҫты ла, шымып ҡалды. Килене йылдам ғына ҡумтаны аҡтарып унан йылҡылдап торған һап-һары ерлегенә эре-эре ҡыҙыл сәскәләр төшкән электр самауырын һөйрәп сығарҙы.Самауыр төҫөндәге ҡупшы ғына сәйнүк тә өҫтәлгә ҡунаҡланы.

—Әсәй, етерлек самауыр төбөндә ултырҙың инде, хәҙер дилбегәне киленеңә тапшыр. Табын түрендә генә ултырып киленең яһаған сәйҙе шөрпөлдәт,—тип йылмайып улы Фәрхизәне илле ике йыл ултырып сәй яһаған урынынан түргә күсергә өгөтләне.

—Ата-аҡ!?—Бар һүҙе шул булды Фәрхизәнең. Ә үҙенең тамағы төбөнә турғай ҙурлыҡ төйөр килеп ултырҙы. Йә осоп сыҡмай, йә ауыр төйөрҙө суҡып бөтмәй. Улы менән килене шаяра-көлә баҙарҙа күргән-ишеткән мәҙәктәрҙе һөйләй. Фәрхизә лә улар ыңғайына көлгән була. Көлә тип, ауыҙы көлә инде, ә йөрәге… ә йөрәге илай. Әле генә Fәбитуллаһы кеүек киң күкрәген киреп табын түрендә ҡурайын шыжлатып ултырған самауыры нәҙек кенә тауышлы ҡупшыҡайға урынын бушатып үҙе меҫкен генә булып иҙәндә шымтайған. Ҡуҙ самауырының тауышына өйрәнгән ҡолаҡ һаңғырау булып ҡалғандай. Сәйҙең дә тәме башҡа, ауыҙға ят. Үҙе тиҙ һыуый.

Сәйҙән һуң килене:

—Хәҙер был самауыр тарих һөйләп ошонда ғына ултырыр инде,—тип еҙ самауырҙың көлөн ҡағып түрбаштағы һике өҫтөнә ултыртҡанда Фәрхизә: «Нишләйһең һин, килен!»—тип саҡ ҡысҡыреп ебәрмәне, үҙен тыйҙы.

Урын йәйеп ятҡас та Фәрхизә еҙ самауырын йәлләп күҙенә йоҡо элә алманы. Эй балаҡайҙар, балаҡайҙар! Әсәй, бейем, һиңә самауыр ҡайнатыу, сәй яһап эсереү ҡыйынмы, тип һораһағыҙ ней була. Аның шайы ғына эш күрмәгәнме ни? Фәрхизә әсетеп-әсетеп алған күкрәгенә ҡулын һалды. Теге турғай ҙурлыҡ төйөрҙөң әрһеҙлеге, бәғерҙе әсеттереп-әсеттереп суҡый. Кеше күҙенән, кеше һүҙенән, хатта үҙенән күңел төбөнә йәшергән, күптән онотолдо тигән хәтирәләрҙе суҡышына эләктереп өҫкә һөйрәп сығара…

Ҡайныһы менән бейеме мәрхүмдәрҙең үҙҙәре әйтмешләй биш ҡарасман малайҙары араһында бер ерән улдары ине Fәбитуллаһы. Ҡайныһы һәр саҡ шаяртып: «Минең ҡартатайым ҡартәсәйемде Ҡытайҙың үҙенән барып алып ҡайтҡан. Ҡытай ҡаны бар беҙҙә»,—тиер ине. Ҡатайҙарҙы үҙенсә мәрәкәләп ҡытай, тип. Эй-й, әҙәмде насип йөрөтә инде ул. Булмаһа Fәбитуллаһы ҡыҙ күҙләргә тип төпкөл бер ауылға китеп барышлай Фәрхизәләрҙең күршеләренә һуғылыр инеме лә, күрше ағай уның еңенән тартып ҡолағына: «Сибәрҙең дә сибәре, уңғандың да уңғаны, нескә билле бер фирүзә йәшәй минең күршелә»,—тип шыбырлауға Fәбитулла үрелеп күрше ихатаға күҙ ташлар инеме. Тап шул мәлдә биҙрә-көйәнтәләрен күтәреп, ҡара сәсен икенән үргән, ҡап-ҡара ҡыйғас ҡашлы, нескә билле бер ҡыҙ бала килеп сығыр инеме лә, уны күргән Fәбитулла уйлап та тормай атының башын уларҙың бағанаһына бәйләр инеме… Эй-й,ғүмер тигәнең үткән дә киткән икән. Ун һигеҙем тулыр-тулмаҫтан килен булып төшкәйнем бит был нигеҙгә. Бейемем миңә икенсе көндө үк самауыр төбөн бушатып, урындыҡтың түрендә ултырған бабайы янына ҡунаҡлағайны. Бейемдең ул ҡыланышының бер ғилләһе бар ине шу-ул, бар ине. Ниҙер һиҙенгән оло апһынына был бер ҙә оҡшаманы. «Бер өйгә ике ерән күп булыр. Ҡыҙыл кишер Fәбиттең бисәһенә нимәгә еҙ самауыр»,— тип лыбырлағайны. Йәш булһа ла ҡашан* булған Фәрхизә. «Тышы ҡыҙыл булһа ла эсе ап-аҡ Fәбитулламдың»,—тип һыр бирмәгәйне. Бейеме лә: «Кит, ҙур килен, мал бүлешергә ҡайның менән беҙ аяҡ өҫтөбөҙ бит әле»,—тип һуҡранып ҡуйғайны. Ҡайныһы менән бейеме ике килененә лә бер ваҡытта ла исемдәре менән өндәшмәне. Өлкәне ҙур килен, Фәрхизә бәләкәй килен. Ҡарале, шул ғүмерҙән бирле оҫта ҡуллы Fәбитуллаһы семәрләп-тиҫберләп яһаған ултырғысҡа ултырып кемдәргә генә сәй яһап эсермәне Фәрхизә… Сымыры, эшкә тилбер бәләкәй киленен бейеме ҡыҙындай күреп яратты. Бының оторо апһыны ҡоторҙо. Фәрхизә йә самауырын ҡом менән йышып торған сағын, йә эре-эре булып төшкән ҡайын ҡуҙын самауырына төшөрөп торған мәлен тура килтереп:

—Fәбиттең шәп бисәһе! Маҡтаулы килен! Нишләп иреңә бәпес табып бирмәйһең?—тип Фәрхизәнең иң ауыртҡан урынына тоҙҙо услап-услап һибер булды. —Бала тәрбиәләү самауыр шыялау түгел шу-ул.

—Бәпес һөйөргә иртәрәк әле. Беҙ бер-беребеҙҙе һөйөп туймағанбыҙ,—тип әсе күҙ йәштәрен эскә йотоп, йөҙөндә бәхет нурҙарын балҡытырға ла өйрәнеп алды Фәрхизә.

Тәүҙә апһынының һәр зәһәр һүҙенә әсе яуап ҡайтарған Фәрхизә бейеменең: «Өндәшмә, килен. Ҙур килендең холҡо юғыраҡ шул. Сыуаш һурпаһы эскән бер холоҡһоҙ инде ул, ҡалайтаһың»,—тигән кәңәшен тоторға тырышты.

Хәҙер генә аңлай Фәрхизә апһынының күңелен. Ә ул ваҡытта йәш ине шул. Апһыны бер ҙә сыуаш һурпаһы түгел, ә нужа һурпаһы эскән булған. Эй-й, байғош, үҙ нигеҙенә ниндәй юл менән булһа ла ҡот индерергә, ҡотайтырға тырышҡан. Ҡот ҡулыңда саҡта һаҡламағас, ташлап киткәс артынан ҡыуып та, саҡырып та, ялбарып та, кемдәндер тартып та алып булмай икән шул.

Көттөрөп, бик көттөрөп тыуҙы игеҙәк ҡыҙҙары. Бушҡул бәпәй күрергә ингән апһыны бишектең япмаһын һирпеп ебәреп:

—Бә-әс, ҡәйнеш! Был ҡыҙҙарың тамсы ла һиңә оҡшамаған бит. Хәс тә…

—Хәс тә мин,—тип ҡанатын йәйгән инә ҡаҙҙай йүгереп йөрөп бишектең япмаһын рәтләштерҙе бейеме.—Бы ғорлом да оҡшарҙар икән.

—Әйтәгүр йүгереп йөрөп өй берләп бәпәй сәйенә саҡыра инең. Бәпәй ебен кәтүкләп тараттығыҙмы әллә аяҡлапмы? Әллә үҙеңә бәпәй күлдәге лә тәтенеме?— тип ҡаяуын бейеменә ҡаҙаны апһыны.

—Үҙең нишләп инмәнең? Ҡуй-ҡуй, ҙур килен, етер, шыпа әйткәнгә ҡолаҡ һалмайһың. Исмаһам әсе үтеңде гонаһһыҙ сабыйҙар янында сәсмә. Әйтә китһәң, бәпәй ебен ни һинең өс улың тыуғанда ла тараттым. Йолаһы шулай. Әйҙә, ултыр, еҙ самауыр сәйен эсеп сыҡ.

—Нисә инһәң дә, еҙ самауыр сәйе, тип ауыҙ һыуығыҙ ҡорой ҙа тора. Әллә, аҡ самауырҙың да сәйе тәмлесе,—тип тумһайҙы ҙур килене.

—Ҡуй, ҙур килен, бушҡа үпкәләмә. Кеше ҡыуандырып боҙолошоп йөрөмәгеҙ. Аҡылығыҙ алдан йөрөһөн, тип нисә әйтәм.

Мәрхүмә бейеме мәңгелеккә күҙен йомор көнөн белгәндәй Фәрхизәне янына саҡырып алды. Фәрхизә уға һоҡланып ҡарап ҡуйҙы. Ҡарасы, былай ҙа таҙа булып ҡартайған бейеме тағы ла матурайып киткәндәй. Әллә күҙҙәрендәге серлелек, әллә йөҙөндәге көлөп торған һәр бер йыйырсығы уны шулай матурайтҡан. Яҙып ябынған аҡ яулығы ла өй эсенә аҡ нур таратҡандай.

—Ултыр әле яныма, Фәрхизә килен,—тине бейеме тәүге тапҡыр килененә исеме менән өндәшеп. —Рәхмәт, килен, бер ҡасан да һүҙемде аша атламаның. Йәш булһаң да аҡылыңды алдан йөрөтә беләһең, күңелең дә аҡ, шөкөр. Fәбитуллам өсөн күңелем тыныс.—Һүҙен уратып ҡына башлаған бейеме бер талайға шымып ҡалды. Күңеленән әйтәһе һүҙҙәрен барланымы, фекерен төйнәнеме. Унан килене янына шыуа биреп ултырып тамаҡ ҡырып алды, ҡулы менән һикенең сағыу балаҫын һыпырыштырҙы.—Ҡайның янына китмәҫ борон һиңә әйтеп ҡалдыраһы бер аманатым бар ине. Сеү! Бүлмә һүҙемде, тыңла. Көн һайын табыныбыҙ түрендә гөжләп ултырған еҙ самауырыбыҙ бик борондан ҡулдан-ҡулға күсеп килгән ҡомартҡы ул. Уны ҡасандыр аманат итеп ҡалдырған бишенсе быуын өләсәйебеҙ ваҡытында бик күп ауырлыҡтар күргән, 1812 йылғы Ватан һуғышында олатайым менән бергә Мәскәүҙән Парижға тиклем барып еткән яугир ҡатын булған. Эйе, башҡалар кеүек ул да олатайым күкрәгенә тәңкә тегеп, юлы ҡыҫҡа булһын тип уға еп биреп, өйөндә көтөп тә ултыра алған. Ләкин саялығы, олатайыма булған мөхәббәте яу юлына әйҙәгән инде. Бына шул өләсәйемдең самауыры ул. Мәрхүмә яугир генә түгел, диндар ҡатын да булған. Бер-бер артлы ирен, улдарын юғалтҡас, ҡулында тик бер ҡыҙы ғына тороп ҡалған. Ҡайғыһынан ҡара янған өләсәйебеҙ нисек тә булһа шул ҡулындағы ҡыҙын һаҡлап ҡалыу ниәтендә әүлиә янына барған. Ул, ҡыҙыңды һаҡлайым тиһәң, йәшәү урынын алмаштырырға тура килер, тигән кәңәшен биргәс, өләсәйебеҙ ҡыҙы менән самауырын ғына алып тауҙар иленән урман яҡтарына юл тотҡан. Юлға сығырҙан ике көн элек ураҙа тотоп, аҡшам менән йәстү намаҙы араһында йөҙ мәртәбә доға уҡып, дүрт рәҡәғәт намаҙ ҡылған, теләк теләгән. Теләк намаҙы уҡыған инде. Үҙенә фани донъянан китер ваҡыт еткәс, ҡыҙына еҙ самауырҙы тоттороп, ете быуынға тиклем ҡыҙ балаға ҡомартҡы итеп ҡалдырығыҙ, ошонан яҙмаһағыҙ, ғүмерегеҙ бәхетле, ырыҫлы булыр. Тик шуныһы зарур, самауырҙың бөтә өлөшө лә теүәл һаҡланырға тейеш, тигән. Шөкөр, ошоға тиклем ырыҫ ташламаны. Бынан һуң да ташламаһын.—Бейеме тағы бер талайға тынып ҡалды. Фәрхизә ҡуйы ғына һөт ҡойоп сәй яһап алып килде. Бейеме һәр йотомдо тәмләп, яйлап йотто. Йөҙөнә беленер-беленмәҫ кенә алһыулыҡ йүгерҙе. —Минең ҡыҙым булманы инде. Хоҙай Тәғәлә шуға күрә игеҙәк ейәнсәрҙәр биргәндер. Ә бына үҙеңде, бәләкәй килен, ҡыҙымдай күрҙем. Шуға күрә алтынсы быуын итеп самауырҙы һиңә ҡалдырам. Нургөлөбөҙ Наҙгөлөбөҙгә ярты сәғәткә булһа ла апай. Ваҡыты еткәс, етенсе быуын итеп еҙ самауырҙы Нургөлгә тапшырырһың. Наҙгөлгә лә ҡомартҡым бар. Көмөш беләҙектәр. Уға ҡасан бирергә икәнен үҙең белерһең. Әйткәндәй, бөгөн Fәбитулла үткер генә балта тотоп төшөмә инде. Атаһынан ҡалған сарҙа алмаш-тилмәш өс балтаһын үткерләй икән, тием. Ә һин, бәләкәй килен, ҡомған менән һыу ҡоя-ҡоя сарҙы әйләндерәһең. Алла бирһә, бер-бер артлы өс улың тыуыр. Малайҙар тыуыуға ул был төш,—тип төшөн юрап та ҡуйҙы бейеме киленен ҡарашы менән генә яратып. Сәйең бик шифалы булды, килен. Арҡамдан хатта тир бәреп сыҡты. Әҙерәк бынауында ғына ҡыйшайып серем итеп алайым, йоҡо баҫып торасы,—тип дебет шәлен генә бөркәнеп ятҡан бейеме башҡаса уянманы. Бейемен ерләгәндә түгелеп илаған Фәрхизәгә ҡарап апһыны:

—Кит, кеше ышандырырға тырышма. Бейем үлгәндә килендең илауы ишәк һеңрәүе менән бер тиҙәр,—тип ҡолағына шыбырлап китте.

Мәрхүмәнең ҡырҡын уҡытҡан көндө еҙ самауырҙың теүәсәйе юғалды. Бет итеп эҙләмәгән ер ҡалманы, таба алманылар. Нургөл менән Наҙгөлгә таяҡтың башы нығыраҡ төштө. «Һеҙ генә уйнатып алып сығып киткәнһегеҙҙер әле. Табығыҙ, ҡайҙа иттегеҙ»,—тип үртәлде Фәрхизә. Ҡыҙҙары икеһе бер тауыштан: «Нишләп беҙ теүәсәй менән уйнайыҡ. Теймәнек»,—тиһәләр ҙә Фәрхизә асыуланып бармаҡ янаны. Ике-өс көн үткәс Нөҙгөлө өйгә уҡтай атылып килеп инде:

—Әсәй, әсәй, бына һиңә теүәсәй. Башҡаса самауырыңды сәйҙең ялтыр ҡағыҙы менән баҫмаҫһың.

—Ҡайҙан таптың, ҡолонсағым?!—Фәрхизә ҡыҙы янына осоп тигәндәй килде. Йөҙөнә әйтерһең дә ҡояш үҙе ҡунаҡланы. Күҙҙәре йондоҙҙай янды.—Рәхмәт, балаҡайым!—Ләкин теүәсәйҙе ҡулына алыу менән дөмһәреп китте.—Ҡайҙан алдың?

—Ҙур килен-инәйҙең самауыры ла, теүәсәйе лә икәү. Улар күрмәгәндә генә аласыҡтарынан берәүһен алдым…

Фәрхизәнең ҡулындағы теүәсәй төшөп китте лә юла кеүек әйләнә-әйләнә ишек төбөнә барып ятты. Бына ҡайҙа бәләнең башы! Бына ҡайҙа ырыҫтың китеүе! Хоҙайым, был баланы нимә эшләтергә?! Фәрхизә ишек башында элеүле торған «аҡыл сыбығын» эләктереп алды ла ҡыҙының йомшаҡ ерен ҡайыҙланы.

—Тағы оронаһыңмы кеше әйберенә? Тағы оронаһыңмы? Бар, ҡайҙан алдың шунда илтеп ҡуй! Башҡаса тупһам аша урланған сүпте лә индерәһе булма!

Наҙгөлө ҡысҡырып илап ебәрҙе. Фәрхизә ҡыҙын ҡосаҡлап алғыһы, әле генә шыйыҡ сыбыҡ тамыҙған йомшаҡ ерен өрөп һөйгөһө килде. Ләкин ҡымшанманы. Уларға бешкән ҡарағаттай ҡап-ҡара күҙҙәрен йәшкәҙәтеп аптырап ҡарап торған Нургөл йәһәт кенә теүәсәйҙе эләктереп алып:

—Мин үҙем илтеп ҡуям,—тип ишеккә ынтылды.

—Нургөл! Һал теүәсәйҙе урынына. Наҙгөл үҙ ҡулы менән алған, үҙ ҡулы менән илтеп ҡуйһын.

Фәрхизә үҙ тауышынан үҙе тертләп китте. Эй-й, аллаҡайым! Үҙең кисерә күр инде. Ошо балаларҙы һорап биш йыл зарыҡманымы ни? Ә хәҙер сыбыҡҡа орона.

Теүәсәй юғалыуға айлап ваҡыт үтеп китте. Фәрхизә бейеменең васыятын теүәл үтәй алмауына эстән генә һыҙып йөрөгән көндәрҙең береһендә Нургөлө юғалған әйберҙе шап иттереп әсәһенең алдына килтереп һалды.

Башы. Аҙағы киләһе һанда.

*ҡашан (диал.)—дыуамал.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap